Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткән “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй асыҡ академияһының бөгөнгө программаһы бик йөкмәткеле һәм бай ине: “Хис-тойғолар тәбиғәте һәм йәшәү энергияһын әүҙемләштереү” оҫталыҡ класы, “Геройҙар ваҡыты”, “Ҡатын-ҡыҙ һәм аҡса: стереотиптарҙан ҡотолоу”, “Репродуктив сәләмәтлек”, “Бәхетле оҙон ғүмер серҙәре” түңәрәк өҫтәлдәре, “Бәхет биләмәһе булараҡ үҙ эшең”, “Ғаиләлә дөрөҫ туҡланыу”, “Талантты асыу”, “Ни өсөн проект уңышлы һәм һөҙөмтәле була?”, “Хәстәрлек биләмәһе - Атайсал”, “Ҡатын-ҡыҙ донъяһы: йәмғиәт, һөнәр, ғаилә”, “Ғәҙәти булмаған туризм биләмәһе” дискуссия майҙансыҡтары һ.б.
“Ҡатын-ҡыҙ донъяһы: йәмғиәт, һөнәр, ғаилә” һөйләшеүен билдәле педагог, психодраматист, бизнес-тренер Нина Филиппова алып барҙы.
Йыйылыусыларҙы РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова сәләмләне.
Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко ғаилә һәм эште бер юлы алып барыу серҙәре менән уртаҡлашты. Медицина фәндәре докторы Наталья Егорова гүзәл затты үҙ сәләмәтлегенә битараф булмаҫҡа саҡырҙы. Булдыҡлы һәм егәрле гүзәл заттар – Зөһрә Исмәғилева (Өфө), Гүзәл Лоҡманова (Учалы), Ләйсән Ғибәтова (Шаран районы), Ынйы Шафиҡова (Йәрмәкәй районы) урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, халыҡ менән бергә башҡарған изге эштәр хаҡында бәйән итте.
Сарала шулай уҡ Силәбе, Һамар өлкәләренән, Татарстандан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар ҙа үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
“Берәү “бер” тигәнгә, күмәк күлдәк өлгөртөр”, “Береккәндән яу өрккән”, ти халҡыбыҙ. Ысынлап та, берлектә – көс икәнен эш менән раҫлап йәшәй гүзәл заттарыбыҙҙың күбеһе. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа заманыбыҙҙың иң әүҙем, инициативалы һәм халҡыбыҙҙы борсоған мәсьәләләрҙә битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙары үҙ ваҡытын һәм көсөн йәлләмәй һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер.
Луиза Кирәева.
Булат Маликов фотоһы.