Бөтә яңылыҡтар

“Бүреләр” рок-төркөмө яугирҙәребеҙгә ярҙам ойоштора - хәйриә концертына саҡыра

Концерт киске сәғәт 7-лә башлана. Билеттарҙы ufa.kassir.ru/koncert/burelar# һылтанмаһы аша инеп алырға була. "Пушкин картаһы" ла ғәмәлдә.

“Бүреләр” рок-төркөмө яугирҙәребеҙгә ярҙам ойоштора - хәйриә концертына саҡыра
“Бүреләр” рок-төркөмө яугирҙәребеҙгә ярҙам ойоштора - хәйриә концертына саҡыра

– Апрелдә гуманитар конвой менән махсус хәрби операция биләмәһенә барып килгәс, ошо концертты ойоштороу ниәте тыуҙы. Егеттәребеҙгә афарин, танауҙарын төшөрмәйҙәр, – ти төркөмдөң етәксеһе Илшат Абдуллин. – Яугирҙәребеҙ бөтә нәмә менән дә тәьмин ителгән, әлбиттә, шулай ҙа һәр даим кәрәккән мөһим әйберҙәр бар – медицина кәрк-ярағы һәм башҡалар. Хәҙер шундай ваҡыт тыуҙы: беребеҙ ҙә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Егеттәребеҙгә ярҙам итеү – һәр кемдең бурысы.

Концерт киске сәғәт 7-лә башлана. Билеттарҙы ufa.kassir.ru/koncert/burelar# һылтанмаһы аша инеп алырға була. "Пушкин картаһы" ла ғәмәлдә.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: