Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
4 Февраль , 23:55

ЗАМАНАЛАР

Сибай ҡалаһынан Фиса Кинйәбулатова иҫтәлектәре.

ЗАМАНАЛАР
ЗАМАНАЛАР

Ҡыштың оҙон кистәре. Киске аштан һуң, мин "Вязание спицами" тигән төҫлө китабымды алдыма алып, яңы семәрле кофта бәйләргә өйрәнергә ултырҙым. Балалар үҙ бүлмәләрендә компьютерҙә уйын уйнайҙар.
Минең янымда, күптән етмеш йәшен тултырған әсәйем, телевизор пультын ҡулына тотоп, уйға ҡалған.
Бер аҙҙан, миңә ҡарап:
-Үәәәәәй, замана! - тип көрһөнөп ҡуйҙы.
-Нимә булды әсәй?
Тағын ниндәй уйҙар борсой үҙеңде?- тип ипләп кенә күҙҙәренә ҡарайым.
-Ююююҡ, бер ниҙә булманы! Һинең китапҡа ҡарап бәйләргә өйрәнеп ултырыуыңды күреп, иҫемә килеп төштө әле - ти әсәйем.
-Нимәләр төштө икән иҫеңә, һөйлә әле, әсәй. - тип ялбарам.
Күҙҙәрен, иҙәнгә түшәлгән келәмгә төбәп, ул һүҙ башланы:
-Мин килен булып төшкәндә, хәҙерге замандағы кеүек, бәйләп өйрәнеү өсөн төҫлө китаптар, пультлы телевизор, балалар уйнаған компьютер кеүек нәмәләр булманы. Ҡыштың оҙон кистәрендә, ир-ат колхоз эшендә төнгө сменала булғанда, донъя мәшәҡәттәренән арыған ауыл ҡатындары, йыйылышып, бәйләмдәрен тотоп, сәйгә тип бер аҙ ризыҡ алып, бәләкәй балаларын ҡәйнәләре менән өйҙә ҡалдырып, берәй яңғыҙ ҡатындың өйөндә ултырып ҡайтырға барырҙар ине.
Ул ваҡытта һәр өйҙә лә ҡәйнәләр булды. Күрәһең, Ватан һуғышының касафатылыр инде ул. Ауылда оло бабайҙар һирәк булдылар, яңғыҙ йәшәгән әбейҙәр ҙә бик һирәк ине. Яңғыҙ әбейҙәр улдары, килендәре менән бергә торҙолар.
Ул бәләкәй генә, ике бүлмәле өйҙөң ал яғында, урындыҡта улы менән килене ятһа, ишек төбөндә бәрәстәре менән быҙауы торор ине.
Төпкө бүлмәләге урындыҡ тулы балалар һәм ҡәйнәһе ята торғайны.
Шуға ла, килендәр донъя эштәренән талып, балаларҙан арып, бер аҙ ултырып аралашып ала торғайнылар.
Аулаҡ өйгә барып ингәс тә, сәйгә тип алып барған ризыҡтарын, урындыҡ уртаһындағы ашъяулыҡ өҫтөнә ауҙарып, хужабикәгә сәй табыны ҡорорға хәстәрләшә торғайнылар.
Борҡоп, ҡайнап торған ҙур самауырҙы урындыҡ ситенә ҡуйып, уның иң өҫтөнә, ҡара грузин сәйенә үләндәр ҡушып һалынған сәйнүк менеп ултырғас, кәсәләр зыңҡылдай башлайҙар.
Ҡатындар ашъяулыҡты тирәләп, аяҡтарын бөкләп, сәй табынына яҡынлап ултыралар.
Шунан, хужабикә үҙен бер аҙ ғорур ғына тотоп, кәсәләренә маҡтанғандай, бер ҡулы менән кәсәне тотоп, икенсе ҡулына ҡоро таҫтамал алып, уларҙың эсен һөртөп, сәй яһап, таратып сыға.
Әәәәәй, ул табындағы ризыҡтарҙың тәмлелеге! - тип әсәйем йылмайып ҡуйҙы.
-Йәй көндәре йыйып, һөттә эретеп киптерелгән сейә, муйыл талҡандарының тәмлелеге....
Яңы уңыш бойҙайын табала ҡыҙҙырып, тартылған ҡурмас талҡаны, кипкән ҡорот, сейәле иретелгән һары май, ярылған камауай шәкәр тәме - әле лә тел осонда тора.
Балаларға был йыйынға барырға тыйыла ине.
Береһе лә балаларын эйәртеп йөрөмәнеләр. Хатта хужабикәнең балалары ла (булһалар) ул көндө икенсе берәй туғандарына, йә күрше-күләненә йоҡларға китә торғайнылар.
Сөнки, был табында тик ҡатындар ғына белә торған, уларға ғына белергә кәрәкле булған серҙәр сиселә ине.
Ҙур самауырҙы йыҡҡас, һыуын һыҡҡас, уны яңынан ҡайнатырға һыу ҡойоп, мейестән тере ҡуҙ тултырып соланға сығаралар ҙа, табынды йыйыштыралар.
Шунан, ҡатындар урындыҡтың ситенә ултырып, аяҡтарын һалындырып, урын етмәгәндәре ҡаршы эскәмйәгә ултырып, ҡулдарына бәйләмдәрен алалар.
Кемдер дебет шәл бәйләй, кемдер - йөн нәски, кемдер - бейәләй. Белмәгәндәр- өйрәнә, белгәндәр- өйрәтә.
Бирсәткә бармағын айырым бәйләргә минән өйәнерҙәр ине. Һалдаттарға ебәрергә тип, һуп бармаҡты айырым итеп бейәләй бәйләргә күптәргә үҙем өйрәттем.
Ана шул ваҡытта, теге ҡатын-ҡыҙҙар ғына белергә тейешле, серҙәр сиселә инде.
Берәү үҙенең уҫал ҡәйнәһенә зарлана, икенсеһе - иренә, өсөнсөһө - иренең туғандарына....
Бәғзе берәүһе, яңы күлдәген күрһәтеп бер аҙ маҡтанып ала, икенсеһе - яңы көмөш алҡаһын, йә беҙәлеген күрһәтә.
Өсөнсөһө - яңы ғына баҫтырылған йомшаҡ быймаһын кейеп күрһәтә. Ә инде уны күргәс китә таҡмаҡтар:

