Армиянан ҡайтыу менән, ял да итеп тормаҫтан, Ейәнсура районы Иҫәнғол дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” станцияһына фельдшер сифатында эшкә төшөп, дөйөм ятаҡтан урын таба алмағанлыҡтан, тар ергә таяу булып, ҡыҫынҡы ғына бер бүлмәле фатирҙа көн иткән бер туған апайҙарҙа туҡталдым. Бәләкәй генә, өҫтәл менән һауыт-һаба шкафы иллә аллаға һыйған аш бүлмәһендәге иҙәндә йоҡлап йөрөйөм. Ҡолғалай һонтор буйымды көскә һыйҙырып түшәккә ятһам, өҫтәл аҫтына тығылған башым стенаға тейә, аяҡтарым йылылыҡ батареяларына терәлә, әйләнеп-тулғанып йоҡлау хаҡында хыялланырға ла ярамай. Смена графигым көн аша ҡуйылһа ла әлегә бында, яңы урында ят кеше булараҡ, мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡтырғыс башҡа шөғөл тапмағанлыҡтан, тәүлек әйләнәһенә өс ҡатлы итеп төҙөлгән дауахананан ҡайтып инә белмәйем. Станциялағы дежурлыҡ мәлендә ике бригада эшләйбеҙ, береһе район үҙәген хеҙмәтләндерһә, икенсеһе, алыҫҡа рейс, тип аталғаны тирә-яҡтағы ауылдарға сығып китә. Олонан ҡубып бригада тигәнем – водитель дә фельдшер инде. Мин икенсе төркөмдә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡайҙа ғына саҡырһалар ҙа, был минеке түгел, тип айырып ваҡланмай, шунда уҡтай атлығырға әҙермен. Йәш, дәртле, диңгеҙ тубыҡтан саҡ, ике донъя – бер мөрйә, зимагор башым берәҙәк булғас, башҡа бошонорлоҡ сәбәп тә юҡ. Тағы үтә лә талымһыҙмын, әрһеҙмен, наҙланып, һайланып маташмайым, хәләл ризығымды ейгәндәй көнөнә өс тапҡыр ауырыуҙар менән бергә ултырып эсем һыртыма сыҡҡансы туҡланам, бүлектәрҙәге палатала берәй буш карауат табылһа, шунда ятып йоҡлайым, бер һүҙ менән әйткәндә, дауахана тереклек иткән икенсе йортома әүерелде.
Йоҡлайым, тигәндәй, бер көн таң алдынан саҡырыуҙа йөрөп ҡайттым да әҙерәк күҙ элеп алайым тип, бала табыу бүлегенең интенсив терапия палатаһына ҡуйылған берҙән-бер карауатҡа баш терәнем. Бында аулаҡ, бер үҙең генә булғас, борсоусы булмаясаҡ, йәнәһе. Уйым юшҡа тап килмәне, ҡәһәрең. Күҙ йоморға ла өлгөрмәнем, мискәләй йыуан кәүҙәле акушерка байпаңлата баҫып яныма килде лә буш банканы туҡылдатып тумбочка өҫтөнә ҡуйғас, ҡаты ғына итеп ҡабырғама төрттө: “Роженица, сдайте мочу на анализ!” Теге күҙҙән юғалыу менән тиктомалға мине бәпәйләтеп ташлауҙарынан һипһенеп сығып та шылдым.
Минең менән пенсия йәшенә еткән Кәли ағай, ейәнсуралар һөйләшенә ярашлы, абзый, эшләне. Водитель булып һанһыҙ оҙаҡ йылдар. Уның ҡасан бында килгәнлеген бер кем дә аныҡ ҡына итеп әйтә алмаҫ. Шешенке бит-йөҙө бешеп етмәгән сейәләй алһыу ҡыҙғылт, яҫы маңлайлы ҙур башындағы һирәк сәстәре көрән ерән, ҡылсыҡлы арыш башағын хәтерләткән өтөрөй ҡаштары аҡһыл һары, яҫтыҡланыбыраҡ торған күҙ ҡабаҡтары аҫтынан ҡараған күҙҙәре салт аяҙ күк йөҙөләй зәңгәр ир ине, татар милләтенән, холҡо бәғзе берәүҙәр өсөн түҙеп торғоһоҙ ауыр, кешеләр менән аралашыуы – туҡтай белмәй ләңкелдәгән сәүек эткә тартым. Саманан ашҡан ыуаҡай мыжыҡлығын, урынлы-урынһыҙ сафсата һатырға әүәҫлеген, бәйләнсек йәбешкәклеген иҫәпкә алып, уны һыртынан Клей, Кащей, Конфуций тип йөрөттөләр. Бер үҙенә өс ҡушамат. Ни тиклем генә эт ҡайышы, тиһәң дә, шул, ҡайҙа ла һыйышһыҙ этйығыш абзый мине яҡыны, тиңе итеп күрҙе. Ҡайһы саҡ эш барышында йөндәрен ҡабартып талашҡан эт менән бесәй ише кәзекләшеп китһәк тә, ни тиһәң дә юл аҙабын, ыҙаһын бергә күрәбеҙ, кисерәбеҙ бит, тиҙ арала ярашып, килешә инек. Алғараҡ китеп шуны ла өҫтәйем, ҡатыны үлеп ҡалғанлыҡтан, район үҙәгенең иң үҙәгендә ҡарағайҙан һалынған йортта яңғыҙы көн итә ине ул. Инһә лә, сыҡһа ла, тәғәмләнһә лә, йоҡларға ятһа ла, хет бүреләй олоһон, хет ҡарауыл ҡысҡырһын, яландай иркен өйҙә бер үҙе. Шуға шыҡһыҙ фиғелен аңларға, төшөнөргә, түҙергә, кисерергә