Хөрмәтле дуҫтар, конкурс тамам!
Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы «Ағиҙел» журналы төркөмөндәге патриотик шиғыр һөйләү конкурсына йомғаҡ яһалды. Ярышта 70-кә яҡын кеше бәйге тотто.
Редакция хеҙмәткәрҙәренең баһаһы иң тәүҙә ҡаралһа, унан төркөмөбөҙ яҙылыусыларының тауыштары иҫәпләнде. Шулай итеп, һеҙҙең алда – еңеүселәр исемлеге:
Өлкәндәр араһында:
1-се урын — Сибай ҡалаһынан Разалия Теүәлбаева;
2-се урын — Йәнгүзәл Шөғөрова, Өфө технология һәм дизайн колледжының II курс студенты;
3-сө урын — Салауат ҡалаһының «Тулҡын»әҙәби ижад берекмәһе етәксеһе Иҙел Хәлимов.
Балалар араһында:
1-се урын — Айлина Дәүләткилдина, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның 10-сы класс уҡыусыһы.
2-се урын — Мәсәлимов Алсын, Миәкә районының Күл-Ҡунҡаҫ ауылы.
3-сө урын — Ауырғазы районынан Талбазы мәктәбе уҡыусыһы, МХО геройы ейәне Айназ Вәлитов.
Тауыш биреүҙә еңеүселәр:
Гөлбаныу Хамматова һәм Зәһүрә Әбелкарамова-Киреева.