Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
11 Февраль , 15:15

Рәми Ғарипов миҙалы булдырылды

Иртәгә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 94 йыллығы билдәләнәсәк.

Рәми Ғарипов миҙалы булдырылды
Рәми Ғарипов миҙалы булдырылды

Положениеға ярашлы, миҙал «Башҡортостан әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» тигән яҙма менән тапшырыласаҡ. Награда яҙыусыларға ғына түгел, ә сәхнә оҫталарына, Рәсәй хөкүмәте һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, милли әҙәбиәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән сит ил граждандарына ла тапшырыласаҡ.

«Рәми Ғарипов башҡорт әҙәбиәте тарихында үҙенсәлекле һәм тәрән эҙ ҡалдырҙы, - тип билдәләне БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов. - Оҫта шағир һәм публицист ҡына түгел, ә шәп тәржемәсе лә булды. Юғары художестволы тәржемәләре аша ул донъя халыҡтары араһында дуҫлыҡ күпере төҙөнө. Беҙ уның хәтерен мәңгеләштереүҙе изге бурыс тип һанайбыҙ».

Һәр награданың тәғәйен номеры бар. Был маҡтаулы награданы тәүге тапҡыр алдағы айҙарҙа тапшырыу планлаштырыла.

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2026-02-11/bash-ortostanda-r-mi-aripov-isemend-ge-nagrada-buldyryldy-4574131

Автор:
Читайте нас