Башҡортостан халыҡтары телдәре комиссияһы рәйесе булараҡ, яҡын арала беҙ яңы йүнәлеште ныҡлап ҡараясаҡбыҙ: яһалма зиһенде (ИИ) башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәнфәғәтенә эшләтеү һәм ошо буйынса аныҡ план әҙерләп, тормошҡа ашырыу. Мин 2024 йылда Ҡоролтай барышындағы сығышымда ла әйткәйнем: башҡорт теленең иң ҙур дошмандары — беҙ үҙебеҙ, һәм иң беренсе ғаиләлә туған тел мөхите кәрәк. (vk.ru/wall1316249_5973) Бөгөн иһә Рөстәм Нурыевтың мәҡәләһен (kiskeufa.ru/index.php?...) уҡып, тағы асыҡ аңланым: тел үҫеше “кемдәндер” түгел — милләттәштәрҙең һәр береһенән тора. Хатта һуңғы йылдарҙа ғына түгел, һуңғы ике‑өс айҙа уҡ бының ни тиклем мөһим икәне айырыуса күренде. Шуға күрә үҙебеҙҙән башлайыҡ.
Мин өс ябай фекер тәҡдим итәм: Беренсе. “Искусственный интеллект”ты “яһалма интеллект” тип түгел, ә яһалма зиһен тип ҡабул итәйек. Исемендә үк телебеҙҙең үҙенсәлеге сағылып торһон.
Икенсе. Һәр милләттәшебеҙ көнөнә кәм тигәндә бер аҙ ваҡыт яһалма зиһен менән башҡортса аралашһын. Уны башҡортсаға “өйрәтергә” кәрәк: икенсе милләт балаһын башҡорт теленә өйрәткәндәй, түҙемле итеп, ябай һөйләмдәр менән, ҡабатлап, төҙәтеп. Яһалма зиһен нимәгә өйрәнһә — шуны нығыраҡ ҡуллана.
Өсөнсө. Ошо арала комиссияны йыйып, түбәндәге һорауҙарҙы ҡарап, эште башлап ебәрәсәкбеҙ. Бөгөн туған телде һаҡлау мәктәп һәм ғаилә менән генә сикләнмәй. Кешеләр көн дә телефонда, эҙләү системаһында, социаль селтәрҙә, төрлө сервистарҙа йәшәй. Ә яһалма зиһен тап ошо мөхиттә “тәржемәсе”, “яуап биреүсе”, “ярҙамсы” булып тора. Шуға күрә яһалма зиһен башҡортса дөрөҫ эшләһә, телгә ярҙам итә: башҡортса яҙырға һәм уҡырға еңеләйтә; дөрөҫ яҙылышты, һүҙ һайлауҙы төҙәтә; тиҙ тәржемә, уҡыу өсөн ҡыҫҡартыу, аңлатма биреү мөмкинлеген аса; балаларға һәм өлкәндәргә телде өйрәнеүҙе ҡыҙыҡлыраҡ итә; башҡортса контенттың күләмен дә, ҡулланыу даирәһен дә киңәйтә. Ә яһалма зиһен башҡортса “белмәһә”, киреһенсә, тел онлайн мөхиттән аҡрынлап ситләшә башлауы мөмкин. Шуға күрә бөгөндән үк системалы эш кәрәк. Юғиһә 3–5 йыл эсендә башҡорт теле ҡайһы бер цифрлы сервистарҙа һәм ИИ‑яуаптарҙа юғалыуы ихтимал. Ул саҡта инде киләсәктә телебеҙ "музей экспонаты" һымаҡ ҡына тороп ҡаласаҡ.
Әлеге тормоштоң ҡанундары, тиҙлеге шундай: бөгөн беҙ балалар тураһында ғына түгел, бүлә‑бүләсәрҙәр тураһында ла уйларға тейешбеҙ. Әлегә һуң түгел. Маҡсат бер: башҡорт телен цифрлы донъяла ла көслө итеү.
БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Урал Килсенбаев