мөмкин. Юл ыңғайы ҡайһы берҙә, сулала уға ингеләп сыға инем. Һуғылыуымдың сәбәбе лә билдәле, йәш, стажһыҙ хеҙмәткәр булараҡ алған эш хаҡым, ни тиклем генә тартып-һуҙһам да, айыныҡы айына етмәй. Ашауҙан ғәйре ҡуҫтарланырға, ҡыҙ-ҡырҡынға сығым да сығарырға кәрәк бит. Ә Кәли йомарт, киң күңелле, ҡырағаһыҙ, эскерһеҙ, ҡауҙыр кеше булараҡ, йомошомдо ылғый йомошлай, саҙаҡа там иткәндәй һуҙылған ҡулымды ҡоро итмәй. Инһәм, йәлләпмелер, тамағымды туйҙырып сығара, миңә, асмәйел ҡорһаҡлы ил хәйерсеһенә тағы ла ни кәрәк тиһең, шуныһы ла баштан ашҡан. Ҡабатлап әйтәм, абзый – торғаны менән үтмәҫ ағас игәү, торғаны менән ярыҡ барабан, торғаны менән Иҫәнғол кесерткәне. Абайламаҫтан ҡағылғанда тәнде уттай өтөп, яндырып, һыулы күберсеү хасил иткән, ғәҙәти киндер үләненә оҡшаш кесерткән, Ер шарының бер ерендә лә түгел, фәҡәт Иҫәнғол ауылының тирә-яғында ғына үҫә. Юғала барған, үтә һирәк осраған ошо үҫемлек, йәнәһе лә, Ҡыҙыл
китапҡа индерелгән. Кәли Вәлиевич Кәлимуллинды ла хаҡлы рәүештә ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле зат булараҡ, ағыу ҡаяулы кесерткәнгә ҡушып шул китапҡа теркәргә мөмкин.
Саҡырыуға тип кәрәк-ярағымды алып кабинаға сығып ултырыуым була, был шаҙра төшкән табаҡтай быжыр биттәрен ризаһыҙ йыйырып, теге яҫы маңлайындағы һырҙарын сырыштырып, йыйырып, булыр-булмаҫ кармауай картуфтай ҙур танауы аҫтынан мөжөлдәргә лә тотона: “Теүәл йыл самаһы була инде, карбюратор барахлит, әллә ҡый һыҡыған, әллә тамам эшлектән сыҡҡан, шуртым белһен, сөскөрә лә бышҡыра, глау врачҡа инеп күпме әйттем, күпме инәлдем, ыжламай ҙа ҡырҡһаң ҡаны сыҡмаҫ һаран, эскерәгә, ыжмут... Тәгәрмәс резиналары килеп тороп иҫке, серек сепрәктәй йыртылырға ғына тора, бына күрерһең, бер көн килеп ҡайта алмай юлда ултырып ҡалырбыҙ әле... Был да булдымы пагуҙа, яҡшы хужа этен тышҡа сығармаҫ мәлдә йөрө инде, энә йотҡан берәҙәк эттәй темеҫкенеп... Көндөң рәте киткәс, йоҡом ҡасты, килеп тороп төн оҙоно бил, быуындар һыҙлай, минең хәлгә ингән һинән башҡа тағы кем бар тиһең?.. Тиҙҙән, нәкәнис, оҙаҡ көттөргән пинсиәгә сығам, эш хаҡым минималка кимәлендә тәғәйенләнгәс, у пинсиә тигән нимәне ус яларлыҡ ҡына итеп бирерҙәр инде, шул баҡыртиндәрҙе хисаплап, осто-осҡа ялғап, салбарҙыңтубыҡ өлөшөнҡырҡып алып оса тәңгәлен йүрмәп, кеше көнөнә ҡалып йәшәлер инде, әбидне, дасадны. 80-се йылда әбизәтелне коммунизмда йәшәйәсәкбеҙ, тип алдаштырҙы аҙым һайын, ҡасандыр ил башлығы булған Хрущев, бындай барыш менән барһа, йәшәрһең йәшәмәй ҙә, ауыҙын киңерәк итеп асып тотҡапсығыңды...”
Табылып ҡына тора тел сарларға сәбәбе. Ә миңә уның аһ-зары кәрәк тә, ҡыҙыҡ та түгел, напарнигымдың һөйләгәне берҡолағымдан инә, икенсеһенән сыға. Кәли абзый нишләп, былайтып, башы менәнтүгел, аяҡтары менән килеп, йонсоп, яҡты донъяға ваҡытһыҙ тыуғандыр, этләнеп, ыҙаланып көн итәлер, билдәһеҙ.
Станцияның һәндерәгә оҡшаған дермантин кушеткаһын аҡырын ятып әүелйей генә башлағайным, ете төн уртаһы ауғас, сираттағы сирлегә саҡырҙылар. Иҫәнғолдоң ҡайһылыр урамындағы бер ҡарсыҡҡа мунсала ҡаты итеп еҫ тейгән. Ҡалын, гөрөлдәк тауышлы кемдер ҡабалан шылтыратты ла шунда уҡ трубканы ырғытты. Тегендәге хәлҡатмарлылыр, ҡырҡыуҙыр, кисектергеһеҙҙер, күрәһең. Төн уртаһында иҫе бар, аҡылы теүәл кеше мунсала йыуынамы икән, тип, йоҡомдан айный алмай оҙон итеп иҫнәп, бер килке хайранҡалып ултырҙым. Оҙаҡҡа һуҙмай машинаны саҡыртып, сумаҙанымды алып, телефонтөбөн һаҡларға эргәләге терапия бүлегенең шәфҡәт туташын ҡалдырғандан һуң кабинаға йәлт итеп сығып та ултырҙым. Кәли абзыйым иләмһеҙ йөҙөн йәмерәйтеп тағы ла көйһөҙ кейәүҙәй ыжый-мыжый ҙа башланы:
– Ниңә ҡысымаған ереңде тырнайһың улайтып, был беҙгә ҡағылышлы вызов түгел дә баһа!
– Һуң, икенсе машинаның кистән үк ауылға сығып киткәнлеген беләһең. Бурыстарыбыҙ уртаҡ, һинеке-минеке, тип һатыулашмайыҡ.
– Һатыулашырға йыйынмайым, әммә әйтәм.
– Сменала кем старший?
– Һин инде старший, һин инде ҙур начальник! Ошоғаса күп фельдшерҙар менән эшләргә тура килде, иллә һинең һымаҡ ыңғайы бер алып һуҡҡан алабарманды тәүләп осратыуым.
– Осраттың бит, осратҡас һыҡтама!
– Мужыт бер аҙыраҡ көтөрбөҙ?
– Беҙ көтөрбөҙ ҙә ул, ауырыу көтмәй!
– Тәртәгә инмәгән, томолдороҡ кеймәгән тайҙай үтә етеҙһең, старший, кәрәккән-кәрәкмәгәнгә тыбызыҡлап осоп-ҡунаһың, дыуамаллығыңа барып дистанция тота, абруй һаҡлай белмәйһең! Шылтыратыуҙан һуң иң аҙ тигәндә ярты сәғәт тирәһе көтөргә, пауза яһап алырға кәрәк, был беҙҙең көндәлек эштә яҙылмаған инструкция иҫәпләнә. Шул, көткән уаҡытта ауырыуҙы ҡайһылыр кимәлдә әҙерләп өлгөрәләр. Һинең икеҡулыңа ике генә эшҡала, йә урында беренсе ярҙамды күрһәтәһең, йәҡулыңдан килмәҫтәй булһа, пастрадавшийҙы үҙең менән балнисҡа алып бараһың. Ашыҡҡан ашҡа бешкән, шуны һис ҡасан онотма!
– Кәли Вәлиевич, бәлки, һөйләшмәй генә барырбыҙ, ә?
– Бер килеп һөйләшкең килер ҙә мин генә булмам!
– Ҡайҙа булырһың?
– Пинсиәлә ятырмын, эре генә түшәмгә төкөрөп. Минең һымаҡ пиридауай водителде глау врач карбюраторын, тәгәрмәстәрен бирептәтаба алмаҫ әле, күрерһең, һин дә йөрөрһөң абзыйыңды һағынып, юҡһынып!
Үсегешкәндәй, водитель фара яҡтыртҡан юлға ҡарап тексәйҙе, мин һыртымды ҡуйып ситкә боролдом.
Ауыл ҡырындағы урамдарҙың береһендәге Эйек йылғаһының ярына һаҡҡан, ҡарлуғас ояһылай ыҡсым, тәҙрәләрендә уттары балҡып янғантеге йорттотиҙ арала эҙләп таптыҡ. Тәрән ҡарлы ғинуар уртаһы. Селлә. Өтөп алып барған сасҡау һыуыҡтан салт аяҙ күк йөҙөндәге ҡыйыҡ ай, һанһыҙ йондоҙҙар Йыһан түшәменә йәбешеп ҡатҡан төҫлө, ә инде ерҙәге һалҡынлыҡтың хатта зыңлаған тауышы ла ишетелә һымаҡ. Эт өргәне ҡолаҡҡа салынмай, тимәк, тартынмайынса, һипһенмәйенсә инергә мөмкин. Йорт алды, ҡапҡа ауыҙы таҡыр итеп ҡырылған, һеперелгән, хужа егәрлелер. Бәләкәй урам ҡапҡаһын асып, ишек алдына инеп, күтәрмәнән күтәрелеп бикһеҙ ҡалдырылған йорт ишеген туҡылдаттым. Яуап биреүсе юҡ. Аш өйгә индем, төпкө яҡҡа күҙ ташланым, бер кем дә күренмәй. Бына ғәжәп, ни хәл был? Шул мәл артымда аяҡ тауыштары ишетелде. Инеүсе йәш ир мине танып өлгөргән булһа кәрәк, тупһа ауыҙынан уҡ лауылдап сәләмләне:
– Һаумыһығыҙ!
– Һаумыһығыҙ, һеҙ кем булаһығыҙ?
– Инәйҙең күршеһе, өйөбөҙ телефонынан мин шылтыратҡайным!
– Аңлашылды. Еҫ тейгән инәйең өйөндә күренмәй, ҡайҙа һуң ул?
– Ҡайҙа булһын, мунсала ята!
– Ошо мәлдәме?! – Ваҡыттың үтә һуң икәнлегенә ишаралап, ҡорғандары асыҡ тәҙрә яғына баш һелктем.
– Өлкән йәштә ул. Һикһәнен күптән тултырған. Ныҡ оҙаҡлап киткәс, ҡатыны барып күреп ҡалған. Хафаланып, йоҡларға ятҡан мине уята һалды. Инәй иҫһеҙ тырпыраған, ти. Минән ниндәй генә файҙа инде, ҡатын бер үҙе улай-былай сабыуланы ла, рәт сығара алмаҫтай булғас, срушны һеҙгә шылтырата һалдыҡ.
