Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Декабрь , 09:26

«Театрлы Волга буйы» конкурсы еңеүселәре билдәләнде!

Быйыл Волга буйы федераль окугының (ПФО) балалар һәм йәштәре театры фестивалендә ҡатнашыуға Башҡортостандан 124 ғариза бирелгән, йәш артистарҙың һаны 1700-ҙән ашҡан. Был һандар хатта ойоштороусыларҙы ла һоҡландыра. Һәм бына, ниһайәт, республика этабында еңеүселәр билдәле.  

«Театрлы Волга буйы» конкурсы еңеүселәре билдәләнде!
«Театрлы Волга буйы» конкурсы еңеүселәре билдәләнде!

Баһалама ағзаларына быйыл айырыуса ҙур көс түгергә тура килгән, сөнки 124 эштең һәр береһен ҡарап баһалау арытып ҡына ҡалмай, ә ижади яуаплылыҡты ла арттыра. Спектаклдәр араһында төрлө жанрҙағылары бар.

– Спектаклдәрҙе “оҡшай – оҡшамай” тип ҡараманыҡ. Һәр беребеҙҙең – үҙ тәжрибәһе, үҙ ҡарашы, шулай булһа ла, дөйөм фекергә килә алдыҡ, – ти театр тәнҡитсеһе, жюри ағзаһы Ирина Шәмсетдинова. Ул әйткәненсә, фестивалдә бик күп балалар театры ҡатнаша, улар йәштәргә ҡарағанда ла күберәк. “Бының өсөн педагогтарға ҙур рәхмәт. Был һәүәҫкәр коллективтарҙың мөмкинлектәре төрлө, шул иҫәптән финанс яғынан да. Шуға ла балаларҙың унда килгәне, ә өлкәндәрҙең улар менән эшләгәне өсөн генә лә ныҡ шатбыҙ”, – тип ҡыуанысын белдерә тәжрибәле театр белгесе.

Әлеге көндә республикала ике меңгә яҡын һәүәҫкәр театр бар, уларҙың 82-һе – өлгөлө, 100-гә яҡыны бүтән төрлө дәрәжәгә эйә. Коммерция театрҙары ла барлыҡҡа килә.

Бүләкләү тантанаһы алдынан мөһим һөйләшеү ҙә булды. Коллектив етәкселәре, режиссерҙар, артистар һәм профессиональ жюри ағзалары үҙҙәрен борсоған һорауҙар тураһында фекер алышырға йыйылды: һәүәҫкәр театр режиссерҙарының бурыстары ниндәй, йәш актерҙар менән нисек эшләргә һәм артистарға ла, тамашасыларға ла ҡыҙыҡлы булһын өсөн, ниндәй әҫәрҙәр һайларға.

Мөһим темаларҙың береһе – һәүәҫкәр театрҙарҙа милли драматургия етешмәүе. Уҡытыусылар быны ғәмәлдәге ҡатмарлылыҡтар менән аңлата: “Мәҫәлән, фольклорҙы алып ҡуйыр өсөн, уны аңлаған белгес кәрәк. Башҡорт әкиәттәре драматургияға ҡороп тәржемә ителһә, уларҙы шатланып ҡуйыр инек”, – тигән фекерҙә улар. Шул уҡ ваҡытта жюри ағзалары фестивалдә милли телдәрҙә уйнаған театрҙарҙың да ҡатанаша алғанын иҫкә төшөрҙө. Былтыр, әйтәйек, татар телендә уйнаған коллектив еңеү яулаған.

Театр сәнғәте оҫталары һәүәҫкәр һәм профессиональ театрҙар араһындағы айырма тураһында ла һөйләне. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров профессиональ театрҙар менән балалар студиялары араһында даими бәйләнеш булдырырға кәрәк, тип иҫәпләй.

Йәштәр коллективтары араһында «Башҡортостан» дәүләт концерт залының «Лики» театр коллективы I дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды. Ул Михаил Рощиндың «Эшелон» пьесаһын (режиссеры – Анжелика Рамазанова) сәхнәләштерҙе.

Балалар театрҙары араһында I дәрәжә диплом – Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Сода” мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Этюд” вокал-театр оҫтаханаһында. Ул Владимир Железников әҫәре буйынса  “Ҡарасаҡы” (“Чучело”) спектаклен күрһәтте. Педагогтары – Илдар Сәхәпов һәм Гүзәл Йосопова.

Республика этабында еңеүсе булған ошо ике коллектив артабан округ турында Башҡортостан исеменән сығыш яһарға бара.

Мәғлүмәт: bashgazet.ru. Рәмил Нафиҡов фотолары.

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас