Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, депутат мандаттарына дәғүәселәр араһында үҙенең эшмәкәрлеге менән бөтә республикаға танылғандар күп. Уның фекеренсә, бындай кандидаттар - үҙ өлкәһендә оҫталар, тимәк, халыҡ һайланыусылары вазифаһында ла күп файҙа килтерәсәк.
«Мин тап ошондай билдәле, булдыҡлы һәм белемле кандидаттарға өмөт бағлайым», - тип яҙҙы Үтәшев.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда көндөҙгө сәғәт 12-гә һайлаусыларҙың 16,89% тауыш биреүе тураһында хәбәр иткәйне.
Сығанаҡ: "Башинформ"