Кәрәк буласаҡ:
Ҡатлаулы ҡамыр (слоеный) 400 г
Сыр 200 г
Балыҡ консерваһы 200г
Бешкән йомортҡа 4шт
Соус өсөн:
Майонез 200г
Һарымһаҡ 2 теш
яңы укроп
Әҙерләү барышы:
Ҡамырҙы 180 градусҡа тиклем ҡыҙған мейескә 20 минутҡа ҡуябыҙ. Мейестән сығарғас, уның ҡаттарын айырабыҙ. Беренсе ҡатҡа майонез, һарымһаҡ һәм укроп ҡушып эшләнгән соусты һылайбыҙ ҙа, өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ. Икенсе ҡатҡа шул уҡ соус һәм ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа, өсөнсө ҡатҡа - соус һәм консрваланған балыҡ. Был ҡаттарҙы бер нисә тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Иң өҫкә йомортҡа һәм бешкән ҡамырыбыҙҙы һындырған саҡтан ҡалған онтҡтарҙы һибәбеҙ. Тортты бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!