-Һындыр иҙән, һындыр иҙән,
Һындыр иҙән таҡтаһын!
Һындырһаң иҙән таҡтаһын,
Колхоз түләр аҡсаһын.

-Тыҡы-тыҡы, тыҡы-тыҡы,
Тыҡы тауышы килә.
Аяғына быйма кейгән,
Итек тауышы килә.

Ҡатындар бер талай шулай һелкенеп алғас, кире урындарына ултырып йыр йырлай башларҙар ине.
Уларҙың араһында әбизәтелнә бер-ике көслө, яңғырауыҡлы тауышлыһы була торғайны. Күрше ауылға, йә районға ҡунаҡҡа, туйға барғанда өйрәнеп ҡайтҡан яңы йырын, матур итеп йырлап ишеттерә торғайнылар.
Ул арала, теге ҙур самауыр икенсегә ҡайнап сыға. Ҡатындар етеҙ генә, күмәкләшеп тағын табын артына йыйылалар. Был юлы инде, ашъяулыҡ уртаһына ҡаҙанда, урталай ярып, һыуҙа бешерелгән картуф ҡуялар. Шул бешкән картуфты, ҡомалаҡ икмәгенә һары май һылап, ҡушып ашарға керешәләр.
Ашап туйғас, хужабикәне маҡтап, һый-хөрмәтенә рәхмәттәр әйтеп, киләсәктә мал-тыуарының имен булыуын юрап, үҙенә, балаларына һаулыҡ теләп, сәй табынына доға ҡылырҙар ине.
Ике самауыр сәйҙе бушатҡас, шау-гөр килеп, көлөшә-көлөшә күмәкләшеп бәҙрәфкә сығып инәләр.
Унан, кире бәйләмдәрен ҡулдарына алып, инде донъя, район, күрше ауыл яңылыҡтары менән бүлешә башлай торғайнылар.
Шул яңылыҡтар араһында, беҙҙең ауылдың бер ире икенсе ауылдағы тол ҡатынға барып йөрөүе, йә теге ауылдан бер ирҙең беҙҙең ауылдағы тол ҡатынға килеп йөрөгәне тураһында ла һүҙ йөрөтөрҙәр ине.
Ҡатындар ирҙәренә зарланып, ҡайһы саҡ иренең иҫерек килеш, ҡәйнәһенең һүҙенә төшөп, уны һуңып ебәргәнен тик ошондай осрашыуҙа ғына һөйләп һала торғайнылар. Был ваҡытта кәңәш биреүселәр: "Бар судҡа бир!", йә "Сыҡ та кит, йәшәмә уның менән!", йә "Үҙен туҡма!" - тигән кеүек һүҙҙәр әйтмәнеләр. Йәшерәк ҡатындар өндәшмәҫ ине, ә бер аҙ олораҡтары:
-Түҙәһең инде килен, балаларың хаҡына. Ҡәйнәң мәңге йәшәмәҫ, ҡотолорһоң!"- тиеүҙән артыҡ кәңәш бирмәнеләр.
Хәҙерге заман ҡатындары менән сағыштырғанда, ул заман ҡатындарҙың түҙемлегенә, сабырлығына, эшлекле булыуҙарына иҫең китер. - тип әсәйем тағын көрһөнөп ҡуйҙы.
Мин әсәйемдең күҙҙәренә ҡарайым. Уның күҙҙәре бер аҙ йәшләнгәндәй тойолдо.
-Шунан? - тип, һүҙен дауам итеүен көтәм.
-Шунан, шулай йыйын аҙағына иң һөйөнөслө яңылыҡтар ғына ҡала ине: кемдең бикәсе, һеңлеһе кемгә кейәүгә сыға, кемдең ҡустыһы, ҡәйнеше кәләш ала.
Кемдәр хәҙер үҙ-ара ҡоҙа-ҡоҙағый булышалар.
Ә иң һуңынан, йәш ҡатындар үҙҙәренең балаға уҙғанын, 4-сегә, 5-сенә, 6-сыға әсәй булырға йыйынғанын әйтеп ҡуялар. Уның өсөн барыһы ла ҡыуанышып, яҡшы теләктәр теләп, таралышалар ине.
Ул ваҡытта, беҙҙең урамда һәр ғаиләлә 6-тынан да кәм бала булманы.
Балалар бер урам булып, һуғыша-талаша, йәшел үләндә аунап, сөсө икмәк ашап, туң майға бешерелгән майикмәк менән бүлешеп, көйәнтәләп һыу ташып, бәләкәй ҡусты-һеңлеләрен йөкләп йөрөп үҫтеләр.
Балалар талаша- һуғыша тип, ата әсәләре әрләшеп йөрөмәнеләр.
Өләсәләре шыйыҡ сыбыҡ тотоп сыҡһа, тауыш-тын бөтөр ине- тип тамамланы һүҙен әсәйем.
Мин уйға ҡалдым.
Ысынлапта, заманалар ауыр булһа ла, ҡатындар ҡурҡмай нисә балаға ғүмер биргәндәр. Өйөм бәләкәй, ашау наҡыҫ, көнкүреш ауыр тип, һис борсолмағандар.
Һөйгәндәр- ҡауышҡандар, түҙгәндәр-торғандар, тормош ауырлыҡтарына бирешмәгәндәр.
Ана шулай, кис йыйылып, ҡайғыларын уртаҡлашҡандар, бер-береһен йыуатҡандар, күңел асҡандар.
Бәлки, күптәр минең менән килешмәҫ, ә минең уйым буйынса, ана шул түҙемле ҡатындар - ғаилә ныҡлығын һаҡлап торғандар инде.
Әсәйемдең баҡыйлыҡҡа күсеүенә инде егерме йылдан ашты.
Миңә уның һөйләгәне, "Үәәәәәй, замана! "- тип һуҙыуҙары хәҙер бик аңлашыла.
Егерме йыл эсендә заманалар тағын үҙгәрҙе. Китаптарҙы хәҙер ҡулға ла алмайбыҙ, телевизор һәр бүлмәлә, тик ҡарарға ваҡыт етмәй, балалар компьютерҙа ла әллә ни ултырмайҙар.
Хәҙер, барыһының да ҡулында телефон. Ярты көнөбөҙ шул телефонда үтә:
бөтә документтәрҙе телефон аша тултырабыҙ, кәрәк ергә ебәрәбеҙ, аҡса күсерәбеҙ.
Балаларҙы дәрес әҙерләтеү, уҡытыусылар менән бәйләнештә булыу, аралашыуҙар, хәл белешеүҙәр, туғандарға, дуҫтарға сәләм ебәреү - барыһы ла телефон аша.
Яһалма зиһен көйҙәр яҙа, яһалма зиһен йырлай... Телефонды асһаң яһалма зиһен эшләгән сибәр ҡыҙҙар йылмая, интернет дуҫтар, яһалма һөйөү.....
Тағын ниндәй заманалар килер икән???...

Автор:
Читайте нас