Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
18 Февраль , 11:24

Ҡайғылы хәбәр...

Өфөлә билдәле шағир Зөфәр Вәлит вафат булды.

Ҡайғылы хәбәр...
Ҡайғылы хәбәр...

Шағир менән хушлашыу 19 февралдә 12:00 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Орджоникидзе районы, Иҫке Турбаҫлы ауылы, Йәштәр урамы, 6 адресы буйынса үтә.

Зөфәр Зәки улы Вәлитов 1949 йылдың 1 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Балалыҡ һәм йәшлек йылдары Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында үтә.

Мораҡ ауыл һөнәрселек училищеһын, Өфө урман хужалығы техникумын тамамлай. Өфө заводтарында электрик, автослесарь, мастер булып эшләй, Башҡортостандың ҡулланыусылар союзы системаһында өлкән инженер, колхозда баш инженер вазифаһын башҡара. Хаҡлы ялға сығыр алдынан хеҙмәт эшмәкәрлеген Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә дауам итә.

 

Зөфәр Вәлит шиғриәт менән бала сағынан, йәшлек йылдарынан шөғөлләнә. Етмешенсе йылдар уртаһынан уның әҫәрҙәре республиканың гәзит һәм журналдарында даими баҫыла. «Йырҙарымдың йәшел бишеге» тип исемләнгән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1993 йылда «Китап» нәшриәте сығарған «Бәйге» серияһында донъя күрә. 2001 йылда «Күңелем ҡуҙҙары» китабы ошо уҡ нәшриәттә «Тамғалар» серияһы менән баҫылып сыға. Артабан бер-бер артлы «Йылдар сатында» (2003), « Кәрәҙле минуттар» (2004), «Йырлы ғүмер» (2004) , «Һуң түгел» (2005), «Мин йәшәгән донъя» (2009), «Я вижу» (2011) йыйынтыҡтары уҡыусыға тәҡдим ителә.

Үҙенең әҫәрҙәрендә шағир тормош һәм йәшәү мәғәнәһе, шәхестең йәмғиәттәге урыны тураһында уйлана, шуға ла уларға оло гражданлыҡ хисе, Ер-әсә алдындағы оло бурыстарҙы фәлсәфәүи юҫыҡта төплө аңлау хас. Әҙип тыуған тәбиғәт хозурлығын сағыу биҙәктәр менән тасуирләй, уның һәр матурлығы менән һоҡлана һәм ғорурлана, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл булырға саҡырыу менән кешеләрҙе изгелеккә һәм мәрхәмәтлеккә өндәй.

Уның лирик шиғырҙары үҙҙәренең ҡоролошо, эске һәм тышҡы интонацияһы менән көйгә һалыуҙы һорай кеүек, шуға ла күп кенә композиторҙар Зөфәр Вәлит һүҙҙәренә йырҙар яҙған.

Әҙиптең шиғри шәлкемдәре республиканың гәзит һәм журналдарында, шулай уҡ руссаға тәржемә ителеп, «Бельские просторы» журналында ла даими донъя күреп килә.

Зөфәр Вәлит 2005 йылда Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителә.

«Мин йәшәгән донъя» (2009) һәм «Һайраһын бурандарым» (2015) китаптары өсөн 2015 йылда Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзының берлектә булдырған Зәйнәб Биишева исемендәге премияға лайыҡ булды.

2019 йылда Бәләбәй районы хакимиәте һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзының берлектә булдырған Фатих Кәрим исемендәге премияға лайыҡ булды.

Автор:
Читайте нас