Республика көнө төбәктә ял тип иғлан ителде. Ә байрам саралары аҙна дауамында барҙы. Ҡала-райондарҙа йәрминкәләр, сауҙа рәттәре, үҙешмәкәр, профессиональ коллективтар сығышы, конкурстар, спорт ярыштары ойошторолдо. Өфөлә үткән Республика көнө алдынан Ҡурай байрамына арналған концертты меңәрләгән тамашасыларҙы йыйҙы.
11 октябрҙә БР Милли музейында «Алға, Башҡортостан!» тип аталған диктант, «Республиканы йый» тип аталған балалар өсөн интерактив белем биреү уйыны, «Башҡортостан» киностудияһы продюсерлығында төшөрөлгән «Берҙәм ғаиләлә» кинохроникаһы күрһәтелә. 5 ноябргә тиклем "Ҡурай — башҡорт халҡының йәне" тигән үҙенсәлекле күргәҙмә эшләй, унда бөйөк оҫталарҙың шәхси инструменттары һәм уларҙың сәхнә костюмдары күрһәтеләсәк.
Был көндә шулай уҡ «Ватан» кинотеатрында Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» фильмы күрһәтелде.
Фото:Олег Яровиков