Раушания Бәҙретдинова ҡатын-ҡыҙ көсө тураһында картиналар серияһын тәҡдим итте

Күргәҙмәне асыу тантанаһында “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринә Хәбирова ҡатнашты.

Раушания Бәҙретдинова ҡатын-ҡыҙ көсө тураһында картиналар серияһын тәҡдим иттеРаушания Бәҙретдинова ҡатын-ҡыҙ көсө тураһында картиналар серияһын тәҡдим итте
Раушания Бәҙретдинова ҡатын-ҡыҙ көсө тураһында картиналар серияһын тәҡдим итте

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан "Китап" магазинының күргәҙмә залында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың "Муллыҡ" картиналар серияһы күргәҙмәһе асылғайны. Яңы серия ҡатын-ҡыҙҙың күп яҡлы булыуы, эске байлығы, кешенең йыһан менән бәйләнеше тураһында уйланырға саҡыра.

Сарала Раушания Бәҙретдинованың ижадына һоҡланыусылар, шул иҫәптән күренекле мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды. “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринә Хәбирова рәссамдың ижадына һоҡланыуын белдереп, уның рухи байлыҡ темаһын тәрән асыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

"Раушания хаҡында уйлаһам, уны мөхәббәте, ижады менән йомарт уртаҡлашыуын күрәм, - тип билдәләне Карина Владимировна. - Уның эштәре һәм шәхесе ысын рухи нур өләшә. Был тойғоно уның эше менән осрашҡан һәр кем кисерә. Мин был күргәҙмә осраҡлы түгел тип иҫәпләйем. Улар хәйриә проекттарында ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар күңеленә хуш килә. Улар оҫтаханаларға килә, илһамлана һәм тормошҡа көс ала, мөхәббәткә тулыланып ҡайта".

Раушания Бәҙретдинова үҙе ижади юлы, яңы серияны ижад итергә нимә илһамландырыуы хаҡында һөйләне.

"Был серия ҡатын-ҡыҙҙарға арналған, уларҙың эске көсө һәм донъяға ҡарашы асыла. Һәр картинала селтәр, башҡа биҙәүестәр бар, был бушҡа түгел, улар талисман булып хеҙмәт иткән, ҡатын-ҡыҙға көс биргән, был минең өсөн бик мөһим. Мин йыһандың икһеҙ-сикһеҙ киңлеген күрһәтәм. Мәҫәлән, бер картинала ҡатын-ҡыҙҙың башы урынына йыһан төшөрлгән. Был беҙҙең йыһан менән бәйләнеш тураһында һөйләй, тип уйлайым", - тип уртаҡлашты Раушания Бәҙретдинова. 

Шулай уҡ күргәҙмәлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әмир Мәзитов, кинорежиссер Айнур Асҡаров, «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы режиссеры Гөлназ Ҡолһарина, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова ҡатнашты.

Күргәҙмә 4 апрелгә тиклем эшләй, «Китап» магазины Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан.

Автор:
Читайте нас