Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы ойошторған саралар башланды. Форумды асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа ҡатын-ҡыҙҙың ир-атҡа ныҡлы терәк булыуын билдәләне һәм рәхмәттәрен еткерҙе.
Ә проекттың авторы Каринэ Хәбирова сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, башҡарылған реаль эштәр хаҡында әйтеп үтте. “Ҡатын-ҡыҙҙың асылы шундай: ул һөйөүе, хәстәре, бәхете менән уртаҡлаша”, – тине ул һәм киләсәктә майҙансыҡтар һанын киңәйтеү тураһында һүҙ алып барҙы, “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” ирҙәре һәм улдары Ватаныбыҙ сиктәрен һаҡлаған ғаиләләргә ярҙам итеү йүнәлешендә эшләйәсәген билдәләне.
Форумды асыу тантанаһын Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов, популяр йырсылар Рәфис Сирусин, Александр Петров, Алена Завьялова, Гөлнара Байғужиналар күңелгә үтерлек йырҙары менән биҙәне.
Сарала ҡатнашыусыларҙы ике көн дауамында бай программа: түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, психологик тренингтар, лекциялар, дискуссия майҙансыҡтары, медицина консультациялары көтә.