Хәтерегеҙҙәлер, былтыр "Ағиҙел" журналы редакцияһы "Аҡмулла арбаһы" проектын тормошҡа ашырғанда Миәкәгә лә барҙы. Аҡмулланың яҡташтары беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алды, бергәләп бик матур саралар уҙғарҙыҡ, һөҙөмтәлә, Миәкә китапханасыларының тырышлығы менән был үҙенсәлекле төбәктә журналыбыҙға яҙылыусылар ҙа бермә-бер артты. Атаҡлы мәғрифәтсебеҙҙең исеме бик ҡотло булып сыҡты, уның исеменә бәйле тағы ла бер проекттың ҙур майҙанға сығыуы "Ағиҙел"дәр өсөн дә һөйөнөс!
Миәкә районының Үҙәк китапханаһы директоры, баҫмабыҙҙың яҡын дуҫы , проект етәксеһе Светлана Байназар ҡызы Ғүмәрова яңы йүнәлештәге эштәре хаҡында бына нимәләр яҙа: Быйыл Миәкә Үҙәк район китапханаһы проекты Рәсәй Президентының Мәҙәни башланғыстар фондының грантына эйә булды. Проект 2023 йылдың 1 сентябрендә ғәмәлгә ашырыла башланы.
Проект бөйөк мәғрифәтсенең ижадына арналған төрлө йүнәлештәге эшмәкәрлекте берләштереп, Аҡмулла төйәгендә төрлө йәштәге ижад кешеләрен осрашыуға йәлеп итеүе менән дә әһәмиәтле һәм иғтибарға лайыҡ.
Проект түбәндәге маҡсаттарҙы үҙ эсенә ала:
- Мәғрифәтсе шағирҙың исемен мәңгеләштереү өсөн саралар ойоштороу. Тормош юлы һәм ижади эшмәкәрлегенә ҡағылышлы документ һәм материалдарҙы йыйып, барлап, билдәле бер тәртипкә һалыу;
- Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе төрлө йәштәге һәм ҡатламдағы халыҡты М. Аҡмулланың тормош һәм ижад юлына бағышланған ижади бәйгеләрҙә һәм әҙәби кисәләрҙә ҡатнашырға йәлеп итеү.
Проект сиктәрендә, календарь планға яраҡлы рәүештә, 1 октябрҙән, Республикала йыл һайын ойошторолоп килгән “Аҡмулла һабаҡтары. Наследие Акмуллы” әҙәби бәйгеһенә ғаризалар һәм эштәр ҡабул ителә башланы. Бәйгенең номинациялары:
1) Аҡмулла тураһында шиғыр йәки мәдхиә. Башҡорт телендә. (14 йәшкә тиклемге балалар)
2) Аҡмулла тураһында шиғыр йәки мәдхиә. Башҡорт телендә. (Өлкәндәр)
3) Аҡмулла тураһында шиғыр йәки мәдхиә. Татар телендә. (14 йәшкә тиклемге балалар)
4) Аҡмулла тураһында шиғыр йәки мәдхиә. Татар телендә. (Өлкәндәр)
5) Аҡмулла тураһында шиғыр йәки мәдхиә. Урыҫ телендә. (14 йәшкә тиклемге балалар)
6) Аҡмулла тураһында шиғыр йәки мәдхиә. Урыҫ телендә. (Өлкәндәр)
7) Аҡмулла тураһында шиғыр йәки мәдхиә. Сыуаш телендә. (14 йәшкә тиклемге балалар)
8) Аҡмулла тураһында шиғыр йәки мәдхиә. Сыуаш телендә. (Өлкәндәр)
Проект сараларында ҡатнашыусылар Аҡмулла ижадына, уның тураһында булған китаптарға, ижади хеҙмәттәргә ҡарата фекерҙәрен белдереп, бөйөк мәғрифәтсе ҡалдырған мираҫ өсөн ғорурлыҡ хисе лә кисерер.
Әхмәр Үтәбай