Бөгөн халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуған районында һәм ауылында уның 100 йәшенә бағышланған байрам саралары үтте. Мин дә барырға тейеш инем дә, килеп сыҡманы.
Назар ағай бала сағымдан әсәйемә тыуған яғынан сәләм ебәреүсе булып күңелгә инеп ҡалды. "Беҙҙең ауыл Миңеште" йырын йыш ҡына тапшыралар ине, ә ул әсәйемдең тыуған ауылына терәлеп тора, өс кенә саҡрымда. Беҙҙең юлы, уты, элемтәһе булмаған төпкөл ауылыбыҙға шул йыр туған яҡ сәләме булып килеп торҙо. Хаттар ҙа айлап йөрөй ине бит! Олатайымдың вафаты хәбәрен дә уны ҡуйып бер нисә аҙна үткәс кенә алдыҡ. ..
Архивтарҙа үҙем ҡаҙынып, әсәйемдең ауылының да, Минештенең дә документтарын табып алдым. 19-сы быуатта башҡорт ауылы булған был ауылдар. Назар ағайға шылтыратып әйттем.
-Беләм, - тине ул. - Башҡорт тамырым Борай районы Ҡайынлыҡ ауылынан.
Ҡолағым "ҡарп" итеп ҡалды, сөнки әсәйемдең атай яҡ ҡарт олаталары ла шул ауылдан күсенгән бит Миңеште янына! 19-сы быуатта Иҙел ныҡ ташып, яр буйындағы урамды йыуып алып киткән. Саҡ ҡотолоп ҡалған халҡы өйәҙ түрәләренән ҡалҡыуҙан урын һораған. Черемис (мари) ауылы янындағы ҡалҡыуҙан урын биргәндәр. Ә Миңеште уйһыуыраҡ ерҙә, түбәнерәк.
Бына шулай... Вафаты йылы уның Миңештеләге йортонда осраштыҡ, шатланып йөрөп баҡсаһын, тәҙрә төбөндәге помидор үҫентеләрен күрһәтте. Әйткәндәй, тәүге һәм һуңғы тапҡыр шулай яҡындан осрашып һөйләшеп ултырыубыҙ булды.
Һыйыр күҙе тураһында ла хайран ҡалырлыҡ шиғыр яҙа торған кеше ине ул, ысын талант!
Вафаты минең өсөн көтөлмәгәнсә булды. Әле яңы ғына теп-теремек йүгереп йөрөй ине бит әле!
Мәтамында илап буҫығып бөттөм, ҡапҡаһы алдына сығып оҙатып ҡалғаны, елдә елпелгән көмөш сәстәре, гөрөлдәк тауышы күҙ алдында тик торҙо. Әле лә онотолмай.
БР-ҙың халыҡ шағирәһе Гүзәл Ситдиҡова.