Еңеүселәр араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. ”Шәфҡәтлелек” номинацияһында балаларҙы уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алыу тураһындағы "Беҙҙең өйҙөң йәме" социаль проектына уңыш йылмайған.
“Бәхет биләмәһе” фондының был проекты әсәй-атай тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларға яңы ғаилә табырға ярҙам итә. Геройҙары – Башҡортостандың балалар һәм сабыйҙар йорттары тәрбиәләнеүселәре. Һәр тарих нигеҙендә – ҡатмарлы яҙмыштар, ауыр диагноздар, әммә улар яҡшылыҡҡа сикһеҙ өмөт менән һуғарылған. Проект дүрт йыл эшләп килә, ошо дәүерҙә 90-дан ашыу видеояҙма төшөрөлгән. Уларҙа балалар тураһында бәйән ителә, яҙмалар телевидение һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһәтелә. “Беҙҙең өйҙөң йәме” командаһы 55 баланы ғаиләгә урынлаштырған! Проекттың авторы, Башҡортостан Башлығының тормош юлдашы Каринэ Хәбирова, "Беҙҙең өйҙөң йәме"н федераль проектҡа әйләндерә алған. Проект республикала, тотош илдә билдәле кешеләрҙең хуплауына өлгәшкән. Роликтарҙың береһендә республика етәксеһе Р.Хәбиров та төшкән.
“Беҙҙең өйҙөң йәме”нең иң ҙур ҡаҙанышы, мөғжизәһе – бер юлы алты балаға ғаилә табыу. Елена менән Денис Куликовтар әсәләре ташлап киткән алты баланың яҙмышына битараф ҡала алмайынса, уларҙың бөтәһен дә яндарына алған.
Балалар йортондағы сабыйҙы бәхетле итер өсөн артыҡ нәмә лә кәрәкмәй, бары яратып үҫтерерҙәй ғаилә генә табып биреү зарур. Ә бының өсөн бала хаҡында күберәк кеше белергә тейеш.
“Бәхет биләмәһе” фондының мәрхәмәтлелек проекты дауам итә. Команда ағзалары әйтеүенсә, улар өсөн яңы балаларға атай-әсәй булған кешеләрҙең кескәйҙәргә: “Һин – өйөбөҙҙөң йәме!” тип әйтеүе – иң мөһиме. Был изге һүҙҙәр тағы-тағы яңғырап торһон!
Белешмә. “Көмөш уҡсы” – йәмәғәт бәйләнештәрен үҫтереү өлкәһендәге изгелекле эштәр өсөн йыл һайын бирелә торған милли премия. 1997 йылдың 25 июнендә булдырылған.