Өфөнөң «Патриот» паркында «Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһы еңеүселәре, ветерандар өсөн «Белем» Рәсәй берләшмәһе тарафынан лекциялар үткәрелә. Сара хәрбиҙәр өсөн өсөнсө шәхсән уҡыу булды. Яугирҙар менән «Белем» берләшмәһе лектор, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина осрашты. Халыҡ шағирәһенең быға тиклем Рәсәй армияһы һалдаттарына арналған бер нисә китабы сыҡты. Уның шәхси башланғысы менән Донецк һәм Луганск республикаларындағы балалар өсөн «Аҡбуҙат»тың махсус һандары баҫылды. Журналда әкиәттәр, башҡорт риүәйәттәре, халыҡтар дуҫлығы тураһында материалдар донъя күрҙе.
«Был осрашыу күңелдә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Егеттәребеҙгә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға шиғырҙар уҡыным, күҙҙәренә ҡараным — бер аҙ моңһоу, әммә шул тиклем көслө ҡараштар. Ул ҡараштарҙа ҡыйыулыҡ та, ауыр кисерештәр ҙә, шул уҡ ваҡытта шул тиклем яҡты, тәрән кешелеклелек тә бар ине. Егеттәргә ҡарап, уларҙың ныҡлығы, ихтыяр көсө өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. Бөгөн улар иң мөһиме — Ватаныбыҙҙы, өйөбөҙҙө, тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәү мөмкинлегебеҙҙе яҡлай», - тип уртаҡлашты Лариса Абдуллина.
Осрашыу барышында тәрән мәғәләне шиғырҙар яңғыраны: «Хыялдар», «Позывной Башҡорт», «Мин өс һүҙ яҙам һиңә», «Ҡыйыулыҡ өсөн», «Яратам һине», «Яугир әсәһе» «Азамат ауылға ҡайта» һәм башҡа шиғырҙар яңғыраны.
«Егеттәр һорауҙар бирҙе, фекерҙәре менән уртаҡлашты, шиғырҙарҙы бөтә йәндәре менән тыңлауҙарын күрҙем. Ошондай мәлдәрҙә бигерәк тә аңлайһың: һәр һүҙең намыҫлы, ысын, пафосһыҙ булырға тейеш. Сөнки һин тормоштоң һәм хәҡиҡәттең ҡәҙерен белгәндәр алдында тораһың», — тине шағирә.
Лариса Абдуллина яугирҙарҙың илһам сығанағы булыуын билдәләне: «Беҙҙең ир-егеттәр шул тиклем эске яҡтылыҡҡа һәм ысын көскә эйә. Был көс Тыуған илгә тәрән мөхәббәттән, уның өсөн аҙағына тиклем торорға әҙерлектән тыуа».
«Башҡортостан геройҙары» республика кадрҙар проекты – ил Президенты тәҡдим иткән «Геройҙар ваҡыты» федераль программаһының аналогы.
Программаның төп маҡсаты – МХО ҡатнашыусыларға тыныс тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итеү, республика ҡалалары һәм райондары иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереүгә һәләтле белгестәр һәм идарасылар командаһын әҙерләү, тип билдәләне Радий Хәбиров.