Бөтә яңылыҡтар

«Ундай әсәнән Һәҙиә апай һымаҡ таланттың тыуыуы ғәжәп түгел...»

Халыҡ уҡытыусыһы, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева Һәҙиә Дәүләтшина хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.

«Ундай әсәнән Һәҙиә апай һымаҡ таланттың тыуыуы ғәжәп түгел...»
«Ундай әсәнән Һәҙиә апай һымаҡ таланттың тыуыуы ғәжәп түгел...»

Өфө ҡалаһының Октябрь проспектындағы бер йортта оло шәхес һәм яҙыусыбыҙ Һәҙиә Дәүләтшинаның әсәһе Гөлйәүһәр инәй менән бергә йәшәнек. Уның квартираһы икенсе ҡатта, беҙҙеке дүртенсе ҡатта булды. Бик һөйкөмлө, йор һүҙле инәй ине ул. Ҡолаҡҡа ҡаты булды. Мин үҙ һорауҙарымды яҙып бирә торғайным. Ғәрәп, латин хәрефтәрен дә, үҙе әйтмешләй, "яңы әлифте" лә, яҡшы белде.

«Һәҙиәнең әҫәрҙәрен юҡ итеп ҡуйырҙарынан ҡурҡып таныштарыма алып барып йәшерҙем. Шунан яңы әлиф менән яҙылғандарын берәм-берәм алып ҡайтып, ғәрәп хәрефтәренә күсереп яҙҙым. Күсергән берен Ҡөрьән араһына һала барҙым. Бер нисә тапҡыр тентеү яһанылар. "Улым үлде, кейәүем ғәйеп, ҡыҙым төрмәлә. Шул Ҡөрьәндән башҡа бер ни ҙә ҡалманы. Уныһына теймәгеҙ инде", — тип ялындым. Ҡалдырҙылар, теймәнеләр. Улар ни ғәрәпсәнең бөтәһен дә дини китап тип уйланылар ҙа ҡуйҙылар инде, рәхмәт төшкөрҙәре, — тигән булып ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы. — Шулайтып байтаҡ әҫәрҙәре һаҡланып ҡалды. Төрмәнән сыҡҡас, үҙе лә ғәрәпсә яҙып дауам итте. Ғәрәпсә тип, шул иҫке төркисә инде. Хәрефтәре ғәрәпсә бит. Ул үлгәнсе мин үлһәм ине. Әллә күпме яҙмаларын тамамлай алманы балағынам..."

Ундай әсәнән Һәҙиә апай һымаҡ таланттың тыуыуы ғәжәп түгел...

Мәрйәм Бураҡаева.

Автор:
Читайте нас