Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Декабрь , 09:45

Өфөнөң «Мега» сауҙа үҙәгендә Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр!

Йәшен булып ялтлар тел,Дары булып шартлар тел!  

Өфөнөң «Мега» сауҙа үҙәгендә Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр!
Өфөнөң «Мега» сауҙа үҙәгендә Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр!

Байрам Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнәләштергән “Ямаҡай бәпкә” спектакле менән асылды. HAZINA этно төркөмө, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Әлиә Исҡужина һәм Әлфиә Ғәлләмова, М. Кәрим исемендәге 158-се мәктәптең “Дуҫлыҡ” өлгөлө бейеү ансамбле сығыш яһаны. Тамашасыларға айырыуса “Ғаилә” башҡорт балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре сығышы оҡшаны - бәләкәстәр бейене лә, шиғыр ҙа һөйләне. Концерт менән бер рәттән актер Шәһит Хамматов һәм тележурналист Ләйсән Мәзитова интерактив уйындар һәм флешмобтар уҙғарҙы.

Өфөнән Искәндәр Ғәбитовтың шиғыры айырыуса иҫтә ҡалғандыр, уның видеоҙы бер көндә интернетҡа таралып, бик күп ҡарау йыйҙы. Тиҫтәләрсә ошондай рухлы балалар сараға йыйылды.

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/agidel_rb/

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас