Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
30 Ғинуар , 01:56

МӘҘИНӘ

Тамағына аш та барманы уның , сәй ҙә эсмәне."Ашап -эсеп оҙаҡ ята торған булһам, сикәнерҙәр, балаларға бәлә булмайым",-тип уйланы ул.Бер ойоҡбашының үксәһе бәйләнеп бөтмәгәнен иҫенә төшөрөп, урҙаға үрелгән арала, башы әйләнеп йығылып китте.Күпме ятҡандыр иҙәндә , үҙ тәнен үҙе тоймай ине инде Мәҙинә инәй.Карауатына менеп ятырҙай ғына көсө ҡалған икән әле.Әжәлен көтөп тағы ике көн ятты ул.Курше килеп кереп табип саҡыртты,балаларына хәбәр иттеләр.Ҡыҙҙарын көс- хәл менән саҡ таныны әсәһе.Ҡосаҡлап торғоҙоп ултыртып йылы сәй эсерергә тырышҡан Фәридәһенә көрмәлгән теле менән:"Бер нимә лә килеп сыҡмай инде" - тип әйтеп телдән ҡалды Мәҙинә инәй.Күҙҙәрен йомоп , ирендәрен ҡымтып ,тыныс ҡына китте ул был донъянан...

МӘҘИНӘ
МӘҘИНӘ

Бер ҙә генә ҡала тормошон үҙһенмәне инде Мәҙинә инәй.
Әллә нимәгә алып килде бит Сәлимәһе ошо ҡалаға.
Һуңғы ваҡытта төштәре лә боларып тора.
Ғүмеремдең көҙө килеп еткәндер инде, шулай оҙаҡ йәшәмәйҙер ҙә әҙәм балаһы, әстәғәфирулла!
Төнө буйы йөрәге күкрәгенә һыймай туланы.
Табип саҡыртты Фәридәһе , ҡан баҫымы күпкә күтәрелгән икән.Тағы ла :" Ниңә генә алып килде инде Сәлимәһе?"-тип ҡабатланы. Фәридәмде ҡурҡытып төн йоҡоһо бирмәнем.
Асия ла ваҡытында ял итеп өйрәнгәндер , сменалы эштәре ауыр заводта ..."
-Хәҙер үк үҙ йортома алып ҡайтһындар.
Бер - бер хәл була торған булһа, уларҙы расходҡа һуғырмын йә...
Юҡ, юҡ,ҡайтып үләм, -тип ҡабаланып яулығын ипләп ябынды .Төйөнсәген ҡулына алып ,Сәлимәһен ҡабаландырҙы ул. Арттарынан оҙатып сыҡҡан Фәридәһенең хушлашып әйткән һүҙҙәренә : "Һау булайыҡ балалар ,һау булайыҡ ",-тип кенә яуап ҡайтарҙы Мәҙинә инәй .
"Элек әллә нисә тапҡыр артына боролоп ҡарап, ҡат -ҡат хушлаша торған ине, әллә үпкәләне инде ",-тип борсолдо кинйә ҡыҙы.
Автобуста ҡайтып барғанда күҙ алдары ҡараңғыланды,бөтә донъя әйләнде.
Үҙ йортома ҡайтып етеп кенә өлгөрһәм ярар ине , тип көйәләнде ул .Ауыл осона еткәс, туҡтап торҙо.Беренсе тапҡыр күргәндәй бесәнлегенә, һарғайған ағас япраҡтарына ҡарап торҙо.
Бер яҡҡа ҡыйшайыбыраҡ ултырған өйөнөң янына килеп еткәс, эскәмйәгә ултырып , бөтә күкрәге менән тәрән итеп тын алды.
Рәхәт булып китте Мәҙинә инәйгә.
Бына хәҙер ҡайһы бер эштәремде лә еренә еткереп ҡуяйым ,-тип йәшереп ҡуйған асҡысын бүрәнә йырығынан алып ишеген асты .
Етемһерәп өлгөргән өйөнөң эсенән мәйет еҫе килгән кеүек ине.
Ут яғып ебәрҙе, өйөнә лә , күңеленә лә йылы йүгерҙе,йәм керҙе.Стенала эленеп торған балаларының фотоларына ҡарап, һәр береһенә айырым йылы һүҙҙәрен әйтеп сыҡты, кемеһенәлер кәңәш бирҙе.
Фәридәһенең фтотоһын ҡулына алып : "Балаҡайым, һинең урамда ла байрам булыр әле , хафаланма, түҙемлек кәрәк ,
балаларыңа аҡыл керер ул,"-тине.
Шкафтан кәфенлеген сығарҙы , хәйерлектәрен барлап сыҡты .
