Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева 1948 йылдың 3 мартында Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.
Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен, 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Хеҙмәт юлын «Башҡортостан ҡыҙы» журналында башлай. Артабан СССР фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып алты йыл эшләй. «Ленинсы», «Башҡортостан пионеры», «Һәнәк», «Ағиҙел» журналдарында ла эшләй. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында «Йәшлек» гәзитен ойоштороуға күп көс һала, мөхәррир урынбаҫары була. Артабан «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең яуаплы сәркәтибе вазифаһын да алып бара.
1993 йылдан ул йәштәр журналы «Шоңҡар» журналын ойоштороп сығарыуҙа ҡатнаша. 1994 йылдан баҫманың баш мөхәррире була.
Оҙаҡ йылдар дауамында республика матбуғатына хеҙмәт итә. «Шоңҡар» журналының беренсе баш мөхәррире булып эшләй.