– Ә мунса ҡайһы тирәлә?
– Һул яҡҡулдағы ике өй араһындағы картуфлыҡ осонда. Беҙҙең мунса булһа ла, инәй ҙә үҙенекеләй күрепҡуллана. Уны яңыраҡҡына төҙөп бөттөм, ҙур, иркен итеп эшләнем, ҡул теймәгәс, әлегә электричество үткәрелмәгән. Яғыуыбыҙ була, инәй ныҡ ҡыҙыуҙы яратам, тип иң беренсе йүгерә, өс тапҡыр, өс миндекте япраҡһыҙ сыбыҡҡа ҡалдырып тәгәрәп йөрөп сабынмаһа, ике сәғәт тирәһе иркенләп йыуынмаһа, мунсанан сыҡҡас ҙур эсле еҙ самауырынтүңкәрәһенән эсмәһә, күңеле булмай, тиҡатыным. Тумалаҡ мунса таштары Эйек йылғаһынан килтерелгән ине, моғайын, шулар еҫле булғандыр ҙа инәйҙе аяҡтан йыҡҡандыр, кем белә. Бөгөн мунсаны юлдан йөрөп ҡайтҡас бик һуң тоҡандырғайныҡ шул, ҡәһәрең, ҡазаһына күрәлер, мейес янып бөтөр-бөтмәҫтән инәйебеҙ сығып та йүгерҙе.
– Һуң, ҡазаланыусыны өйгә алып килмәгән хәлдә лә, мунса соланына һөйрәп булһа ла сығара, кейендерә торһағыҙсы!
– Ҡайҙа инде! Әйтәм бит, ҡатыным яңғыҙы маташтырып ҡараны ла һуңғы сиктә ҡул һелтәне, көсө етмәй, миңә ҡалһа, үлгән кешенән ҡурҡам!
– Үлгәнме ни?
– Ҡатыным, пульсы һуҡмай, тын алышы тойолмай, күҙҙәре йомоҡ, ирендәренән ҡан әҫәре ҡасҡан, ти, ул әйткәс, дөрөҫтөр. Яр аҫтынан яу сыҡҡан, тигәндәй, бына һиңә, мә, аптырағас, сумаҙанымды өй эсендә ҡалдырып, кире урамда торған машина янына сыҡтым. Кәли абзый кабина ишегенән башын сысайтты ла үпкәләүҙән яҙылғанға ирәбе ҡыҙыҡһынды:
– Бик әпирәтивне боролдоң, мыртый, булдыламы?
– Шул арала булдырырға мин һиңә автомат что ли? – Эсем бошҡанға тиҫкәре яуапланым.
– Ну, кенәсел кешеһең дә инде, нимәгә кәзәң төкөй?
– Кәзәнең, бигерәк тә ҡарт кәзәнең, төкөрлөк рәте ҡалмаған!
– Һе, шыпа ла рәт-яйы киткәнме?
– Хуже.
– Уны нишләтергә йыйынаһың?
– Этем белһен.
– Һаман төшөнөп етмәйем, үсексәнлегеңә барып, һаман этә-төртә тылҡыйһың, аңлатыбыраҡ һөйлә әле?
– Нимәһен аңлатаһың, пациент өйҙә юҡ!
– Ҡайҙа булған, моғайын да, ер йотмағандыр?
– Күршеләре шылтыратҡан, ә ул һаман да мунсала ята!
– Кем ята?
– Төпсөндөң дә баһа, таралмаған дебете баҡтаға ҡалып ҡылы ҡойолған ҡарт кәзә, орғасы кәзә.
– Нисегерәк ята?
– Нисегерәк, тип ни, дүрт тояғын да өҫ яҡҡа тырпайтып.
– Ызнашит, бедная коза копыту откинула, так палучается?
– Шулайыраҡ.
– Бына һиңә, проблема булмағанда проблема!
– Әйтмә лә, брат!
– Әбейҙең үлеп ҡалыуына ышанып етмәйем, ни тиһәң дә, Советтар Союзы үҫтергән, тәрбиәләгән кеше бит ул! Оло быуын ныҡ, хеҙмәттә сыныҡҡан, ауырлыҡтарға бешкән, юҡлыҡҡа күнгән, одним словом, улар икенсе ҡамырҙан әүәләнгән. Беҙҙе дөмөктөрөргә йыйынып махсус рәүештә газ камераһына тыҡһалар ҙа, бирешә һалып бармаҫбыҙ, шуны маңлайыңа киртеп ҡуй. Бабка копыту откинула, значит, повторяю, что-то не верится, шулай ҙа нишләйбеҙ?
– Аптырап һиңә сыҡтым да инде.
– При чем тут мин, медицинаны яҡшы белгән эспициәлис түгелмен дә баһа?!
– Уның ҡарауы, оҙаҡ йылдар больница тирәһендә йөрөгән тәжрибәле шоферһың, бәлки, практик йәһәттән кәңәш бирә алырһың!
– Кәңәш биреүгә килгәндә, всегда пажалыста. – Ашарға бирмәй, һөйләргә бир инде Кәлигә, ул шуны ғына көткәндәй, тәмле нәмә ҡапҡандай тамшанып хәбәргә лә күсте. – Дә-ә-ә, үәт ситуациятиһәңдә ситуация, Яңыбай ауылынан быуаҙ бисәне тейәп төнө менән юлға сығып, шунда бәпәйләткән булды, представляешь, бер-бер артлы игеҙҙе тыуҙырҙы, хәйерһеҙ, берәүһен минең полушубокҡа төрҙөк, икенсеһен, ҡул аҫтында сепрәк булмағанлыҡтан, эске күлдәгем менән йүргәнек, бушанған, осҡалаҡ тотоп дерелдәп өшөгән ҡатындың өҫтөнә свитерымды яптым.
