Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Ғинуар , 01:04

Тартай теленән таба. Уймаҡ хикәйә

    Ҡатындың ярһыуын күргәс, Сафа оторо китте. Уға шул ғына кәрәк тә инде. Кешене үртәмәһә, исеме Сафа буламы?  

Тартай теленән таба. Уймаҡ хикәйә
Тартай теленән таба. Уймаҡ хикәйә

    Яҙғы ҡыуғында ҡатнашыусыларға аҡсалата премия, ҡиммәтле бүләктәр биреләсәге хаҡында хәбәр алғас, Сафа бабай иртән иртүк юлға йыйынды. Вокзалға етер саҡта ғына уны хәле бөтөп почтальон ҡыҙ  ҡыуып етеп, ҡулына извещение тоттороп китте. Мәскәүҙәге кейәүенән посылка килгән. Үәт, бәхетең бер асылһа асыла икән ул.

Район үҙәгендә юлы уңды ҡарттың. Ҙурлап бүләкләнеләр. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, йәштәр ыңғайына тырышып эшләп йөрөгәнен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Почтаға ингәс тә оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Сибәр генә бер туташ матур  йылмайып, тиҙ арала алдына  ҡупшы   йәшникте “дыңҡ” иттереп килтереп тә ултыртты.

Электричкаға ултырғас, Сафа ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы, йәшникте асып ҡарарға булды. Нимә һалды икән кейәүе?

– Һо-о, – бабай ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. – Кроссовкиҙар...  Йәй көнө бесәнгә ҙур итек башы кейеп йөрөгәнен күреп, ауыр ҙаһа, нисек уның менән көн буйы йөрөмәк кәрәк, тип үҙен йәлләп ҡуйғайны кейәүе. Шуны онотмаған тиһең. Беҙҙеке лә түгел, ахырыһы.  Ҡарт  күҙлеген сығарып, аяҡ һауыттарын күҙенә яҡыныраҡ килтереп ҡараны. “Маде ин Германия” тип яҙылған даһа. Әт-тә-тә, ныу ала белгән бүләкте.  Затлы сигәрит тә бар – болгарский. Ҡәйнәһен дә онотмаған. Һинд сәйе һалған. Тик импорт әйберҙәр генә. 

Электричканан төшкәс, әйберҙәрен саҡ күтәреп ҡайтып килгәндә, ҡаршыһына бер һүҙҙе бишкә арттырып һөйләүсе Шәкирә осраны бит, ҡәһәрең. Күрмәмешкә һалышып  үтеп китергә уйлағайны ла... Ҡайҙа инде?

– Нимә күтәргәнһең ул шул тиклем? – тип әйберҙәрҙе ҡапшай ҙа башланы ҡатын.

– Бик ҙурлап ташланылар бит әле. Бына, кроссовкиҙар бирҙеләр. Һин уның еңеллеген әйт әле, килен. Беҙ ағыҙған ағастарҙы Германияға оҙатҡандар икән. Ә нимес дуҫтар улар урынына беҙгә шундай аяҡ кейемдәре ебәргән. Алыш-биреш инде, бартер тиҙәрме шунда...

    Ҡатындың ярһыуын күргәс, Сафа оторо китте. Уға шул ғына кәрәк тә инде. Кешене үртәмәһә, исеме Сафа буламы?

Шәкирәнең йөҙө күҙгә күренеп үҙгәрҙе.

– Ә ни эшләп беҙҙекеләргә юҡ? Һин ҡартлас хәтлем генә эшләмәгәндәр тип уйлайһыңмы? Барайым әле, күрмәгәндәрен күрһәтеп ҡайтайым. Шәкирә артабан  Сафаны тыңларлыҡ хәлдә түгел ине. Ҡырт ҡына боролдо ла метеор кеүек күҙҙән дә юғалды.

Иртәгәһен туҡталышта бер көтөү ҡатын-ҡыҙ электричка көтөп тора ине инде. Сафа уларҙы күрмәне лә. Лесхоз бүләк иткән кизе-мамыҡ костюмын, яңы кроссовкиҙарын кейеп, теш араһына сигәритен ҡыҫтырып, ауылды бер урап килде, тормоштоң матурлығына һоҡланды.

   ...Кистән мал-тыуарын ябып, тупһаны аша атлап ингәс, Сафа ҡарт аптырауҙан нимә әйтергә белмәй туҡтап ҡалды. Өй тулы ҡатын-ҡыҙ. Шәкирә лә ултыра. Бәй, лесхоз директоры ла килгән. Нимә булды икән тағы? Ауыҙы йырылып,  күрешергә тип, ике ҡулын һуҙып уға ыңғайланы. Тик ни ғәләмәт, кисә генә үҙен маҡтап торған кеше уға ҡоро ҡына ҡарап алды ла башын ситкә борҙо.

...Ҡыйынға тура килде ҡартҡа. Ауылдаштарына хәлде аңлатып бирә алды алыуын. Уның холҡона өйрәнеп бөткәндәр. Бына директор менән... Шаярттым, тип әйтеп ҡарайны ла, тегеһенең үҙ туҡһаны туҡһан. “Аңлайһыңмы, бөгөн улар минән көн буйы кроссовки таптырҙылар, кеше алдында оятҡа ҡалдырҙылар”, – тип күҙен дә астырманы.

Төн буйы аңлаша торғас, хужа ниһайәт ипкә килде бит. Шул арала бабайыбыҙ үҙе өсөн генә тотҡан бер шешә “Бәләбәйский”  бушаны, “Болгарский” ҙа блогы менән “осто”.  Ярай әле: “Кеше килде, тиҙ генә ҡайтып ет”, – тип директорҙың ҡатыны шылтыратты, юғиһә, “Германский”ҙан да ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал ине.

Бына шулай, юҡҡа ғына тартай теленән таба, тип әйтмәйҙәр.

 

Хәлиҙә Чембарисова. Өфө ҡалаһы.

 

Автор:
Читайте нас