Тормошта ғибрәтле хәлдәр тулып ята. Бер ҡатын һөйләй: кейәүҙәмен, 2 балабыҙ бар. Ирем һәйбәт. Уртаса ир-уҙаман, аҡсаны күп тә эшләмәй, бөтә тапҡан-таянғанын өйгә алып ҡайта, ситкә йөрөмәй, балаларҙы ярата. Әммә унан романтика түгел, бер йылы һүҙ ишетмәҫһең, сәскә, бүләктәр биреү түгел, бер яратам тип тә әйтмәй хатта. Ябай среднестатистический ир инде.
Уның һәйбәтлеген аңлай инем. Әммә яйлап һыуындым, төндәрен һалҡын түшәктә ятып арыным. Балалар әҙерәк үҫә төшкәс, ҡатын-ҡыҙ бәхете күргем килә, тип ирем менән араларҙы өҙҙөм. Оҙаҡ яңғыҙ булманым. Яңы тормош юлдашы осраттым. Офистан сыҡмай эшләй, бейек киң яурынлы, ҡап-ҡара сәсле көслө ир. Ул да аҡсаны күп тә тапмай, әммә матур һүҙҙәрен йәлләмәй, хатта шиғырҙар ҙа яҙғылай. Бер ҡағылыуҙан бөтә тәнем земберләп китә ине. Ресторандар, сәскәле-букетлы осор беҙҙә оҙаҡ булды. Мин шатланам, йөҙөм балҡып тора, ошо ысын мөхәббәт ине. Уның менән биш йыл бергә йәшәп өлгөрҙөк. Бер заман ҡапыл һаулығым менән проблемалар башланды. Сирләп түшәктән тора алмай яттым. Минең яратҡан ирем бер яныма килһәсе, көнө-төнө бөтмәҫлек отчеттары күбәйеп китте. Эштән дә һуңлап ҡайта, ҡайһы көндә кухняла ҡыҙмаса булып ултыра, ҡоро ғына һөйләшә. Ә бер көн көтмәгәндә әйберҙәрен йыйып, бүтән ҡайтмаҫҡа хушлашып сығып китте. Ә иң ғибрәтлеһе, бер нисә айҙан миңә элекке ирем яныма ҡайтты. Бер ни ҙә булмағандай килде лә, балаларҙы өйлө-башлы итәһе бар, шулар хаҡына бергә йәшәйек ти. Быным балнисҡа ла килә, ярҙам итә, балаларға ла шылтырата. Йүнәлеп сыҡҡас һәүетемсә элекке тормош дауам итте. Тиҫтә йылға яҡын аймылышҡан юлдарыбыҙ бер-береһенә ҡабат ҡушылды.
Психолог Пермяковтан.