Бөтә яңылыҡтар

“Китап байрамында” хоспис өсөн китаптар тапшыра алаһығыҙ

Билдәле булыуынса, 26-28 майҙа Өфөлә тәүге тапҡыр «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе үтә.

“Китап байрамында” хоспис өсөн китаптар тапшыра алаһығыҙ
“Китап байрамында” хоспис өсөн китаптар тапшыра алаһығыҙ

Сараның программаһы бик бай. Шул иҫәптән “Китап кәштәһе” акцияһы ойошторола. Уның сиктәрендә Өфө хосписына китаптар тапшырыу ҡаралған. Һәр кем медицина учреждениеһының паллиатив пациенттары өсөн балалар һәм ололар китаптары бүләк итә ала.

Китаптар тапшырыу Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев ҡатнашлығында 28 майҙа йәрминәкәнең Төп сәхнәһендә ойошторола.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: