Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Декабрь , 16:35

Өфөлә йәнә Матбуғатҡа яҙылыусы көнө гөрләп уҙҙы

«Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө» Башҡорт теле көнөнә арналды.

Өфөлә йәнә Матбуғатҡа яҙылыусы көнө гөрләп уҙҙы
Өфөлә йәнә Матбуғатҡа яҙылыусы көнө гөрләп уҙҙы

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнөндә Башҡортостан Республикаһының Милли архивында, Бөтә Рәсәй гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө барышында, «Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө» ойошторолдо. Башҡорт теле көнө арналған был сара дәүләт архивында беренсе тапҡыр үткәрелеүе менән әһәмиәтле булды.

Архивсылар янына «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең ваҡытлы матбуғат таратыу бүлеге мөдире урынбаҫары Клара Әхиәрова, «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре Гөлсирә Сәхиева һәм Рәсәй почтаһының Башҡортостан бүлексәһе хеҙмәткәре Зөлфиә Ниязова килде.

Дәүләт архивының күркәм итеп биҙәлгән уҡыу залында матбуғат байрамы ҡунаҡтарын ҡурай моңо ҡаршы алып торҙо. Был көндә күптәр беренсе сиратта башҡорт телендә донъя күргән гәзит-журналдарға осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылыу мөмкинлегенә эйә булды.

Архив хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ, «Изге яҙылыу» хәйриә акцияһына ҡушылып, Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләренә гәзит-журналдар яҙҙырҙы.

Бына шулай «Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө»ндә Милли архив директоры Кинйә Күскилдин һәм төрлө бүлектәрҙең хеҙмәткәрҙәре үҙ ғаиләләренә генә түгел, яҡташтарына һәм туғандарына ла рухи аҙыҡ бүләк итте.

БР Милли архивының матбуғат хеҙмәте
Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас