Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн Бөтә донъя яҙыусылар көнө

“Һуғыш тураһында яҙыуы ҡыйын түгелме, был темаға тотонорға нимә мәжбүр итте?” – осрашыуҙарҙа шундайыраҡ һорауҙарҙы бик йыш бирәләр. Яуап биреп ҡарайым.  

Бөгөн Бөтә донъя яҙыусылар көнө
Бөгөн Бөтә донъя яҙыусылар көнө

Ни өсөн яҙам?

Тәүге яҙған хикәйәм һуғыш тураһында ине. Еңеүҙең 40 йыллығына, йәғни 1985-се йыл, ул саҡтағы “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫылды ул. 14 йәшемдә лә был тема миңә бик ҡәҙерле булған.  Ике малай, ауылдарын немецтар килеп баҫҡас, улар араһында йөрөп, дошмандарҙың серле документтарын урлап, партизандарға алып тапшыралар. Йөкмәткеһе яҡынса шулайыраҡ ине. А. Фадеев (“Молодая  гвардия”), В. Катаев (“Сын полка”) Б. Полевой (“Повесть о настоящем человеке”), Ә. Бикчәнтәев (“Нисә йәш һиңә, комиссар”, “Бөркөт һауала үлә”), Д. Исламов (“Мәскәү юлы”) һб яҙыусыларҙың китабын уҡып, тәьҫирләндек. “Герой-пионерҙар” китабын беҙ ун-егерме тапҡыр уҡыйбыҙ, мендәр аҫтына һалып йоҡлайбыҙ. Уларҙың ҡыйыулығы беҙгә лә күсеүен теләйбеҙ.Ә инде һуғыш тураһында кино булғанын белһәк, бар эштәрҙе ташлап, ҡайҙан да биш йә ун тин аҡса йүнләп, клубҡа йүгерәбеҙ. Китаптағы йә фильмдағы герой менән көндәр, аҙналар буйы бергә йәшәйһең, улар менән атаҡаға бараһың, батырлыҡтар ҡылаһың, немецтәрҙе әсиргә алаһың әле, һуңынан уныһы бер урам  малайҙары менән ике яҡлы уйындарға инеп китә. Тик береһенең дә нимес булғыһы килмәй, барыһы ла совет иле батыры... аптырамайбыҙ, ҡылыс, автоматтар эшләп алып, “нимес –кесерткәндәр”ҙе ҡырабыҙ, йыуан фашист-түмәрҙәрҙе ярабыҙ, ҡайсаҡ Гитлер ялсылары – һарыҡ-кәзәләрҙе таш-гранаталар менән дөмбәҫләйбеҙ... Иң көслөһө, иң батыры беҙ! Ни өсөн – сөнки беҙ Еңеүсе халыҡтың балалары, беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ Герой! Тимәк, беҙҙең тәндә лә, йән дә лә ҡаһармандар ҡаны аға. Беҙҙе бер кем дә еңә алмай! Иң көслө ил беҙҙеке! Беҙ шуға ышанып, инанып үҫтек. Һәм... бер нимәгә үкендек, ниңә алдараҡ тыумағанбыҙ икән, күрһәтер инек ул дошманға күрмәгәнен, их, фашистар дөмөктөрөлдө, хәҙер  бер ҡасан да һуғыш булмаясаҡ, беҙ ҙә ысын герой булыр инек, ивет, тип бойоғоп ултырған булдыҡ, уйнап туйып арығас. Олатай-өләсәйҙәрҙең арҡанан һөйөп, баштан һыйпап, һеҙ һуғыш күрмәй үҫегеҙ, тыныс ҡына булһын был доньялар тигәнен, ҡәҙимге теләк тип, артыҡ әһәмиәт бирмәй генә ҡабул иттек. Ә баҡһаң тыныслыҡ һәр саҡ кәрәк икән.

Өләсәйем үлгәс, 11-12 йәшемдә ике йыл олатайым менән йәшәнем. Ә олатайым Сафиулла Ғарифулла улы Ҡунафин  Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һуғышҡан. Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордендары, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән. Уның хәтирәләре мажаралы бер фильм кеүек ине ул саҡта.

Бөйөк Ватан һуғышының эсендә ҡайнаған яугирҙәр менән мин һәр саҡ осрашырға, уларҙың һөйләгәндәрен тыңларға яраттым, берәй хикәйәгә орлоҡ төшмәҫме, тип өмөтләндем. Ҡайһы бер эпизодтар әҫәрҙәремә ингеләп тә китте.  Бик күп ветерандар хаҡында, афған, чечен утын үткәндәр тураһында ла яҙылды. Тик бер ҡасан да, үҙем яу яланында булырмын, беҙҙең быуынға ла һуғыш ялҡыны эләгер, йәндәрҙе көйҙөрөр, ҡорбандар килтерер, тип һис кенә уйланғаным булманы бит.

Ике тапҡыр махсус операция биләмәһенә барып ҡайттым. Әҫәрҙәр, юлъяҙмалар яҙылды, китаптап баҫылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш мине лә ҡыуҙырып етте, миңә лә әсе яҙмыштарҙы күрергә, улар хаҡында тыңларға, һыҙланырға, снарядтар шартлауын, пулялар һыҙғырыуын ишетергә, баш осонда ғына квадрокоптерҙарҙың осоп йөрөгәнен күреп, ҡот осҡос тойғолар кисерергә тура килде. Хәтәр уйын икән ул һуғыш, кесерткәндәрҙе сабып ауҙарған ишеләй генә лә түгел, алай  кеше ғүмерҙәре ҡыйыла... Ләкин был тарих, аяныслы, ҡанлы, киләсәк хаҡына данлы тарих. Ил яраһы яҙыусы йөрәге аша үткәндә, әҙип  булараҡ, был теманан ситтә ҡала алманым. Яҙыуы еңел түгел, тик кәрәк. Киләсәк өсөн кәрәк. Үҙебеҙҙең тарихты үҙебеҙ яҙмаһаҡ, башҡаларҙың мәғәнәһеҙ ҡулдары алдаҡ тарих тыуҙырасаҡ.

Кемдеңдер һөйләүенән, кисерештәренән генә сығып ижад ителгән әҫәр-картиналар ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәҫкә мөмкин. Башҡорт үҙ күҙе менән күрмәһә ышанмай, тигәндәй. нисек тә һалдаттарҙың окоп тормошон күреп, уларҙың күҙҙәренә тура ҡарап, улар менән бер һыныҡ икмәкте уртаға бүлешеп, дары еҫен еҫкәп, һуғыш яланынана баҫып, еңеүсе ата-бабаларымдың рухын тойоп ижад иткем, ҡасандыр Илья Эренбург, Константин Симоновтар беҙҙең башҡорт дивизияһында булып, яугирҙәребеҙҙең ысын батырлығын һүрәтләгән кеүек, минең дә браттарымды данлағым килде!

Махсус операция биләмәһендә йөрөгәндә:

– Беҙгә, журналистарға, бында килеү кәрәкме ул? – тип бер нисә тапҡыр һораныҡ яугирҙәрҙән.

– Кәрәк. Һеҙҙең менән бергә тыуған тупраҡ еҫе, Башҡортостан һауаһы, кешеләренең ҡул йылыһы килә, беҙ быны тоябыҙ, – тигән яуап ишетеп, һөйөндөк.

– Һеҙ тарих яҙаһығыҙ. Беҙҙең заман тарихын, ил яҙмышын, кешеләр, яугирҙәр тормошон. Үҙебеҙҙең тарихты үҙебеҙ яҙмаһаҡ, башҡаларҙың, кемдәр икәнен аңлап тораһығыҙ, алдаҡ һәм "юрғанды үҙҙәренә тартҡан" интерпретацияһында өйрәнәсәк киләсәк быуын ысын булған хәл-ваҡиғаларҙы. Ул йәһәттән һеҙҙең хеҙмәтегеҙ ҙур, яҙғандарығыҙ ҡәҙерле. Һеҙ үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп, ишетеп, дары еҫен еҫкәп, беҙҙең менән бергә блиндажда йоҡлап, бергә  ултырып сәй эсеп, тарих яҙаһығыҙ. Тарих яҙаһығыҙ, беҙ ҙә тарихта ҡалабыҙ! – сығышы менән Архангел районынан булған уҙаман"Музей" шулай тип беҙҙең хеҙмәтте ҙурланы. Уйлаһаң, ул бик хаҡлы бит. Һуғыш үтер ул, ә тарих, тере хәтер ҡалыр. Тарих - ул үткән шанлы ваҡиға, ҡылған оло эштәр, заманалар ағышы, хәтер һандығы ғына түгел, унда бөйөк хаҡлыҡ, ҡан-дан менән яҙылған дәүерҙәр хәҡиҡәте лә йәшәй, тантана итә. Тарихлы халыҡ - көслө һәм мәртәбәле халыҡ.

Мөнир Ҡунафин

 

 

Автор:
Читайте нас