Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Ғинуар , 13:37

Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы гәзит-журналдарҙың бөгөнгө мөһим бурысын атаны.

Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын һөнәри байрамы менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын һөнәри байрамы менән ҡотланы

 

«Бөтә Башҡортостан журналистарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотлайым! Һөнәри байрамығыҙ менән! Беҙҙең төбәктә абруйлы, әһәмиәтле киң мәғлүмәт саралары күп. Һөнәри байрам уңайынан «Республика Башкортостан» гәзите хаҡында һөйләмәксемен. 

Быйыл гәзит 120 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Уның беренсе һаны 1906 йылда сыға, ул ваҡытта баҫма «Уфимский рабочий» исемен йөрөтә. Минең бала сағымда ул «Советская Башкирия» тип атала ине, ул саҡта тиражы 120 мең данаға барып етә ине.

Төрлө йылдарҙа был баҫмала Степан Злобин, Әнүәр Бикчәнтәев, Мостай Кәрим, Константин Симонов һәм билдәле сатириктың атаһы Николай Задорнов кеүек билдәле яҙыусылар һәм журналистар эшләй. Әйткәндәй, тап «Республика Башкортостан» иң беренсе булып донъяға Ырымбур өлкәһендә сармат алтыны табылыуы хаҡында хәбәр итә, ҡаҙылдыҡты Өфө ғалимы Анатолий Пшеничнюк асыҡлай. Ул заманда интернет юҡ ине, гәзит редакциялары мәғлүмәтте халыҡҡа етеҙ еткереүҙә ярыша торғайны. Бөгөн мәғлүмәт етешмәүсәнлеге юҡ, кешеләргә икһеҙ-сикһеҙ мәғлүмәт диңгеҙендә йүнәлеш биреү, дөрөҫтө ялғандан айырырға өйрәтеү мөһим. Беҙҙең киң мәғлүмәт сараларының иң төп бурысы ошо.

Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын һөнәри байрамы менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын һөнәри байрамы менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын һөнәри байрамы менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын һөнәри байрамы менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын һөнәри байрамы менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын һөнәри байрамы менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын һөнәри байрамы менән ҡотланы
Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас