Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Апрель 2023, 13:14

1 майҙа "Йөрәктәр йылъяҙмаһы” старт ала

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған байрам сараларын үткәреү маҡсатында Рәсәй мәҙәниәт министрлығы  “Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт” ведомство-ара проекты сиктәрендә “Йөрәктәр йылъяҙмаһы” Бөтә Рәсәй акцияһын ойоштора.

1 майҙа "Йөрәктәр  йылъяҙмаһы” старт ала
1 майҙа "Йөрәктәр йылъяҙмаһы” старт ала

1 майҙан 10 майға тиклем уҡыусыларға ижади эштәрен өс номинацияла - мәктәп театры (Бөйөк Ватан һуғышына арналған сцена йәки спектакль), вокал (һуғыш йылдары йырҙары), бейеү (хәрби-патриотик тема) видеоға төшөрөп, #9маякдш хештегы менән Вконтакте селтәренә һалырға кәрәк. Иң яҡшы эштәр "Уҡыусылр өсөн мәҙәниәт" порталында баҫыласаҡ, ә авторҙарын сертификаттар һәм бүләктәр көтә.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: