

Күренекле башҡорт яҙыусыһы, утыҙлап повесть, дүрт йөҙҙән ашыу хикәйә ижад иткән Хәйҙәр Тапаҡов үҙен бөгөнгө заман башҡорт прозаһының егәрле, талантлы авторҙарының береһе итеп танытты.
Яҙыусының “Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең” повесы (2002-2003) “Ҡаршы сығып ал” исемле китабында донъя күрҙе. Әҫәрҙең эпиграфы итеп Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Өс йөҙ ҙә өс хәҙис”енән “Таянысһыҙ емерелер бар донъя...” тигән шиғыр юлдары һайланған. Автор шул рәүешле башта уҡ “таянысһыҙ” төп геройы Нәфисәнең барлыҡ ҡылыҡ- ғәмәлдәрен аңлау, аҡлау, ҡурсалау позицияһына баҫа ла, халыҡ шағирынан үҙ фекерен “йөпләтеп” ҡуя.
Повестың исеме – реминисценция, йәғни Кәбир Аҡбашевтың шиғырына композитор Роза Сәхәүетдинова ижад иткән “Юғалма юлдарымдан, юғалма” исемле йырҙың “Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең...” тигән юлдары. Был йыр куплеттары әҫәрҙә тағы ла өс урында – киске уйында Һаҙыйға бағышлап, Һаҙый менән Фәниәнең никахтарын теркәү тантанаһында, Нәфисәнең өйөндәге эске табынында – урынлы ҡулланылыш тапҡан.
Ғөмүмән, Хәйҙәр Тапаҡов ижадында реминисценциялар (әҙәби алынма- лар – Г.Ҡ.) тураһында һүҙ йөрөткәндә, һайлауҙар осоронда райондың оло түрәһен яҡламағаны өсөн эшһеҙ ҡалған, эскелеккә бирелә башлаған элекке уҡытыусы Сәлимәнең:
– Буйы талдай, йөҙө айҙай, ер һылыуы. Йөрәккә ут ҡабындыра көлөүе. Күҙҙәренән, йөҙҙәренән балҡып тора уның Күңелендә яҡты уйҙар йөрөүе, – тип Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Маҡтау йырла, шағир” (1963) исемле шиғырынан өҙөк уҡыуы һәм Нәфисәнең “Яҙмышымда сулпан йондоҙ бул һин, // Тик һағыштар булып ҡағылма” тип моңланыуы табын янындағы күҙҙәре тонған иҫерек ҡатындарҙың күңел төпкөлөндә өмөтһөҙлөк тарафынан баҫтырылып ятҡан ысын асылдарын күрһәтергә булышлыҡ итеүсе уңышлы сара булыуын билдәләп үтергә кәрәк.
Нәфисәнең ҡапыл ғына “Чёрный ворон, чёрный ворон, // Что ты вьёшься надо мной?” тип руссалап йырлай башлауы эскесе ҡатындың күңел ғазаптарын һынландырыу менән бергә ғаиләһен йот йылынан бирле һағалаған хәүефте – нәҫеленә ҡаныҡҡан Ҡоҙғондо – еңеренә лә ишара.
Ҡара тамға, бәлә-ҡаза билдәһе булған Ҡоҙғон образына яҙыусы тотош ауылға ғына түгел, йәмғиәт ҡоролошона баһа биреү, тарих сөңгөлдәрен байҡау бурысын йөкмәткән. “Юғалыуға дусар быуын, нәҫ баҫҡан, өмөтһөҙлөккә ғарҡ быуын”дың көнитмеше ваҡыт арауығының өнһөҙ шаһиты булған ошо ҡош күҙлегенән, ҡоштар бейеклегенән панорамалы яҡтыртыла.
Бар ғәме баш төҙәтеүҙә генә булған, шулай ҙа ҡолағына ваҡыты-ваҡыты менән йөрәк өҙгөс моң ҡағылып киткән Нәфисәнең яҙмышын, йомғаҡ һүткәндәй, яйлап ҡына тағата яҙыусы. Ретроспектив алым ҡыҙҙың наҙлы яҙҙарына илтә. Нәфисәнең йәшлеге өс кис эсенә һыйған: Һаҡмар буйында боҙ оҙатыу, йәйге кистә киске уйындан һуң Сейәлетүң сауҡалығында Ман- сур тарафынан мәсхәрә ителеүе, Һаҙый менән Мансурҙың ҡанға туҙып һуғышыуының шаһиты булыуы. Өмөттәре өҙөлгән, мыҫҡыл ителгән Нәфисәнең Ҡоҙғон менән тәүге тапҡыр осрашыуы ла тап ошо өсөнсө кистә була. Бибисараның үҙ улы Һаҙыйҙы барыбер Хәтмулла ҡыҙына өйләндермәҫен дә яҙыусы йыртҡыс ҡоштоң уйҙары аша еткереүҙе хуп күрә.
Нәфисә – ҡарғышлы нәҫелдән булған Фәйрүзәнең һәм зарураттан ғына уға өйләнергә мәжбүр Хәтмулланың игеҙ ҡыҙҙарының һыңары. Нәҫеленең һуңғы орлоғо. Ул – “атырға тумаланған сәскәләй серле, һыуһыҙ ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ һылыу ҡыҙ”. Һис шикһеҙ, киләсәге лә матур булырға тейеш. Күңеле рухи юғарылыҡта: сәнғәт институтына уҡырға инергә хыялланыуы ла, әсәһенең һаулығын ҡайғыртҡанға уны ташлап китә алмауы ла ҡыҙҙың кеше- лекле, ихтирамлы зат булыуына ишара.
Нәфисәне автор “өйләнгән сағында уҡ һуҡмыш булған атайҙан яралған ҡыҙ” булараҡ, ғөмүмән, атаһына оҡшаған, тип ҡылыҡһырлаһа ла, атаһы Хәтмулланың йәш сағында “мөғжизәләр иленән килгән әкиәт батырындай” саҡтары булғаны, тәкәббер заттан икәнлеге тураһында ла иҫкәртеп үтеүҙе урынлы таба. Был юлдар төп геройҙың бөтөнләй үк өмөтһөҙ түгеллеге хаҡында һаран ғына мәғлүмәттәр ҙә бирә.
Ауыл хакимиәтенә саҡырылғас, сәстәрен тағатып ебәреп, матурлап та- рауы, һандыҡ төбөндә ҡәҙерләп һаҡлаған, сәскә төшкән крепдешин күлдәген, әле кейерлек туфлиҙарын сығарып кейеүе, өҫ-башына битараф булмауы – алдағы фекеребеҙҙе ҡеүәтләрлек тағы бер дәлил.
Һаҙый алдында нисек кенә дорфа ҡыланырға тырышһа ла, уға ҡарата йылы хистәрен һаҡлаған, ирҙең сал төшкән сәстәренә моңайып баҡҡан, йоҙроҡтай ғына аҡ бесәйҙе уның бүләге итеп ҡабул иткән Нәфисәне ауыл өҫтөндә өйрөлгән Ҡоҙғон был юлы беренсе тапҡыр ҡурҡыта алмай. Сөнки ҡатын киләсәккә өмөт алып сыға хакимиәт башлығы янынан.
Ниндәй генә матди ҡыйынлыҡтарға дусар булһа ла, Нәфисәнең әхлаҡи йөҙө, намыҫы таҙа килеш ҡалыуы ла киләсәккә өмөт тойғолары уята. Шешәләше Зәлифә тәҡдим иткәнсә, күҙҙәрен майландырып урамдан үтеү һ.б. ошоноң кеүек түбәнлеккә бармай ул. “Һаҙый йәшәй, мин йәшәйем, беҙ йәшәйбеҙ” тигән өмөт ғүмере буйы оҙатып килә. Аҡтау ҡаяһында боҙ оҙатҡанда Һаҙый менән бергәләп теләгән “гел бергә булһаҡ ине, айырылмаһаҡ ине” тигән уйҙары тормошҡа ашмаһа ла, тәүге мөхәббәте уның уйҙарынан һәм юлдарынан юғалмай.
Ҡатмарлы осорҙоң ауыр яҙмышлы кешеһе образы үҙәккә ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, повесть ауыр тойғолар ҡалдырмай. Ваҡыты-ваҡыты менән ҡолаҡҡа килеп яғылған моңдай һағышлы тойғолар, бөләңгерт кенә өмөт Нәфисәнең үҙ яҙмышын еңеренә ышаныс тойғоһо уята.
Кәбир Аҡбашев менән Роза Сәхәүетдинованың уртаҡ ижад емеше булған “Юғалма юлдарымдан, юғалма” йыры тәьҫирендә тыуған был повестың үҙен дә йыр һымаҡ тип характерларға мөмкин.
“Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” китабына (2019) ингән “Шәүлә” хикәйәһе менән таныша башлағас уҡ, “мин быға оҡшаш әҫәрҙе уҡыным бит!” тигән тойғо тыуа. Ауылға ситтән уҡытыусы булып килгән күрмәлекһеҙ генә ҡиәфәтле, әммә яҡты күңелле Хәкимйән һәм “Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең” повесынан Һаҙыйҙың үтә лә оҡшаш, йәғни типик образдар икәнен зирәк уҡыусы шунда уҡ тотоп алыр. Хәкимйән менән Һаҙый – икеһе лә йәшлек мөхәббәттәрен юғалтып, яратмаған кеше менән ғаилә ҡорған, яҙмышына күнгән, әммә тәүге мөхәббәттәре Гөлнур һәм Нәфисәгә ҡарата күңелдәрендә һаман да йылы хистәрен һаҡлап ҡала алған, һуңыраҡ ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын йөкмәп, ауылдаштары өсөн янып-көйөп йәшәгән кешеләр.
Клуб мөдире булып эшләгән Нәфисә лә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур ҙа – оҡшаш характерҙар. Яҙмыштары яҡты булырға тейеш был ҡыҙҙар намыҫтарын һаҡлап ҡала алмауҙары арҡаһында һөйгәндәренән ваз кисергә мәжбүр. Нәфисәнең “көмөшкә ҡатыш һуған, таҙартылмаған тештәр еҫе” килеп торған ире Мансур ҙа, Гөлнурҙың “араҡы- һарымһаҡ еҫе, тәмәке ыҫы аңҡытҡан” ире Фәрит тә абсолют яуыздар заты- нан: ир-егет иркәләүенең нимә икәнен дә белмәгән йәп-йәш ҡыҙҙарға йыртҡыстарса ҡул һуҙыусылар улар. Әйткәндәй, “абсолют яуыз геройҙар” рәтенә “Хөкөм” повесынан Нәйләне намыҫынан яҙҙырыусы Ғәзимде лә, “Айһылыу” повесынан Маһинурҙы мыҫҡыл итеүселәрҙе лә индереү хаҡлы булыр. Яҙыусы ҡыҙҙарҙың барыһын да тиерлек бер үк ситуацияға ҡуя: мәктәпте яңы тамамлаған 17-18 йәшлек ҡыҙҙар һаҡһыҙлыҡ, еңел аҡыллылыҡ арҡаһында ошо фажиғәгә осрай. Маһинурҙың (“Айһылыу”) был мәлдәге пси- хологик халәтен оҫта һүрәтләй автор: “Гонаһымдың шаһиты, ҡап яртыһын су- йындай ауыр болоттар япҡан, ҡалған яртыһы һыуҙай яҡты йондоҙло йыһан эшлектән сыҡҡан алама иләктәй өҫтөмә ҡапланған. Был мәлдә яҙмышым да һанһыҙ тишектәр хасил итеп теткеләнгәйне...”
Авторҙың был типик ваҡиғаларға ҡарата ҡулланған мәҡәлдәре бер- береһенә оҡшаш: “Алыры алынған, юлы һалынған”, “Булыры булған, буяуы уңған”. (“Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең”). “Кешәнәмәгән бейәгә айғыр яҡынлап артыла һалып бармай”. (“Шәүлә”).
Тормош ауырлығын күтәрә алмай, эскелеккә бирелә башлаған героиняларҙы уратып алыусылар ҙа бер төрлө: әхирәттәре тиңһенеп етмәгән Зәлифә (“Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең”) һәм ҡойто кейенгән әхирәттәр (“Шәүлә”).
Нәфисә менән Гөлнурҙың “көндәштәре” Фәниә менән Кәримәне һүрәтләгән саҡта ла яҙыусы өйрәнелгән ҡалыпҡа мөрәжәғәт итә: Һаҙыйҙың ҡатыны “тыңҡыш, кәүҙәһенә килешмәгән күлдәк кейгән” рәүешле ҡылыҡһырланһа, Хәкимйәндең һайлағаны “тауыҡтай тумалаҡ, билһеҙ йыуан кәүҙәһе ҡыҫҡа аяҡтар менән барып бөткән”, етмәһә, түлһеҙ ҡатын булараҡ күҙ алдына баҫа. Әйткәндәй, “Хөкөм” повесында Нәйләнең атаһына йәшлегендә күҙ һалып йөрөгән, әммә мөхәббәте кире ҡағылған Һайыҫҡан Раузаның портрет характеристикаһы ла ошондай типик персонаждарҙың тамамланған образын тулыһынса күҙ алдына баҫтыра: “тәбәнәк буйлы, төйөрөм кәүҙәле, бирән ҡорһаҡлы, быжыр биттәренең өҫкө яғына асыулы аҡайған тәңкә күҙҙәр батҡан һөйкөмһөҙ, һапата бисә”. “Дусар ителгәндәр” по- весынан Һорландың хужабикәһе, “һимеҙ өйрәктәй байпаңлата баҫып” йөрөй торған Нәзирә – шулай уҡ Кәримә, Раузалар рәтендә.
Хәкимйән тарафынан хакимиәткә саҡыртылған Гөлнур ҙа осрашыуға тап Нәфисә кеүек йыйына: “комодта соҡоноп матур күлдәген табып үтекләп кейҙе, сәстәрен еүешләп тарап рәткә килтерҙе, крем урынына биттәренә һыйыр еленен майлау өсөн ҡулланған вазелинды яғып массаж яһап алды, хәлбүки, маңлайын иртә сыймаҡлай башлаған һырҙар юйылманы ла, яҙылманы ла"; "...барлы-юҡлы буяҡты шырпы бөртөгөнә сығарып ирендәрен ҡыҙартты, әҙерләнеп бөткәс, көҙгөгә һирпелде”. Гөлнур, Нәфисәнән айырмалы рәүештә, кемгәлер ҡарышҡандай, һыйыр һауырға сыҡҡанда кейгән фуфайкаһын кейеп юллана – был рәүешле яҙыусы геройының үҙенә генә хас индивидуаль харак- тер һыҙатын оҫта тотоп алыуға ирешкән.
Гөлнурҙың да асылы әлегә бөтөнләйгә боҙолоп өлгөрмәгән. “Һаҙый йәшәй, мин йәшәйем, беҙ йәшәйбеҙ...” тип, Һаҙыйҙың бүләге итеп ҡабул иткән бесәй балаһын ҡуйынына ҡыҫып ҡайтып барған Нәфисәнең ише ул. “Ер йөҙөндә Хәкимйәндең барлығын белә, уға шунан артығы кәрәкмәй ҙә” (“Шәүлә”), “Ике бала атаһы икәнеңде онотма” (“Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең”) кеүек һөйләмдәр геройҙарҙың эске тотанаҡлыҡтан мәхрүм түгеллегенә ишара.
Авторҙың оҙаҡ йылдар ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгәндә халыҡ менән яҡындан аралашыуының, типик ситуацияларға йыш осрауының эҙемтәһеме – ике әҫәрҙә лә бер үк төрлө диалогтар ҙа ҡабатлана:
Тартырға мөмкинме?
Үрҙәге диалогтар мәҙәниәтле, ҡатын-ҡыҙ затына ихтирамлы етәксе об- раздарын күҙ алдына баҫтыра.
Ихтирамлы, итәғәтле кешеләр янында тупаҫ әҙәмдәр ҙә етерлек. Яҙыусы уларҙы һүрәтләгән саҡта үҙ-үҙен ҡабатлап ҡуйғылай: Нәфисәне ауыл советына саҡырырға килеүсе телгә тупаҫ, ҡырыҫ холоҡло йыйыштырыусы Маһинур (“Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең”) һәм хужабикәне этәреп өйгә килеп инеүсе, уҫал, эре һөйләшеүсе Кәримә (“Шәүлә”) – абсолют“игеҙәк” персонаждар.
Өләсәһе тәрбиәһендә инсафлы булып үҫһә лә, Гөлсөмдөң (“Дусар ителгәндәр”) телмәренә лә урыны менән тупаҫлыҡ, аяуһыҙлыҡ хас:
Бына ул (Рәйсә – Г.Ҡ.) янбашы аша ҡарап эткеле-төрткөлө яуапланы:
Кеше хәтерен һаҡламаҫ Сәғиҙәнең репликаһы ла – аяуһыҙлыҡ үрнәге: “Бисәң дә ҡыҫыр, үҙең дә билеңдән түбән ҡороноң ана! Ир түгелһең, көйҙөртөлгән үгеҙ һин, бисәңде риза итергә эшкинмәгәс, нишләп йәшәйһеңдер был донъяла? Сиған арбаһынан төшөп ҡалған ташландыҡты алып, бәхет тап- тым, тиһеңме? Һулыған яҫығыңды тот, тамуҡ киҫәүе, бейә типкеләгән һәүерек...” (“Айһылыу”).
