Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
12 Февраль , 13:01

Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың юбилейы уңайынан указ баҫылып сыҡты

Башҡортостан Башлығы шағир Ҡәҙим Аралбаевтың 85 йәшен билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың юбилейы уңайынан указ баҫылып сыҡты
Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың юбилейы уңайынан указ баҫылып сыҡты

Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙың халыҡ шағиры, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Ҡәҙим Аралбаевтың 85 йәшен билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Республика хөкүмәтенә сараларҙы үткәреү өсөн әҙерлек планын раҫлау бурысы йөкмәтелде. Сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса сығымдар бюджет ассигнованиелары һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә финанслана. Указдың үтәлешен Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев контролдә тота.  

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2026-02-12/bash-ortostan-bashly-y-sha-ir-im-aralbaevty-85-y-shen-bild-l-tura-ynda-ukaz-a-ul-uy-y-4575126

Автор:
Читайте нас