Иртәнсәк һалып алырмын, тип икмәккә ҡамыр ҡуйҙы.Өлгөрһәм, бер пар булһа ла ойоҡбаш бәйләйем әле , тип бәйләмен ҡулына алды .Бармаҡтарымдың хәле лә юҡ табаһа,көсөм дә мине ташлап бара түгелме? Шәп саҡтар бар ине бит , аслыҡ йылында ла бирешмәнек, тип йашлегенә ҡайтып әйләнде .Беренсе мөхәббәте менән һигеҙ ай ғына йәшәп ҡалдылар,һуғышҡа китеп , хәбәрһеҙ юғалды .Һуғышта һәләк булған атаһының да төҫөн төҫмөрләргә тырышты, ҡырҡ йылдан ашыу ғүмер иткән ирен һағынды.Был матур тормошта йәшәп ҡалғанына ризалашты ла , ғорурланды ла Мәҙинә инәй .
Тик, әжәлем килеп етте шул, тип күңелһеҙләнде лә, көҙгөгә ултырған саңды һөрткән арала йөҙөнә күҙ һалды.
Ҡасандыр дәрт тә , дарман да бәреп торған алһыу, нурлы йөҙө көҙгө япраҡ кеүек һарғайған, ут сатҡылары сәсрәтеп торған күҙҙәре тоноҡланып һүрелгән ...
Әллә нисә энә алып, оҙон -оҙон итеп аҡ еп һаҡлап ҡуйҙы.Апаруҡ эш башҡара алыуына ризалашып , бисмиллаһын уҡып йоҡларға ятты .
Иртәгеһен бәйланеп бөтмәгән ойоҡбаштарын мейесе алдындағы епкә элеп ҡуйҙы ла күршеләге Ғәлиә килененә китте."Төшөмдө һөйләйем әле ,килен ",-тине ул, алдына ҡуйылған сәйҙән баш тартып.
"Рәсүлем пар аттарҙа сабып килеп , мине үҙе менән алып китте бит.Эй үҙе шатлана, матур сағы, сәстәре күпереп тора, артҡа таралған..."тине лә туҡтап ҡалды һөйләүенән.Өйөнә ҡайтып икмәк мейесен тоҡандырҙы ла йылға буйына төштө.Шишмә һыуын услап уртланы, ҡайындар янына килде лә уларҙы ҡосаҡлап алды.Һәр береһе менән серләште лә :" Ә һеҙ бирешмәгеҙ, ,йәшәгеҙ әле , йәшәгеҙ",-тине ул.Янып ятҡан икмәк мейесен иҫенә төшөрөп ҡайтып китте.
Үҙендә шундай еңеллек һиҙҙе Мәҙинә инәй, Икмәкте бешереп алғас , шау сәскәле яулығын алып ябынды, тәһәрәт алды, һуңынан карауатына барып ултырҙы.Күңеленә иң яратҡан йыры килде:
"Урман нисек шаулар, ишелмәҫме тауҙар, икебеҙ ҙә моңһоуҙар..."
Уның тауышы элеккеләй яңғырап сыҡмай ине,тын алған һайын ғыжылдап тора.
Тик әллә ниндәй күкрәк төбөнән сыҡан әсе,һағышлы , өмөтлө лә моң бар ине уның йырында.
Тамағына аш та барманы уның , сәй ҙә эсмәне.
"Ашап -эсеп оҙаҡ ята торған булһам, сикәнерҙәр, балаларға бәлә булмайым",-тип уйланы ул.Бер ойоҡбашының үксәһе бәйләнеп бөтмәгәнен иҫенә төшөрөп, урҙаға үрелгән арала, башы әйләнеп йығылып китте.Күпме ятҡандыр иҙәндә , үҙ тәнен үҙе тоймай ине инде Мәҙинә инәй.
Карауатына менеп ятырҙай ғына көсө ҡалған икән әле.
Әжәлен көтөп тағы ике көн ятты ул.Курше килеп кереп табип саҡыртты,балаларына хәбәр иттеләр.Ҡыҙҙарын көс- хәл менән саҡ таныны әсәһе.Ҡосаҡлап торғоҙоп ултыртып йылы сәй эсерергә тырышҡан Фәридәһенә көрмәлгән теле менән:"Бер нимә лә килеп сыҡмай инде" - тип әйтеп телдән ҡалды Мәҙинә инәй. Күҙҙәрен йомоп , ирендәрен ҡымтып ,тыныс ҡына китте ул был донъянан...

Дилара Мәхмүтдинова. Учалы районы.

 
Автор:
Читайте нас