Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Ғинуар , 11:33

Шағир һәм журналист, тәржемәсе Төхфәт Мораттың тыуыуына 120 йыл

Төхфәт Морат 1906 йыл Башҡортостандың Йылайыр районы Ишембәт ауылында тыуған.

Шағир һәм журналист, тәржемәсе Төхфәт Мораттың тыуыуына 120 йыл
Шағир һәм журналист, тәржемәсе Төхфәт Мораттың тыуыуына 120 йыл

Ауылында башланғыс белем ала, Темәстә ФЗУ -ла, унан Ырымбур педагогия техникумында уҡый. 1927 йылда Өфөгә күсә, Башҡортостан китап нәшриәтендә һәм "Сәсән" журналы редакцияһында эшләй. Артабан Хайбулла районы мәғариф бүлеге инспекторы, унан Аҡъяр урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Армияға 1942 йылдың 2 апрелендә алына, май айында фронтҡа ебәрелә. Уҡсы полкта элемтәсе - телефонист, элемтә отделениеһы командиры вазифаһында һәр ваҡытта алғы һыҙыҡта була. Ҡаты яралана. Артабан 16-сы Литва уҡсы дивизияһы составында һуғыша: орудие командиры вазифаһында Балтика буйы республикаларын азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың 24 декабрендә алғы ут һыҙығында батырҙарса һәләк була.

 

КӨТ МИНЕ
Беләм, иркәм, һин көтәһең мине,
Алыҫтарға текәп күҙеңде.
Таң елдәре аша ишетәм кеүек
«Ҡайт, ҡайт, бәғерем» тигән һүҙеңде.

 

Һағынаһыңдыр,
Ләкин һин генәме,
Мин үҙем дә шулай һағындым.
Бит ике йыл тополь япраҡ ярҙы,
Бит ике ҡыш беҙҙе айырҙы.

 

Аҙна һайын һинән хаттар алам,
Һирәк килә кеүек улар ҙа.
Тик ҡанат юҡ, иркәм, ҡанатҡай юк
Яндарыңа барып урарға.

 

Һағынаһыңдыр, беләм, һағыныуҙан
Йөҙҙәреңә сыҡҡан һарғайыу.
Тик көт мине,
тик көт мине һаман,
Иртә һайын, үткән таң һайын.

 

Тик көт мине
хатым оҙаҡлаған,
Алыҫлашҡан һайын аралар.
Шул аралар, иркәм, ҡушылыу көнөн
Яҡынайта ғына баралар.
Мин ҡайтырмын килер бер көндәрҙә
Һәм сиртермен тәҙрәң ҡапкасын.

 

Айырылмаҫ өсөн мәңгелеккә -
Һин сығырһың йәйеп ҡоласың.
Иң ҡәҙерле булыр ошо минут,
Ҡулдар ҡыҫылыр, ҡушылыр ирендәр.
Шул саҡ һалдат дуҫың күҙҙәренән
Эре, йылы йәштәр тәгәрәр.

 

1944

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас