Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Апрель 2023, 13:11

Өфөлә ниндәй парктар төҙөкләндереләсәк?

2023 йылда Өфөлә йәмәғәт биләмәләрен, шул иҫәптән 11 паркты төҙөкләндереү буйынса 13 сараны ғәмәлгә ашырыу ҡаралған.  

Өфөлә ниндәй парктар төҙөкләндереләсәк?
Өфөлә ниндәй парктар төҙөкләндереләсәк?

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итте. Уның билдәләүенсә, бөтә проекттар ҙа өфөләрҙең әүҙем ҡатнашлығында әҙерләнә.

 «2023 йылдың барлыҡ объекттары буйынса килешеүҙәр төҙөлгән, йәки төҙөлөү стадияһында», – тине Ратмир Мәүлиев.

 Быйыл төҙөкләндереләсәк йәмәғәт киңлектәре иҫәбендә - Аксаков исемендәге баҡса.

«Өфөлә йәшәүселәр өсөн иҫ киткес һәм әһәмиәтле урын. Был баҡсаның тарихын һаҡлап ҡалып, төҙөкләндерербеҙ», - тип вәғәҙәләне мэр. Проект «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы барышында тормошҡа ашырыла. Сентябрҙә  Аксаков баҡсаһын төҙөкләндереүҙе тамамлау планлаштырыла.

Өфөләге яңы мөһим урын – дөйөм майҙаны 900 квадрат метрлыҡ Альбанов исемендәге сквер федераль аҡсалар иҫәбенә  төҙөкләндереләсәк. Проектты 2023 йылдың көҙөндә тамамлау күҙаллана.

Быйыл Ҡурсаҡ театры алдындағы аллея ла төҙөкләндереләсәк. Әлегә миниатюралар аллеяһы проекты әҙерләнгән һәм дәүләт экспертизаһын үткән. 2022 йылда Нефтехимиктар паркын төҙөкләндереү башланды. Быйыл майҙа беренсе этап тамамлана һәм икенсеһе башлана. Ошо паркты төҙөкләндереүҙе 2024 йылдың авгусында тулыһынса тамамлау күҙаллана.

Быйыл төҙөкләндереләсәк тағы ла бер йәмәғәт киңлеге – Октябрь Революцияһы урамы.

 – Юл япмаһы һәм инфраструктура селтәрҙәрен яңыртыу эштәре башланды. Эштәрҙе тамамлау 2024 йылға билдәләнгән, –  тип хәбәр итте Өфө хакимиәте башлығы. Бынан тыш, быйыл Теплое күлен төҙөкләндереү дауам итә. Атап әйткәндә, яр буйы биләмәһен, ҡала пляжын, ял зоналарын  төҙөкләндереү күҙаллана.

 

Өфө «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты барышында  ҡала үҙәге туркодын проектлауға федераль конкурста еңеп сыҡты. Өфө мэры фекеренсә, ошо сараны тормошҡа ашырыу туристик инфраструктураны үҫтереү буйынса байтаҡ позицияларҙы көсәйтергә һәм Башҡортостандың баш ҡалаһын күркәмерәк һәм ҡунаҡсылыраҡ итергә мөмкинлек бирәсәк.

 – Өфө йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырырға әҙер. Проекттар ғәйәт ҙур. Эштәр күп, ләкин бөтәһен дә үтәрбеҙ, – тип белдерҙе Ратмир Мәүлиев.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина, "Йәшлек" гәзитенән
Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: