Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
18 Февраль , 11:41

Рамаҙан айында фытыр саҙаҡаһын күпме түләргә?

Диниә назараты һәр мосолманға мотлаҡ булған саҙаҡаның күләмен билдәләне.

Рамаҙан айында фытыр саҙаҡаһын күпме түләргә?
Рамаҙан айында фытыр саҙаҡаһын күпме түләргә?

Республика мосолмандарының Диниә назараты мәғлүмәте буйынса, 18 февралдә, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башлана. Ураҙаның беренсе көнө — 19 февраль, ураҙаның һуңғы көнө – 19 март, Ураҙа байрамы – 20 март.

Фытыр саҙаҡаһының нисәбе быйыл 120 мең һум тәшкил итә. Был, әгәр мосолмандың мөлкәте ошо сумманан күберәк булһа, ул фытыр түләргә тейеш тигәнде аңлата. Хәйер мохтаждарға ғына бирелә.

Фытыр саҙаҡаһының минималь күләме – 200 һум. Ә зәҡәт түләй алырлыҡ мөмкинлеге булғандарға – 1 200 һум.

Йәшенә, һаулығына бәйле ураҙа тота алмағандарға фидиә (аҡсалата компенсация) түләргә кәрәк. Ул ҡалдырылған һәр көн өсөн 400 һум тип билдәләнгән.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-02-17/bash-ortostanda-rama-an-ayynda-ura-a-totou-va-yty-m-sa-a-a-k-l-me-bild-l-nde-4582162

Автор:
Читайте нас