Элек бергә эшләгән кешеләр бер-береһен төрлөсә шаяртып, шунан ҡыҙыҡ таба инеләр Бер-береһенә үпкәләү ҙә булманы... Хәҙер генә ул бер кемдең дә “һеркәһе һыу күтәрмәй”...
Редакцияла эшләп йөрөгән Тәлғәт ағай ял йортона барып ҡайтҡан. Элек ял йортона барыу һирәк күренеш була торғайны. Кешеләр ҙә, бөгөнгө ише, ял йорттары, санаторийҙар, тип әллә ни атлығып торманы...
Ял йортонан ҡайтып, эшләп йөрөй икән ағайыбыҙ. Бер типографияла эшләгән ҡыҙҙар “Советский воин” журналында Тәлғәт ағайҙың һыңарын күреп ҡалғандар. Һуйған да ҡаплаған үҙе инде! Ят бер мәрйәне ҡултыҡлап, шат йылмайып тора ир!
–Әйҙә, Миңһылыу апайҙы ҡыҙыҡ итәбеҙ! – Шаян ҡыҙҙар әлеге фотоны ҡырҡып алып, үҙҙәре линотипта текст йыйғандар ҙа, махсус аппаратта клише эшләп, гәзит битенә баҫып сығарғандар: “На снимке – отдыхающие Талгат Т. и Людмила Ю.”... Ҡыҙҙар аҡ ҡағыҙға үҙ ҡулдары менән хат та яҙып һалалар. Ә хат былайыраҡ була: “Здравствуй, мой дорогой Талгат! Как жизнь? Скучаешь? А я каждый день думаю только о тебе... Жаль, время пролетело так быстро...
Помнишь, в санатории нас какая-то корреспондентка вместе снимала на фотоаппарате? Вот, недавно наше фото появилась в журнале “Советский воин”... Классно получилась, да! Ностальгия...”
Оҙаҡламай хат почта йәшнигенә барып ята...
Кис Тәлғәт ағай эштән ҡайтып инһә, йәш балаһы менән өйҙә ултырған Миңһылыу апай “буран” сығара:
–Һине ял йортона ебәргән мин алйот! Ана, һөйәркәң фото ебәргән... Оятһыҙ! Нимә тип мәрйәңде ҡушлап фотоға төшөп тораһың, ауыҙың ҡолағыңа етеп... Шулай ҙа, былай...
Бер ни уйламаған ағай аптырап ҡала.
–Миңһылыу, ул ниндәй фото һөйләйһең? Минең бер кем менән дә фотоға төшкәнем юҡ...
–Шулайҙыр... Ә быны нимә тиерһең? – Апай дарҫ-дорҫ баҫып, залдан әлеге фотоны сығарып тоттора...
Башта ағай үҙе лә аптырап текләй икән. “Мин түгел!” – тиер ине, фотолағы кеше үҙенә оҡщаған. Тик уның ундай кейеме булғаны ла юҡ...
Ҡыҫҡаһы, ирле-ҡатынлы арыу ғына сыйышып, һүҙгә килешеп ала. Иртәгәһенә ағай кәйефһеҙ генә эшкә килһә, типография ҡыҙҙарынан берәүһе “серҙе” сисә үҙенә һәм көлә-көлә ғәфү үтенә.
–Минән ғәфү һорамағыҙ, ана, башта апайығыҙҙы тынысландырығыҙ! Күрәләтә кеше семьяһын бутап йөрөйһөгөҙ...
Ҡыҙҙарға ағай менән апайҙың өйөнә барып, эштең асылын төшөндөрөүҙән башҡа сара ҡалмай... Оҙаҡ, бик оҙаҡ лаҡап булып йөрөнө.