Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә беренсе Халыҡ-ара китап йәрминкәһе нимә менән ғәжәпләндерәсәк

26-28 майҙа өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын ҙур ваҡиға көтә – Өфөлә тәүге тапҡыр «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе ойошторола.

Өфөлә беренсе Халыҡ-ара китап йәрминкәһе нимә менән ғәжәпләндерәсәк
Өфөлә беренсе Халыҡ-ара китап йәрминкәһе нимә менән ғәжәпләндерәсәк

Уның идеяһын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хупланы. Унда ҙур нәшриәттәр, китап магазиндары, китапханалар, букинистар ҡатнашасаҡ, яҙыусылар, рәссамдар, актерҙар, драматургтар һәм сәнғәт белгестәре менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Йәрминкәлә ҡыҙыҡлы китаптар һатып алырға мөмкин буласаҡ.

 

Йәрминкәнең төп майҙансыҡтары

  1. Төп сәхнә
  2. Бәләкәй сәхнә
  3. Аҡмулла сәхнәһе

Йәрминкәнең эш ваҡыты: 10.00-дән 22.00 сәғәткә тиклем

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: