Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡулға алыныуына комментарий бирҙе.
– Әминә Ивний ҡыҙын бик намыҫлы кеше һәм яҡшы министр тип иҫәпләйем, – тине Радий Хәбиров. – Ул 2012 йылдан алып эшләй. 14 йыл эшләү – мәҙәниәтебеҙҙең, уның институттарының, мәҙәниәт инфраструктураһының сәскә атҡан осоро, был – уның мәҙәниәт министры вазифаһында башҡарған ғәйәт ҙур хеҙмәте.
Радий Хәбиров бәлиғ булмаған балалы ҡатын-ҡыҙға һәм әсәгә ҡарата ҡулға алыу сараһын һайлауға бәйле хәлде үтә ауыр һәм аңлайышһыҙ тип атаны.
– Минең өсөн был бик ауыр, аңлайышһыҙ хәл. Мин һәр саҡ, тәфтиш комитеты тикшерер, ә суд ҡарар сығарыр, тимен, ләкин бәлиғ булмаған балаһы булған ҡатынға ҡарата ни өсөн ҡулға алыу сараһын һайлауҙарын аңламайым, – тип билдәләне республика етәксеһе.
Республика Башлығы хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаевтан министр вазифаһын башҡарыусы кандидатураһы буйынса тәҡдимдәр индереүҙе һораны.
https://bash.bashinform.ru/news/politics/2026-02-24/radiy-h-birov-bash-ortostan-m-ni-t-ministrynyny-ul-a-alynyuyna-fekeren-belder-e-4590179