Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
19 Декабрь , 18:08

Рәсәй президенты Өфөнән Ләйсән Закированың һорауына яуап бирҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисы Ләйсән Закирова бөгөн Мәскәүҙә Рәсәй президенты Владимир Путиндың тура бәйләнешендә ҡатнаша. Хеҙмәттәшебеҙ бөтә Башҡортостан халҡынан дәүләт башлығына сәләм еткерҙе. Ул халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм Башҡортостандың Тажикстанда индустриаль парк булдырыуы хаҡында һорау бирҙе.

Рәсәй президенты Өфөнән Ләйсән Закированың һорауына яуап бирҙе
Рәсәй президенты Өфөнән Ләйсән Закированың һорауына яуап бирҙе

«Тағы ла ниндәй дуҫтарса мөнәсәбәттә булған илдәрҙә бындай майҙансыҡтар булдырылыуы ихтимал? Башҡортостанымдың тәжрибәһе ҡайҙа ҡулланылыуы мөмкин?» — тип һораны Ләйсән.

«Беҙ бер нисә йыл инде Мысырҙа Нил йылғаһы районында ошондай уҡ парк өҫтөндә эшләйбеҙ. Бик яҡшы майҙансыҡ. Минеңсә, был яҡшы һөҙөмтәләргә килтерергә тейеш. Беҙ башҡа бер нисә илдә лә ошондай уҡ проекттарҙы булдырасаҡбыҙ. Ә Башҡортостандың тәжрибәһе һис шикһеҙ файҙаланыласаҡ. Алдынғы технологик һәм сәнәғәт базаһы булған Башҡортостан үҙ өлөшөн индерер, барлыҡ маҡсаттарына ирешер тип ышанам. Федераль хөкүмәттән һеҙгә ярҙам итеүҙәрен һорайым», — тип яуап бирҙе дәүләт башлығы.

Беҙҙе МАХ каналында уҡығыҙ: https://max.ru/agidel_rb/AZs2ugjPOoE
Рәсәй президенты Өфөнән Ләйсән Закированың һорауына яуап бирҙе
Рәсәй президенты Өфөнән Ләйсән Закированың һорауына яуап бирҙе
Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас