Ә нимә бирә һуң ул был проект Башҡортостан компанияларына? Әлеге йәһәттән хатта ҡоро һандарға туҡталып үткәндә лә, байтаҡ файҙаны асыҡларға була. Әйтәйек, был проектты ҡулланған компаниялар ниндәйҙер деталь өҫтөндә эшләгәндә эш процесын 38 процентҡа тиклем аҙайта ала, шул уҡ ваҡытта эш һөҙөмтәһе 51 процентҡа арта! Ә ресурс (запас) 33 процентҡа тиклем экономиялана.
Стәрлетамаҡ фиброцемент заводын да яҡын киләсәктә ошондай һөҙөмтә көтә. Был кимәлгә ирешер өсөн уларға Федераль компетенция үҙәге эксперттары ярҙам күрһәтәсәк, белгестәр шифер етештереү производствоһын яҡшыртмаҡсы. Проект апрель айында старт ала.
Завод BF tech компаниялар төркөмөнә инә һәм цементтан эшләнгән продукциялар буйынса алдынғы заводтарҙың береһе булып тора. Завод ҡараған “Урал хризотилы” акционерҙар йәмғиәте директоры Яков Яланский билдәләүенсә, холдингтың әлеге милли проектта ҡатнашыу буйынса тәжрибәһе бар. Старт аласаҡ проек буйынса БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте буйынса министр урынбаҫары Айрат Фәхретдинов та үҙ фекере менән бүлеште.
– Санкцияларға ҡарамаҫтан, беҙҙең продукцияға ихтыяж ҙур, шуға беҙ производствоны үҫтерергә һәм киңәйтергә тейешбеҙ. Ошондай шарттарҙа милли проектты ҡулланыу отошло булып тора, предприятие яңыса, һөҙөмтәле эшләй башлар, – тип белдерҙе етәксе.
Билдәле булыуынса, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект "Производительность труда") Сәнәғәт үҫеше федераль фондынан биш йылға тиклем йылына 1 процентлы льготалы займ алыу, предприятие үҫешен баһалаусы һәм юл күрһәтеүсе махсус һанлы сервистар менән эшләү, хеҙмәткәрҙәрҙе бушлау уҡытыу, кадрҙарҙың һөнәри мөмкинлеген арттырыу, предприятие етәкселәренең “Етештереү лидерҙары” программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үткәндә, был милли проект Владимир Путиндың "май указдары"на ярашлы тормошҡа ашырыла.