Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Ғинуар , 17:09

Радий Хәбиров йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

Мөһим сараны БСТ, «Сәләм», «Башҡортостан 24» һәм «Вся Уфа» телеканалдары тура эфирҙа күрһәтә.

Радий Хәбиров йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ
Радий Хәбиров йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

2026 йылдың 30 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Сараны БСТ, «Сәләм», «Башҡортостан 24» һәм «Вся Уфа» телеканалдары тура эфирҙа күрһәтә, трансляцияны республика Башлығының социаль селтәрҙәрендә лә ҡарарға мөмкин. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана. Мөрәжәғәтнамәлә Радий Хәбиров Башҡортостандың төп үҫеш йүнәлештәрен һәм артабанғы эштең өҫтөнлөктәрен билдәләй.

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2026-01-28/bash-ortostan-bashly-yny-m-r-zh-tnam-en-ay-a-arar-a-m-mkin-ik-ne-bild-le-buldy-4553439

Фото: Олег Яровиков

Автор:
Читайте нас