Яҙыусы Риф Йөҙлөкбаев “2123 йылда бер аҙна” тигән фантастик повесында нимә фаразлай? Киләсәкте нисек күрә ул?
Шағир Рәшит Назаровҡа, иҫән булһа, быйыл 80 йәш булыр ине. Инде арабыҙҙа уны шәхсән күреп белгән кешеләр ҙә һанаулы ҡалып бара. Шуларҙың береһе – шағирҙың ике китабының мөхәррире булған яҙыусы Әсхәл Әхмәт-Хужаның тормош юлдашы Лүзә Сәхип ҡыҙы ниндәй ваҡиғаларҙы бәйән итә? (Г. Хәлфетдинова “Өлөшөм – Ер...”).
Шағир Рәшит Назаровтың хис-тойғолары кемгә арналған? Кем һуң уны ғашиҡ иткән ҡыҙ? (Г. Ҡыуатова “Күҙ йәштәре аша алға барам...”).
Ҡырғын тоҙағында ғәм кешелек,
“Булырбыҙмы-юҡмы?” – шул һорау.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева ни өсөн шулай ти? Тәрән фекер сөңгөлдәре аша ни әйтергә теләй шағирә?
Ә Фәнис Сирбаев поэмаһын ниңә “Уй” тип атаған?
Ғалим Миҙхәт Мәмбәтов ни өсөн “Ауылығыҙ – Мәмбәт, үҙегеҙ ҙә Мәмбәтов икәнһегеҙ!?” тигәнде йыш ишетә?
Ниндәй ул журналист этикаһы? Үҙ хәбәрсегә ниндәй юлдар үтергә тура килә? Яҙыусы Сәлимйән Бәҙретдиновтың “Ҡош юлынан барам” әҫәренең дауамында ниндәй ваҡиғалар бәйән ителә?
Рәзилә Ырыҫҡужинаның “Алло, дуҫым минең” юморескаһы геройы Асияның ире ни өсөн, ҡайҙа сығып киткән?
“Ағиҙел”дә башҡорт әҙәбиәтендәге беренсе фәнни-фантастик әҫәр ҡасан донъя күргән? Кем уны ижад иткән?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап тапҡығыҙ киләме?
Ноябрь һаны һеҙҙе көтә, дуҫтарым!
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 101 һумға ғына яҙылырға була.
Берҙәм булайыҡ!