Бөгөнгө ише ғинуар һыуығы ине, ҡайтып еткәнсе боҙбармаҡтай шоҡорайып ҡаттым. Шунан бирле билһеҙҡалдым бит. Тау артында, төпкөлдә ятҡан Өмбәт ауылынан ҡайтышлай бахмурҙан интеккән алкаш менән машинаны уратып, баҫтырышып һуғышыпта йөрөлдө, бит-йөҙөм күк талаҡҡа ҡалды. Бына һуғыштыҡ исмаһам, хас та Сталинград алышы, теге айбарланып ташлана, мин уны ыңғайы бер һалып елгәрәм. Йәш саҡтағы ул уаҡиғаларҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды, иллә был ғәҙәттән тыш хәл тәүге тапҡыр.
– Ярай, хеҙмәт батырлыҡтарыңды икенсе ваҡыт, аулаҡта һөйләрһең, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, абзый, һинең тәҡдимде ишеткем килә?
– Әгәр теге ҡарт кәзәне шул килеш ҡалдырып китеп барһаҡ? Беҙ уға барыбер бер ниндәй ярҙам да күрһәтә алмайбыҙ.
– Телең ни һөйләгәнде ҡолағың ишетәме? Ул тереме, әллә үлеме икәнлеген әлегә бер кем дә белмәй, иҫбат итмәгән, справка-фәлән яҙмаған!
– Вапше-то, дөрөҫ әйтәһең, аҙаҡтан һиңә администрация тарафынан һүҙ тейәсәк, юҡ тигәндә выговор сәпәүҙәре, йә эштән алып ырғытыуҙары ихтимал.
– Улары – бер һүҙһеҙ!
– Былай итәйек, – Кәлиҡәтғиҡарарға килеп, ҡылыс менән һелтәнгәндәй ҡулын болғаны, – әгәр әбей үлгән икән, мәйетте тейәптуп-тура моргка алып барырға тура килер!
– Һуң, морг был ваҡытта бикле лә баһа.
– Ҡарауылсы Баҙарғол ҡартта асҡыс, уға тапшырырбыҙ.
– Ҡытай философы, һәр ваҡыттағыса, төплө, аҡыллы фекер йөрөтә, тик әтнәкә шунда, пациент мунсанан сыҡмаған, тинем дә баһа!
– Тамам башты бутаның, асыҡлыҡ индер, әлеге мәлдә ул ниндәйерәк статуста, үҙең үлеп ҡалғанлығын әйттең, хәҙер килеп пациент тиһең?
– Ярай, һинеңсә булһын, уны шартлы рәүештә әлегә тере мәйет тип атайыҡ.
– Понятны, уны мунсанан кем сығарыр?
– Бында һин дә мин, был сетерекле эшкә лайыҡ башҡа кандидатураларҙы күрмәйем. Хөрмәтле Конфуций, носилканы ал да киттек!
– Исем таҡҡасың, үҙең генә маташтыр, был мәшәҡәт һинең баш ҡайғыһы, минең төп эш – рулде борғолау! – Тәҙрә быялаһы ябылды.
Ишекте туҡылдаттым:
– Кәли Вәлиевич, шәп кешеһең бит, ызнамы алыштырғыһыҙ уҙаманһың, ысын йөрәктән әйтәм, һинһеҙ никак!
– Шулай тип ҡотол, атыу бертуҙына башлаһам, мине ипкә килтереүе еңелтүгел! – Тыңҡыш, бирән ҡорһаҡлы кәүҙәһен кабинанан еңел тәгәрәтеп төшөргән водитель уйланғандай итте.
– Төп бәлә шунда, яҡын ара булғас, алыптормағайным, носилка теге, икенсе машинала киткән, әлеге мәлдә уның ҡайһы тарафта йөрөгәнлеген беләһең. Ҡасан ҡайта бит әле ул.
– Тәжрибәле, имеш, ары ни ҡылабыҙ?
– Машинаны ремунтлағанда түшәп йөрөгән мазутлы одеялым бар барлыҡҡа, тик шуныһы – стерильный әйбер түгел.
– Живой трупҡа бара, ал шуны!
Теге, шылтыратҡан ир, бәләһенән баш аяҡ, типтер инде, һыуға һеңгәндәй юҡҡа сыҡҡан. Картуфлыҡ осондағы нөктәләй уты йызылдаған мунса яғына һалынған берләм ҡар һуҡмағынан эйәртенешеп бата-сума барабыҙ. Таҡтанан әтмәләнгән соланға инеп төртәләнеп йөрөп тотҡаны табып, ишекте шар асып ебәрҙем. Һалҡын пар күҙ асҡыһыҙ боҫ хасил итте лә быялаһыҙ елпелдәк шәмде һүндереп үкҡуйҙы. Күҙгә төрткөһөҙ ҡараңғыла ҡара бесәйҙе эҙләгән диуана хәлендә тороп ҡалдыҡ.
Өшөксән Кәли артындағы ишекте шартлатып япты. Аяҡтарымды ипле шылдырып баҫып, тома һуҡыр кешеләй ҡулдарымды ян-яҡҡа йәйеп эс яҡҡа үттем, көрәктәйҡул, яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡыптыр инде, пальто тышынан кейелгән халатымдың билдегенә сат йәбешкән. Танауға соляркаға болғанған ҡайын миндегенең ҡырҡыу еҫе бәрелде.
Ҡайһы тарафҡа боролорға, уңғамы, әллә һулғамы? Аптыраҡ. Шулай ҙа ни ҙә булһа эшләргә кәрәклекте тойомлап һүҙҡуша һалдым:
– Кәли Вәлиевич?..
– Эһ-һ-һ... Ну?
– Үҙеңде нисек тояһың?
– Еҫ тейеп өлгөрмәне, теремен...
– Һин хәҙер итәктән тотҡан малай һымаҡ миңә ыҫмалалай йәбешеүеңде ҡуйып, эләүкәне эҙләптапта, һәр таҡтаны һыпырыпҡапшап сыҡ!
– Аныҡҡына итептөшөндөр.
– Эҙләгәнеңә юлыҡҡансы. Ә мин тубыҡланып йөрөп, иҙән буйын һәрмәштерермен. Логикаға ярашлы, беҙҙең өсөн ҡәҙерле әбекәйебеҙ бер ҡайҙа ла сығыпҡасмаған, ул бында!
Еүеш иҙәнде буйлап дүрт тағанлап йөгөнөкләй торғас, бер аҙҙан салбарымдың тубыҡтары еүешләнеүен тойҙом, тын алғыһыҙ эҫелектән арҡам буйына тир бәреп сыҡты, усым менән тымбаҙаған маңлайымды, биттәремде һыпырҙым. Уңарсы һабынлы иҙәндәге тасҡа яңылыш баҫҡан Кәли таһыр ҙа тоһор килеп йығылып та китте. Йәнде ашаған хәүефле тынлыҡ.
Ҡурҡыуға ҡалып һорай һалдым:
– Ни булып китте, абзый?
Бер аҙҙан ауыр мышнау ҡолаҡҡа салынды:
– Уй билем... Үлдем!..
– Уйламаған ерҙә абайламаҫтан һин дә дөмөкһәң, эштәр хөрт, как-нибудь үлмәй тор!
– Тырышам да бит, тамаҡ кибеп китте, нишләптер...
– Һулаҡай яҡ стена ҡырына һыулы тас ҡуйылған, шундағын усың менән һоҫ.
– Биҙа инде, ҡайһытирәләрәк тинең?
– Ишек төбөндә. Таптыңмы, булдымы?
– Һабынлы һыу ҙа баһа!
– Һайлансыҡ хан ҡыҙы һымаҡ ҡыланма, йәме, мин һиңә бында шишмә һыуын ҡайҙан табыр тиһең!
Бер аҙҙан ыңғырашыу тағы ҡабатланды:
– Керле һыуҙы уртлағас, бер аҙ еңел булып ҡалды. Былай именмен һымаҡ, ә бил кәнкритне тотто лаҡуйҙы, сабакы!
– Бил ерунда, башыңдытотопҡара, урынындамы?
– Урынында, шикелле.
– Айыҡ аҡыл менән фекерй өрөткәндә, тимәк, һин тереһең! Шулай итеп, хөрмәтле үә ҡөҙрәтле Үлемһеҙ Кащей, бөртөкләп сәселгән алтынды эҙләүҙе дауам итәйек!
Йөгөнөкләү яйһыҙ булғас, ятып алып ҡулдарымды уңлы-һуллы йәйеп ебәреп эҙләргә тотондом. Кәбәндә юғалған энә түгел дә инде, әбейем зым-зыя юҡ. Бер аҙҙан абзыйым ҡыуанып һөйләнде:
– Аяҡты таптым, нәкәнис!
– Бына ҡыуаныс, нисегерәк?
– Нисек булһын, ҡаҡ һөйәк, өҫтәүенә ҡамыт.
– Ҡиммәтле табышыңды ысҡындыра күрмә!
– Юҡ инде, табыуын тапҡас, ебәреү юҡ. Тәне һыуынып, ҡатып өлгөрмәгән.
– Бик һәйбәт, ҡатҡан хәлдә ботаҡлы ағасҡа әүерелер ине, теге, нестерильный одеялың үҙең менән бит?
– Миндә. Уны нишләтергә?
– Мәйеттең аҫтына түшә.
Бер килке тышта быш килеп мәшәҡәтләнеүҡолаҡҡа салынғандан һуң Кәли быуылып өндәште:
– Што-то яңғыҙымдың ҡулынан килер эш түгел.
– Йылымыс ҡарсыҡты еренә еткереп эшкәртергә лә эшкинмәгәс, һин ниндәй бабай!
– Ҡатындың үлгәненә нисә йыл, онотолған.
– Онотҡаныңды яңынан иҫеңә төшөрөргә тура килер. – Мыштырҙауҙы оҡшатмай ҡабаландырҙым. – Йә, тамамланыңмы?
– Яҙа-йоҙа булһа ла тыҡшырҙым һымаҡ.
– Баш яҡтан мин бөрөп тотормон, һомғол аяҡтар – һинеке.
Еңел һөйәклеҡорҙай кәүҙәне эркеттоғолай күреп, солан яғынаҡарай һөйрәнек.
Мейене ҡайнатҡан эҫенән һуң һалҡын соланда күҙҙәр асылғандай итте. Бына бәлә, һуйылған һарыҡ ауырлығындағы йөгөбөҙҙө аяҡтар аҫтына һалып, тын алырға ла өлгөрмәнек, галошлы сүсинкә быйма кейгән, ҡартлығы етеп, хәрәкәттәре килбәтһеҙгә ҡалған Кәли аяҡтары боҙло иҙәндә тайып тағы ла гөрһөлдәп ауҙы:
– Ай-й-й, билем!..
– Шул һинең күсәренән ысҡынған сырхау билең булды инде, ҡайҙа ла уҡлау йотҡандай ҡыланаһың!
– Ни хәл итмәк, хранишеский радикулит. Бил тирәһен өҙлөкһөҙ һылап-майлап ҡына әҙәм булып йөрөлә.
– Һинең хронический радикулитыңда эшем юҡ, ҡаҙалып ҡына кит, мәйетте ҡайҙа иттең?
– Ҡайҙа булһын, минең өҫтөмдә ята, һылашып!
Солан эсендә өҙлөкһөҙ билен ҡармаған Кәлиҙе аяҡҡа баҫтырыуға, мәйетте ҡабаттан төрөп әүеш-теүеш итеүгә лә апаруҡ ваҡыт китте. Ишек алдына сыҡтыҡ та йөгөбөҙҙөҡар өҫтөнән шыуҙырып һөйрәп өй яғынаҡарай йүнәлдек. Мәшәҡәтле шөғөлөбөҙ еңелгә килеп терәлде һымаҡ.
Бер аҙҙан арт яҡта тыш та быш килеп туңҡаңлаған Кәли йәнә тауыш бирҙе:
– Мәйеттең йәне ла сығып өлгөрмәгән шикелле.
– Уны ҡайҙан беләһең?
– Аяғын сысаңлатып бот араһына типте. Хәҙер билем генә түгел, йән ерем дыулай.
– Бирешмә, Кәли Вәлиевич, йәшәйбеҙ әле, йәшәйбеҙ! Һинең күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәтеңде райбольница етәкселеге иҫәпкә алып, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Почет грамотаһынтотторор, моғайын, бына күр ҙә тор. Мин ултырырмын әле шунда, һиңә ҡарап, көнләшеп.
– Грамотаң үҙеңә булһын, йәме?! Иртәгә үк, таң менән эштән китеү хаҡында ғариза яҙам. Инде лә былайтып пинсиә йәшенә еткәндә, эт көнөнә ҡалыр хәлем юҡ, ас тамағым, тыныс ҡолағым!
– Әйткәндәй, кисә баш врач менән һөйләшеп торҙом әле. Тырыш водитель булараҡ, Кәли Вәлиевичҡа карбюратор, өр-яңы тәгәрмәстәр алып бирәм, тинесе Мирсал Зәйнеғәбдинович, һүҙ араһында. Ярай, китһәң китерһең, тотоусы, һиңә инәлеүсе булмаҫ, сәғәт кеүек матур эшләгән, елеп йөрөгән машинаңды һуңынан берәйһе рәхәтләнеп ҡуллана инде. Миңә ни, сит кешегә, барыбер, ғүмер буйы үҙеңдекеләй күрептотонған машинаны йәнеңдәй күрәһең бит, һиңә обидно, шуны ғына әйтмәксе инем!
Карбюратор, тәгәрмәстәр хаҡында йылы һүҙ ишеткән, машинаһын яттар ҡулына тоттороп өйрәнмәгән Кәлиҙең өнө тығылды.
Өйгә индереп, мәйетте аш өй яғындағы урындыҡ буйына һуҙып һалдыҡ. Одеялды асып ебәрҙек. Беҙҙең күҙ алдына фирғәүен мумияһына тартымҡотто осорғос
һын пәйҙә булды: уҫаҡ әрҙәнәһеләй ҡаҡ сираҡтар, ите төшкән балтырҙар, һөйәктәре ҡырғыстай күренгән ҡабырғалар, буш ҡап рәүешенә ҡалып ян-яҡҡа һәлберәгән бушаҡ түштәр, балта һабылай, тарамыштары беленгән нәҙек муйын, тиреһе резина битлекте хәтерләтеп, күҙ төптәре шешенке, ҡалған өлөшө кибеп төшөнәҡатҡан өрөктәй сөрөш, ҡаштарыҡойолғанҡаҡ йөҙ, бер тотам сал сәс ишараты йәбешкән ҡуш йоҙроҡтай баш. Мәйеттең төштәремә инеп йөҙәтеүенән һипһенеп, сытырҙатып күҙҙәремде йомдом.
Ниһайәт, шаңҡыуынан бер аҙ арынған Кәли абзый һүҙ ҡыҫтырҙы:
– Күрмәгәндең күргеһе, күргәндеңҡоҫҡоһо килә, тигәне шулдыр. Ас күҙҙәреңде!
– Асмайым, тигәс, асмайым!
– Олоғайһаң, ошондай, мунса ҡарасҡыһылай торошҡа тороп ҡалаһың инде ул.
Әле сағыштырып ултырам, минең бисә был әбейгә ҡарағанда күпкә һылыуыраҡ иҫәпләнгән, уртансынан түбәнерәктәр рәтендә йөрөгән.
Күҙҙәремде ҡыҫып мәйеткә ҡарап алдым:
– Улайһа, ҡатынығыҙ һыу һөлөгөләй сибәр булған икән!
– Әйтмә лә, күнәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, миңә тәғәйен иш ине. Мискәгә ултырып һеперткеһен болғаған Мәскәй әбей әкиәттә генә йәшәй икән тиһәм!
– Мин дә шулай уйлай инем, баҡтиһәң, Кащейҙар, Мәскәй әбейҙәр бөгөнгө ысынбарлыҡта ла көн итәләр икән.
– Үлемһеҙ Кащейҙы тыныслыҡта ҡалдыр, йәме, бында мунса яратҡан Баба Яга хаҡында һүҙ бара!
Баштарыбыҙҙы баҫып бер килке һүҙһеҙ ултырҙыҡ. Бар ғәмем унда ғына булғанлыҡтан, әбейҙең мәйетенә иғтибар менән текәлгәнмен. Тышта, ҡар өҫтөнән шыуҙырып һөйрәгәндә апаруҡ өшөп, әле өй эсенең һалҡынлығын, еләҫлеген тойоп өлгөргән яланғас кәүҙә тартышҡандай итте лә кинәт ҡымғырлап ҡуйҙы.
Быны күреп өлгөргән Кәли ҡыуанғандай ҡысҡырып уҡ ебәрҙе:
– Мыртый, күрәһеңме, тышта саҡта сатыма типкәндән һуң үлгән икән был, тиһәм, яңылышҡанмын, мәйеткә һауала осҡан йәне кире әйләнеп ҡайтты һымаҡ!
Әхирәткә күсергә теләмәйенсә, әле тәндә йәшәү сатҡыһы барлығын хәбәр иткән хәрәкәтте күргәс, сумаҙандан ҡабаланып нашатыр спиртын килтереп сығарып, тар маңлайҙы, урттары эскә тартылған биттәрҙе ыуҙым. Ҡарсыҡ күҙ ҡабаҡтарын һөйәккә ҡалған бармағы менән тырнап асып, аҡтары еңеп, тоҙ төҫөнә ингән ташбыҡ күҙҙәрен минең яҡҡа йүнәлтте лә саҡ ишетелерлек итеп бышылданы:
– Һеҙ кем?
– Мин фельдшер, – шоферым яғына баш һелктем, – ә был минең водитель.
Ҡарсыҡ Кәли яғына күҙ атты ла, ҡурҡҡандай, күҙҙәрен таҫырайтты. Мин дә үҙ сиратымда ингәндән алып иғтибарҙан ситтә ҡалған Кәли яғына ҡараным да саҡ көлөп ебәрмәнем, уның мунса ҡоромона буялған ҡап-ҡара йөҙө, ян-яҡҡа тырпайған ҡарпыш ҡолаҡтары, терпеләй ҡабарған ыҫмалалай ҡара сәстәре, ҡоромло бармаҡтар эҙе ярылып күренгән һалынҡы биттәре, өшөгән картуфтай бәлшәйгән танауы хас та ытырғаныс мунса албаҫтыһына оҡшағайны.
Өндәшмәй ҡала алмай, йылмайыуымды көслөк менән йәшереп, ғәҙел баһамды бирҙем:
– Һинең һымаҡ иҫте китәрерлек ир уҙаманын тәүләп осратыуым!
– Һин үҙеңә ҡара, һаҙ шүрәлеһе!
Ҡарсыҡ ауырлыҡ менән ҡалҡынып ҡулдарын тағанланы, һеңгәҙәүле иҫе инәле сығалы, тотҡарланған аңы томалаулы булғанлыҡтан, ул инәнән тыума, шыр яланғас икәнлеген аҙағынаса танып, төшөнөп етмәгәйне әле, мейес эргәһендәге һауыт-һаба ҡуйылған өҫтәле яғына ҡарай тәнтерәкләне. Рәбәғәтһеҙ һынды күреп, күҙҙәре тас маңлайына менгән абзыйым ҡурҡышынан ишек төбөнә ҡарай тартылып, бер мөйөшкә һырыҡты.
Әбей өҫтәл түренә ҡуйылған самауырына йәбеште:
– Рәхмәт инде һеҙгә, үлемдән аралап алып ҡалдығыҙ бит, килеүен килгәс, бер юлы сәй эсепҡайтығыҙ, самауырым килептороп егәрле, хәҙерҡайнап сығыр, яңы айыртҡан ҡаймағым, һинд сәйем, сейәле майым, ҡарағат үәринйәм, ҡыҙыл эремсекле майым бар. – Бер ҡулы менән ишек тотҡаһына йәбешеп өлгөргән Кәлигә һынаулы һирпелде. – Мин дә яңғыҙым ҡаңғырам бит, юл яҙлыҡтырып килгеләп йөрө, йыуып таҙартып алһаң, һинән йомош-юлға көн һайын тотонорлоҡ арыу ғына бер ир килеп сыҡмалы!
– Юҡ, инәй, ҡәҙер-хөрмәт, һыйлы табын аҙаҡтан, бик тә ҡабаланабыҙ, беҙҙе һинеке һымаҡ вызовтарға таңға ҡәҙәр саҡырасаҡтар әле! Бына нашатыр спирты, һеҙгә башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй, ә водителемә ныҡ итеп әйтеп ҡуйырмын, килер ул һиңә, мотлаҡ килер, пар килгәнлегегеҙ һүҙһеҙ ҙә күренә!
Артына атылған үр ҡуянылай эләгә-йығыла, кемуҙарҙан йүгермәләп сығыу яғына ҡарай һыпырттыҡ.
Кабинаға инеп ултырғас, шаян күҙ ҡыҫтым:
– Еңел пар менән, Кәли Вәлиевич!
Абзыйым үҙ сиратында тәүге тапҡыр мыжымайынса, ҡәнәғәт һөйләнде:
– Шәп булды әле был парлы мунса, шыр яланғас ҡатын һыны күптән күҙ уңымдан осҡайны!..
Хәйҙәр Тапаҡов.