Ирек Ғайса улы Аҡманов 1933 йылдың 19 авгусында БАССР-ҙың Ейәнсура районы Ырыҫҡолауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.
1957 йылда Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
1962 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта (1981—1986 йылдарҙа тарих факультеты деканы, 1982—2005 йылдарҙа Ватан тарихы кафедраһы мөдире).
И. Ғ. Аҡмановтың фәнни тикшеренеүҙәре XVI—XVIII быуаттарҙағы Башҡортостандың сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫеше проблемаларына, башҡорт ихтилалдары (XVII—XVIII быуаттар) тарихына арналған. 300-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.