Файҙалы эштәр йылы
22 Апреля , 07:49

Тува сәхнәһендә — башҡорт әҫәре!

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов Тувала миҙал менән бүләкләнде.

Тува сәхнәһендә — башҡорт әҫәре!Тува сәхнәһендә — башҡорт әҫәре!
Тува сәхнәһендә — башҡорт әҫәре!

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовты Тыва Республикаһының Чадан ҡалаһында «Алдар. Хүндү. Мөгейиг» миҙалы менән бүләкләнеләр. Исеме «Дан. Хөрмәт. Баш эйеү» тип тәржемә ителә. В. Көк-оол исемендәге Милли музыка-драма театрының 90 йыллыҡ юбилейына арналған миҙалды театр директоры Саян Монгуш тапшырҙы.

Айгиз Баймөхәмәтов Тываға үҙенең «Ҡалдырма, әсәй!» автобиографик повесы буйынса ҡуйылған «Хыялға ҡаршы» спектаклен ҡарарға барҙы. 90-сы юбилей театр миҙгеле ошо спектакль менән тамамланды.

«Спектакль тамашасыларҙың юғары баһаһын алды. Залда тынлыҡ урынлашты, барыһы ла тын да алмай ҡараны, — тип билдәләне Көк-оол исемендәге Милли театр директоры. — Спектаклдең тәрбиәүи әһәмиәте ҙур, ул сәхнәлә оҙаҡ йәшәйәсәк. Айгиз Баймөхәмәтовҡа әҙәбиәткә индергән өлөшө һәм беҙҙең версия менән ҡыҙыҡһыныуы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ».
https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-04-21/bashkirskomu-pisatelyu-aygizu-baymuhametovu-v-tuve-vruchili-medal-4652860
Автор:
Читайте нас