Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында бойомға ашырылған проект тәржемәселәргә башҡортса йәки татарса яҙған әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итергә мөмкинлек бирә.
Ҡатнашыусылар араһында Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән, хатта Литванан берәү бар.
63 тәржемәселәрҙең яртыһы шиғырҙарҙы тәржемә итергә теләк белдергән. Эксперт комиссияһы тарафынан 80 эштең бишәүһе китап өсөн һайланып алынған.
"Ҙур сәсмә әҫәр" номинацияһында Зөһрә Бураҡаева тарафынан Мәрйәм Бураҡаеваның "Арғымаҡ" китабы тәржемә ителәсәк. "Йыйылма сәсмә әҫәрҙәр" номинацияһында Алик Шакиров Таңсулпан Ғарипованың хикәйәләрен тәржемәләһә, "Поэзия" номинацияһында Юлия Татаренко бер төркөм башҡорт шағирҙарының лирик шиғырҙарын руссаға ауҙарасаҡ.
Дилә Булгакованың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәрен Заһиҙә Мусина тәржемәләйәсәк, "Классик" номинацияһында Зиннур Ураҡсиндың сәсмә әҫәрҙәре Юлдаш Ураҡсин тәржемәһендә донъя күрәсәк.