Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
2 Февраль , 23:15

Ышаныс. Уймаҡ хикәйә

- Ҡуй... Дөпөлдәмә улай... Майҙан сапҡан ат түгелһең бит. Ярһымасы...Ике усын күкрәгенә баҫҡан Ғәзизә дөп- дөп типкән йөрәген тынысландырмаҡсы булып, һөйләнә-һөйләнә эргәһендәге йомшаҡ ултырғысҡа барып ултырҙы.Ҡулдарын күкрәгенән алһа, йөрәге алҡымынан осоп сығып китерҙәй ине әлеге халәте.- Ни булды? Бер юҡ ҡына хәбәр шундай хәлгә тарыта буламы? Йәшәлгән тиклем ғүмерендә ниндәй генә хәбәр ишетмәне ул. Нахағы ла, ғәйбәте лә булды. Буҙлап ятып илағаны булды, һығылып төшөп һынһыҙ ҡалғаны булды . Фәрештә түгел үҙе лә, хаталарынан оялып, йөрәге өҙөлөп төшә яҙғаны ла булды.

Ышаныс. Уймаҡ хикәйә
Ышаныс. Уймаҡ хикәйә


- Ҡуй... Дөпөлдәмә улай... Майҙан сапҡан ат түгелһең бит. Ярһымасы...
Ике усын күкрәгенә баҫҡан Ғәзизә дөп- дөп типкән йөрәген тынысландырмаҡсы булып, һөйләнә-һөйләнә эргәһендәге йомшаҡ ултырғысҡа барып ултырҙы.
Ҡулдарын күкрәгенән алһа, йөрәге алҡымынан осоп сығып китерҙәй ине әлеге халәте.
- Ни булды? Бер юҡ ҡына хәбәр шундай хәлгә тарыта буламы?

Йәшәлгән тиклем ғүмерендә ниндәй генә хәбәр ишетмәне ул. Нахағы ла, ғәйбәте лә булды. Буҙлап ятып илағаны булды, һығылып төшөп һынһыҙ ҡалғаны булды . Фәрештә түгел үҙе лә, хаталарынан оялып, йөрәге өҙөлөп төшә яҙғаны ла булды.
Йәшәй - йәшәй сыныҡты йөрәге. Бер самаға көйләнеп үк алды. Тәүбә ҡылырға, хаталары, яңылыштары өсөн ғәфү үтенергә өйрәнде. Ғәйбәт, нахаҡ артынан иҫбатлап йөрөүҙе булдыра алмаҫын төшөнгәс:
"Ғәҙеллек бар ул, ҡасан да булһа ҡалҡыр" - тип йәшәне . Ә ул, ғәҙеллек, онотто, ахыры , Ғәзизәне. Иламаған балаға...
Ана шул ауыр мәлдәрҙә лә йөрәккеннәһе был хәтлем туламаны бит.
Дөп - дөп... Дөп -дөп ...
Йүгәнләп булмай йөрәкте. Күңел түгел дә ул. Күңел нимә? Уның күңелен күреп була. Ҡысҡырып йырлап күтәреп ебәреп була, һаҡһыҙ ҡыланып селпәрәмә килтергәндән һуң йыйнап алып, ҡоршап та ҡуйып була. Күңелде үлемһеҙ ҙә тиҙәр бит.
Күп кәрәкме инде уға. Бер йылы һүҙ, бер ихлас ҡараш.
Ә был - Йөрәк. Ул - тере. Уға ус баҫырға, тойорға була.
Ә кешеләр уны яралай - яралай йәшәй.
Туҡта, яра булдымы ни һуң бөгөн?
Уйҙарының осона ҡапыл сыҡҡан Ғәзизә йөрәгенең сығынсылау сәбәбен аңланы. Был асыштан шаңҡып ҡалды хатта.
Ниндәй хәсрәттәр кисереп бирешмәгәнде, бер хәбәр шундай хәлгә дусар итһен әле...

- Ғәзизәм, күп йылдар һаҡлап килгән бер сер һөйләйем һиңә. Белергә тейешһең тинем.
Иренең һынсыл ҡарашын күтәрҙе Ғәзизә, әллә күпме уй йүгереп үтте.
- Ҡатының һиңә хыянат итә, һөйәре бар, тип хәбәр еткерҙеләр бит миңә күп йыл элек.
Шаңҡып ҡалды Ғәзизә. "Кем?!" - тип кенә һорай алды.
- Ҡуй, беҙҙең иғтибарға лайыҡ кеше түгел. Бәхетһеҙ ул. Тыныслан, ышанманым мин . Хәйер... Күңелгә шик ояланы оялауын. Тере кеше бит мин, ир кеше. Әммә һиңә асылһам, берәй генә насар хәбәр әйтһәм, тормошобоҙ селпәрәмә килер һымаҡ ине. Тағы ла, мин бит үҙем һине күпме ҡайғыларға һалдым . Ни хаҡым бар ине ғәйбәт менән һине рәнйетергә ?

Ир менән ҡатын араһындағы "аһәң" тигән иң бейек нөктәгә етеү шулай буламы икән?
Бына ниндәй кисерештән, ниндәй оло хаҡиҡәтте аңлауҙан дөпөлдәй икән йөрәге.
Ике яҡтан ике төрлө сабырлыҡ. Һөйөү һәм хөрмәт хаҡына теләп алынған күңел торошо.

Төнө буйы керпек ҡаҡмай сыҡҡан Ғәзизә, таң һыҙылыуға хәләленең яурынына башын терәне,йөрәге уның тигеҙ һулышына көйләнде.

Наилә Хәмбәлиева, Учалы районы

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас