Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
20 Ғинуар , 16:54

Ҡыш Бабай бүләге. Моңһоу юморестка

Ата-әсәһе аварияға эләгеп бер төптән үлеп киткәс ул иҫ белгәндән бирле өләсәһе менән йәшәй. Ҡартлыҡ һәм етемлек буйынса пенсия-пособие алһалар ҙа айлығын әүеш-теүеш итеп, осто-осҡа саҡ ялғап көн итәләр. Малай ҡасаба мәктәбендә уҡый, йоҡа ғына куртка, йәйге кросссовкалар кейеп йөрөгәнлектән уҡыуға китешләй, йә кире ҡайтҡанында беҙгә, почта бүлексәһенә йылынырға инә. Сәй эскән сағыбыҙға тап килһә Ғәзинурҙы ихласлап яныбыҙға саҡырабыҙ, кеҫәләренә тәм-том тултырып оҙатабыҙ.

Ҡыш Бабай бүләге. Моңһоу юморестка
Ҡыш Бабай бүләге. Моңһоу юморестка

Яҡын дуҫым, институт йылдарындағы һабаҡташым Фәрит Юлмөхәмәтов Белорет районында йәшәй. Минең менән бергә уҡытыусы һөнәрен үҙләштереп диплом алһа ла ул күптән инде икенсе йүнәлеште һайлап урман эштәре менән шөғөлләнә, лесничий, ҡатыны Разия ғүмере буйы алыштырғыһыҙ почта мөдире. Яңыраҡ, туғандарынан ҡунаҡтан ҡайтышлай Юлмөхәмәтовтар юл яҙлыҡтырып беҙгә һуғылдылар. Күңелле табын артында тормош хәлдәре хаҡында гәпләшкәндә Разия ханым үҙе менән булған бер ваҡиғаны һөйләне.

– Хәҙерге ауыр заманда кешегә ярҙам итке лә килә, әммә ҡайһы саҡ күрһәткән игелегеңде аңлап еткермәйҙәр, тейешенсә ҡабул итмәйҙәр, баһаламайҙар, бер һүҙ менән әйткәндә ҡылғандарың халыҡ мәҡәлендәге һымаҡ, ит изгелек, көт яуызлыҡҡа ҡайтып ҡала. Хәйер, 10-11 йәшлек малайҙы ҡайһылайтып белекһеҙлектә ғәйепләмәк, битәрләмәк кәрәк, - тип башланы хикәйәһен. - Уҙған йыл декабрь баштарында почтаға Ғәзинур исемле малай килеп инде. Ата-әсәһе аварияға эләгеп бер төптән үлеп киткәс ул иҫ белгәндән бирле өләсәһе менән йәшәй. Ҡартлыҡ һәм етемлек буйынса пенсия-пособие алһалар ҙа айлығын әүеш-теүеш итеп, осто-осҡа саҡ ялғап көн итәләр. Малай ҡасаба мәктәбендә уҡый, йоҡа ғына куртка, йәйге кросссовкалар кейеп йөрөгәнлектән уҡыуға китешләй, йә кире ҡайтҡанында беҙгә, почта бүлексәһенә йылынырға инә. Сәй эскән сағыбыҙға тап килһә Ғәзинурҙы ихласлап яныбыҙға саҡырабыҙ, кеҫәләренә тәм-том тултырып оҙатабыҙ. Ул алдына ҡуйылған һыйҙан да төрөлгән күстәнәстәрҙән дә баш тартмай, мәгәр үҙен ипле, тыйнаҡ тота. Был юлы малай нишләптер һуңға ҡалған, мин дә шәмбе көн таратаһы гәзит-журналдарҙы әҙерләп маташам.

– Разия апай, инергә мөмкинме? - Ҡунағым уңайһыҙланғандай ишек төбөндә туҡталды.

– Бәй, һорап торған буласы, әйҙә үт! Кисҡырын ныҡ һалҡынайта, өҫ-башың да йоҡа, - тип һөйләнеп ҡаршыланым.

– Конверт килтергәйнем. Йәшниккә һалайым тиһәм, эстә ут күренгәс тиҙерәк китһен тип бында индерҙем.

«Кемгә икән? Уның бит яҡын туғандары юҡ хисабында. Ошоғаса хат яҙғаны ла, ситтән сәләм алғаны ла булманы…»

– Ҡана хатыңды бир ҙә ултырып әҙерәк йылынып сыҡ! - Эргәмдән урын күрһәттем.

Ғәзинур оҙаҡ мөштөрҙәгәндән һуң түш кеҫәһенән таушалып бөткән конверт килтереп сығарҙы ла ҡәҙерле нимәләй күреп ҡулында әйләндергеләне, тапшырырғамы-юҡмы тигәндәй икеләнеп торҙо:

– Иртәгә китерме икән?

– Таң менән почта машинаһы килә, башҡа корреспонденцияларға ҡушып һалырмын.

– Ә улар күпме?

– Хәҙер бит башлыса телефон аша ғына хәбәрләшәләр, шулай ҙа хат та яҙалар ҡайһы саҡ. Етерлек. - Өҫтәл өҫтөндәге өйөмгә ымланым.

– Апаруҡ икән шу… Ошоноса ҡағыҙҙар араһында минеке юғалып-нитеп ҡуйһа ҡайһылайтырмын?

– Юғалмаҫ, ҡиммәтле хатҡа тәғәйен маркалар йәбештерермен, - тип тынысландырҙым Ғәзинурҙы.

Малай сығып киткәс конвертҡа күҙ һалдым, ундағы тапшырылаһы адрес тапҡырына ҙур хәрефтәр менән ”Ҡыш бабайға Белорет районында йәшәүсе Юламанов Ғәзинурҙан”, тип яҙылған. Аныҡ билдәләнешһеҙ нимәнең бер ни тиклем ваҡыттан һуң сүп һауытына ырғытыласағы көн кеүек асыҡ. Үҙеңә төбәлмәгән нимәне уҡыу әҙәпһеҙлек, рухи бурлыҡ иҫәпләнһә лә асып ҡарарға йөрьәт иттем. Унан: ”Яңы йылда бар теләктәр ҙә тормошҡа ашһын!” тигән ҡанатлы һүҙҙәр, ҙур тоҡ йөкмәп урман-ҡырҙар ҡыҙырып килгән Ҡыш бабайҙың төҫлө ҡәләмдәр менән альбом битенә эшләнгән һүрәте килеп сыҡты. Ҡушып һалынған ус аяһылай сәләм киҫәгенең эстәлеге былайыраҡ: ”Хөрмәтле, ҡәҙерле, йомарт, игелекле Ҡыш Бабай! Минең һинән башҡа мөрәжәғәт итер, ярҙамға килер бер яҡыным да юҡ. Өләсәйем менән икәү генә йәшәбеҙ. Ул һәйбәт, аҡыллы кеше. Бәләкәй генә пенсияға ҡарап торабыҙ. Ә аҡса көн һайын аҙыҡ-түлек, йорт өсөн кәрәк-яраҡ алыуҙан үтмәй. Тормош көтөү ҡиммәтләнде, тиҙәр ололар, ысынында шулай. Миңә тәмлекәстәр ҙә бик һирәк эләгә. Шулай ҡыуаныстар кисермәй, яҡшыға ымһынып, булмаҫтайға өмөт итеп көндәр үтә. Ҡыш етте, яңы йыл яҡынлаша. Ҡағыҙҙан матур ҡар бөртөктәрен семәрләп эшләп түбә таҡтаһына йәбештереп, аллы-гөллө сылбырҙарҙы тәҙрә өҫтәренә элеп, ҡаршыбыҙҙа йәшәгән Фәйзулла олатай килтергән урман ҡупшыҡайын биҙәп түргә урынлаштырып байрамға әҙерләндем. Өйөбөҙгә яҡтылыҡ, йәм ингәндәй булды. Көн һайын иртә таң менән йоҡонан уянғас та берәй нимә ятмаймы, тип шыршы төбөн ҡарайым. Бүләккә ымһынған балалар бик күп шул, уларҙың һәр береһенә барып өлгөрә лә алмайһығыҙҙыр инде, яңы йылда башҡарасаҡ бурыстарығыҙ бигерәк күп шул. Класташым Илһамдың шыршы төбөнә тау саңғыһына ҡушып ҡыш көнө кейә торған спорт костюмын һалып киткәнһегеҙ икән, ә өй аша йәшәгән Әлиәгә - бәләкәйҙәр өсөн тектерелгән шәшке тун. Була бит ҡотло, ырыҫлы йәндәр, ә ундай ҡиммәтле әйберҙәр яңылыш ҡына төшөмә лә инеп сыҡмайҙар хатта. Мин дә яҡындарыма хәлемдән килгәнсе, мөмкинлектәремдән сығып сюрприздар әҙерләнем; өләсәйемә арнап күркәм шиғыр яҙҙым, ижадымды төнгө 12-лә шыршы төбөнә баҫып һөйләп ишеттерергә йыйынам, ә Аҡбайға өлөш алданыраҡ эләкте, уға ҡалын таҡтанан оҫталығым самаһында оя әтмәләнем. Этем ҡойроғон болғап, һикрәңдәп ҡыуанды, ҡасандыр иркәләп үпкән әсәйемә оҡшатып биттәремдән ялап-ялап алды.

Башҡа балалар көн һайын дәрестән һуң шау-гөр килеп саңғы-сана шыуалар, ә мин башҡалар һымаҡ ҡыуаныстарҙан осонмағас өйҙә ултырам, шыуырға санам, кейергә саңғыларым да юҡ. Күңелһеҙ хәбәрҙәр яҙып һеҙҙе бошондорғом килмәй, шуға хатымды ҡыҫҡа тотоп мөғжизәле Яңы йыл кисәһендә алғым килгән изге теләктәремде яҙам. Көндәр һалҡынайҙы, дәү тоғоғоҙҙан йылы куртка, ҡолаҡсын кәпәс, килешле күн ботинкалар, дебеттән бәйләнгән бейәләйҙәр алып шуларҙы миңә ебәрә алмаҫһығыҙ микән? Тағы күршемдә Раушания исемле һөйкөмлө ҡыҙ йәшәй. Өләсәйем ҙур үҫ тә уны мотлаҡ кәләш итеп ал, бигерәк егәрле, эшлекле, ярҙамсыл ҡыҙыҡай, ти. Уның әйткәндәре менән килешәм. Әгәр һорағандарыма өҫтәп сәскәле яулыҡ, көмөш балдаҡ та һалһағыҙ, уларҙы ун һигеҙ йәшем тулғас хәҙерҙән күҙем төшкән кәләшемә кейәү егетенең бүләге итеп тапшырыр инем. Посылканы тура почтаға ебәрегеҙ, унда мине күргән-белгән апайҙар эшләй. Үтенес менән: Ғәзинур”

Шул юлдарҙы уҡығас күҙҙәремә йәш төйөлдө, бала бит юҡтан бүләк көтә, тормошҡа ашмаҫтайға өмөтләнә! Иртәгеһен башҡа почтальон ҡыҙҙар йыйылғас Ғәзинурҙың хатын уҡып ишеттерҙем. Күмәкләп аҡса йыйып малайға яңы йыл бүләге әҙерләргә ҡарар иттек. Ҡағыҙ йәшниктәге әйберҙәрҙең иң өҫтөнә тәм-том, сәскәле яулыҡ менән көмөш балдаҡ һалырға ла онотманыҡ. Бер-ике көндән шартына тап килтереп Ғәзинурға посылка килгәнлеген хәбәр итеп ҡағыҙ киҫәге ебәрҙем. Өләсәһе менән икәүләп килеп алдылар. Әбей беҙҙең тарафҡа шиксел, ышанмайыраҡ ҡарап алһа ла бер ни ҙә өндәшмәне.

Аҙна үтеүгә Ғәзинур тағы күренде, ҡулында йәнә конверт. Төбөнә төшөп төпсөнөп маташмай ғына тапшырҙы, сөнки хатының кәрәк ергә барып етеренә ышана ине ул. Хатты астым. Ҡағыҙ битенә ҡышҡы кейемдәге малай һүрәте төшөрөлгән. Ул алыҫта күренгән ҡыш Бабайҙы ҡулын болғап сәләмләй. Түбәнге өлөшкә күҙ йүгерттем: ”Йомарт Ҡыш Бабай! Донъяла барлығыңа өмөтләнеп йәшәй инем, хәҙер инде тамам ышандым. Күктән төшкән байлығымды күргән малай-ҡыҙҙарҙың күҙҙәре шаҡмаҡтай булды. Юлай һеҙҙән кеҫә телефоны, Рәсимә ноутбук, Рөстәм велосипед таптырып хат яҙырға йыйына. Һорағандарымдың барыһын да теүәлләп ебәргәнһегеҙ, бер нимә лә онотолмаған. Ҡыш бабай һеҙ белекле, әҙәм балаһының теләген һүҙһеҙ аңлаған мөғжизәле тылсым эйәһе. Ҡышҡы кейемдәргә ҡушып хәтәр шарф та һалғанһығыҙҙыр әле, тик килеп етмәне, уны моғайын да юлда берәй почтальон сәлдергәндер. Бөгөнгө бурлыҡ заманда пуштыла эшләгәндәргә ышаныс самалы!..»

Хатты уҡып ҡыҙҙар менән рәхәтләнеп көлөштөк, тик ул көлөүҙә рәнйеш ауаздары ла сағылып ҡалды.

Хәйҙәр ТАПАҠОВ

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас