Төп призды - велосипедты "Тамаша" журналына яҙылған квитанцияһы менән Бүздәк районынан Зәйфә апай Цуканова отто.
Иң ҡыҙығы, "Ағиҙел" журналы редакцияһы "Ағиҙел"гә яҙылыусылар араһында үткәргән отош уйынында ла төп приз - 100 хикәйә тупланған ике томлыҡ уға эләкте! Бик даланлы апай булып сыҡты ул!
"Милли түшелдерек кейеп килгәйнем бөгөн, ул миңә бөгөн талисман кеүек булды, бөтә ерҙә лә еңеп йөрөнөм", ти Зәйфә апай үҙе бөгөнгө уңышлы көн хаҡында.
Ҡотлайбыҙ!