Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың сигелгән картаһын әҙерләүҙә кемдәр ҡатнашҡан?

Ҙур картаны сиккән иң кесе оҫтаға 16 йәш кенә. Ул — Баймаҡ районынан Таңсулпан Ҡотлоғужина.

Башҡортостандың сигелгән картаһын әҙерләүҙә кемдәр ҡатнашҡан?
Башҡортостандың сигелгән картаһын әҙерләүҙә кемдәр ҡатнашҡан?

Ә иң олоһона — Йылайырҙан Рәисә Янбаеваға 74 йәш. Башҡортостандың тәүге сигелгән картаһын 28 оҫта эшләгән.

54 райондың 26-һын Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан Ғәбиҙә апай Вәлиева сиккән, ә ҡалғандарын - райондарҙан оҫталар.

Сигеүсе оҫталар араһында тағы кемдәр бар, беләһегеҙме? Әйҙәгеҙ, оҫтабикәләрҙең исемдәрен барлап сығайыҡ.

#китапбайрам

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: