Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
12 Декабрь , 09:25

«Мега»ла Башҡорт теле байрамы уҙасаҡ!

14 декабрҙә, йылдағыса, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы Башҡорт теле көнө уңайынан байрам ойоштора.

«Мега»ла Башҡорт теле байрамы уҙасаҡ!
«Мега»ла Башҡорт теле байрамы уҙасаҡ!

Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, 14 декабрҙә йыл һайын Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был көндө республикала төрлө саралар уҙғарыла. Уларҙың береһен «Мега» сауҙа үҙәгендә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы үткәрә.

«Мега» сауҙа үҙәгендә кескәйҙәрҙе Өфө дәүләт ҡурсаҡ театрының спектакле, сағыу уйындар һәм шәп бүләктәр көтә. 

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас