...Үҙәк Азияла һирәк осрай торған аҡ төҫтәге дөйә донъяға килә. Инә дөйә, ни сәбәптәндер, балаһын ҡабул итмәй, үҙенә яҡын да килтермәй. Сабыйға астан үлеү ҡурҡынысы янай. Шул ваҡытта дөйәнең хужалары кәңәшләшеп, тува аймағынан булған музыка уҡытыусыһынан морин-хуурҙа традицион “Ингэ хөөслөх” көйөн уйнауын үтенә.
Был көйҙө уйнап бөтөүгә, инә дөйәнең күҙҙәренән эре-эре йәштәр тәгәрәй, ул балаһын имеҙә башлай.
Ошондай сюжетлы видеоөҙөк ҡараны “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһында ҡатнашыусылар “Яңы көн яңы көс һәм яңы уйҙар алып килә” майҙансығында. Практик психоаналитик, клиник психолог Юлия Хәкимова документаль фильм нигеҙендә бик ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойошторҙо.
Ул шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-аттарҙың ҡатындарына, әсәләренә психологик ярҙам мәсьәләһе хаҡында ла һүҙ алып барҙы. Әлеге шарттарҙа ҡатындарға үҙҙәрен ҡулға алырға, юғалып ҡалмаҫҡа, ир-атты ауыр яу яланынан ҡаршы алырға әҙер булырға, ярҙам итергә кәрәклеге тураһында кәңәштәр бирҙе.
Психолог Юлия Хәкимова тағы ла ҙурыраҡ аудиторияла ғаиләләге кире хис-тойғоларҙан ыңғайға боролоу, үҫеш һәм үҙ-ара шатлыҡтар хаҡында психологик уйын-тренинг та ойошторҙо.