Нәфисәнең дә (“Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең”), Гөлсөмдөң дә (“Дусар ителгәндәр”), Рәйсәнең дә (“Шәүлә”) артистка булырға хыялланып та, йырып сыға алмаҫлыҡ ҡаршылыҡтар тышауынан ҡотола алмаған заттар булараҡ һүрәтләнеүе – авторҙың талантлы, әммә әсе яҙмышлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн күңел һыҙланыуҙарына дәлил.
Әҫәр геройҙарының ваҡыты-ваҡыты менән фәлсәфәгә бирелеүе, үҙ- үҙҙәренә ҡарата аяуһыҙ булыуы – Хәйҙәр Тапаҡовтың һуңғы йылдар прозаһына хас һыҙаттарҙың береһе. Бикәнең: “Бына минең ирем дә, балала- рым да, хатта дуҫтарым-әхирәттәрем дә юҡ, аҡсам, күп аҡсам ғына бар... Ә ул йәнһеҙ банкноттар ғаиләгә, балаларға торошло түгел. Аҡса кешене етеш һәм бойондороҡһоҙ ғына итә, әммә бәхетле итә алмай. Мин был донъянан шәүләләй үтеп барған, онотолған әҙәм... Киләсәгемдең шәүләһе ҡурҡыта. Ныҡ ҡурҡыта...” – тип үҙенә аяуһыҙ хөкөм сығарыуы (“Шәүлә”), Нәфисәнең ҡулдарын болғап: “Нимә ул намыҫ, ғәҙеллек! Ғәҙеллек тип кеше намыҫын тапайҙар бөгөн! Әҙәп, шәфҡәтлелек хупланмай ҡырағай заманда, кем оятһыҙ, кем әрһеҙ, кем ҡаты бәғерле – шул әҙәм аҡтығы алда, ул хаҡлы! Беҙ тормош төпкөлөндә ағыуланған себендәрҙәй үлә алмай ыҙаланған бахыр йәндәр генә!” – тип ҡысҡырыуы (“Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең”) һ.б., йәғни тормош төпкөлөндәге геройҙарҙың йәмғиәттең көнүҙәк проблемаларын күтәреүе иғтибарҙы йәлеп итә. Ғаилә ҡиммәттәрен беренсе урынға ҡуйырға көс тапҡан Әнүәр менән ҡатыны араһындағы диалог та – фәлсәфәүи уйланыуҙар емеше: “Өсәүебеҙ бергә ҡалайыҡ, Хоҙайҙан шуны теләйек, ҡыҙым. – Әнүәр төйөрсәкләнеп ышҡылған салбарының тубыҡтарын һыйпаны. – Бына беҙҙең тормош туҡымаһы ла сеймәлгән ептәрҙән туҡылған, шуға ла унда изгелек менән яуызлыҡ һәр ваҡыт йәнәш йәшәй...
Яҙыусының “Хөкөм” повесының эпиграфы итеп Гетеның “Фауст” әҫәренән түбәндәге юлдар алынған:
– Кто ж скажет мне, расстаться ли с мечтами? Научит кто? Куда идти?
Увы, себе своими же делами Преграды ставим на пути.
Әҫәр сюжеты төйөнләнеүҙән башлана: етеш, мул тормошта йәшәгән, үҙен юғары ҡатлам кешеһе тип иҫәпләгән Наина Васильевнаның Ҡара диңгеҙ ярында ял иткәндә енси юл менән йоғошло ауырыу эләктереүе.
Йорттоң зиннәтлелеген тасуирлау менән бер рәттән автор ошо һиллеккә, байлыҡҡа хәүеф менән янаған был яңылыҡты Айвазовскийҙың “Туғыҙынсы вал” картинаһын һүрәтләү фонында көсәйтеп ебәрә: “...диңгеҙҙәге көслө дауыл әсирлегендә ҡалған бисараларға йәлләп ҡараны, үҙен ошо минутта мачта ағасына сат йәбешеп, нисек тә йәшәргә тырышып ятҡан бахыр хәлендә тойҙо”. Төп героиняның Сәлимәгә башҡортса өндәшеп ҡуйыуы уның шәхесенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырып ебәрһә, ретроспектив алым ярҙамында автор беҙҙе Нәйләнең 17 йәшлек сағы менән яҡындан таныштыра. Иманбаевтар ғаиләһендә яратылып үҫеп буй еткергән ҡыҙҙың “алһыу күҙлеге” Рауза арҡаһында селпәрәмә килә: үҙенең тәрбиәгә алынған бала икәнен аңлай. Был тупаҫ һатыусы ҡатындың улы,“шәмән” (аңыш) фиғелле тип ҡылыҡһырланһа ла, илдә үҙгәрештәр булырын асыҡ күҙаллаған Ғәзим образы аша 17 генә йәшлек ҡыҙҙың тура һүҙлелек, саялыҡ, хатта дыуамаллыҡ кеүек сифаттарға эйә булыуы ла асыҡлана.
Нәйлә һәм “Дусар ителгәндәр” повесынан Гөлсөм, “Айһылыу” повесынан Маһинур – бәхетһеҙлек буйынса игеҙ йәндәр. Гөлсөм менән Маһинурҙың донъяға килеүе осраҡлы булһа, Нәйлә – тәрбиәгә алынған бала.
Наина-Нәйләһен яҙыусы яратып һүрәтләй. Уның фекеренсә, әҙәм балаһы фәрештәнән һәм иблистән ғибәрәт. Ана шул заттарға хас изгелек һәм яуызлыҡ хәл-ваҡиғаларға ҡарап сиратлап үҙен белгертә, өҫкә ҡалҡып сыға. Тимәк, бөгөнгө аяуһыҙ замандың көслө заты Нәйлә – бер юлы фәрештә лә, иблис тә: “Йәнендә ҡапма-ҡаршылыҡлы ике уй, фәрештә менән иблис, аҡ менән ҡара талаша...”
Повеста ваҡиғалар ҡуйы буяуҙарҙа һүрәтләнә. Һәр бер эпизодҡа билдәле бер фәлсәфәүи мәғәнә һалынған. Мәҫәлән, Ғәзимдең ҡәберен күрергә барғанда ге- ройын аҡ яулыҡлы, еңел һөйәкле ҡарсыҡ менән һөйләштереүе – авторҙың Нәйләнең булмышында фәрештәлелек эҙләү күренешенең бер осмото, беҙҙеңсә. Тик Нәйләнең “фәрештәлелеге” ата-әсәһенең, Ғәзимдең ҡәберен тәрбиәләгәндә генә килеп сығамы, тигән һорау тыуыуы ла тәбиғи.
Балалар приютындағы кескәй Нәйлә менән танышыуы – ҡатындың бала саҡтағы таҙа асылына ҡайтырға ынтылышы.
Ҡорос холоҡло, әммә үҙе буйһондороп тотҡан ырыу ҡанундарынан сыға алмай ғазапланған Тәңкәбикәләр юғарылығына күтәрә геройын. Бысраҡ көнитмештә саф килеш ҡала алмай Нәйлә лә, тип иҫәпләгән автор героиняһын аңлай, ҡылыҡтарын аҡлай. Ғәзимдең ҡыҙҙы гонаһһыҙҙан гонаһлы итеүсе, Хәлимәнең аҡтан ҡара яһаусы булыуҙарына шик ҡалдырмай: “Тартырға Хәлимә лә өйрәнде. Ихтыярынан тыш иҫерткес эсемлектәрҙән дә ауыҙ итте, артта ҡалғанлығын, ауылдан икәнлеген күрһәткеһе килмәгәнгә тәмәкеһен дә борхотто”. “Уны мыҫҡыл итеп сафлығынан яҙҙырған, киләсәген емергән, тормошон ҡотһоҙ йүнәлештән ебәргән, әсәһенең башына еткән Ғәзим!”
Ата-әсәһе уға бүләк итмәгән (асылда бүләк итә алмаған – Г.Ҡ.) алтын сәғәтте Ғәзимдән алдырыуға ирешә ҡыҙ. Ғәлимйәнгә, ата-әсәһенә ҡарата үпкә тойғоһо менән зиһене томаланған Нәйлә үҙенең башта ҡорбанға, аҙаҡ иһә үс алыусыға әүерелгәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ә Ғәзим Иманбаевтар ғаиләһенең Ғазраилы рәүешен ала.
Ҡыҙғанысҡа күрә, Нәйләлә изгелектән бикәр яуызлыҡ өҫкә ҡалҡа. Бүре булмышы өҫтөнлөк ала. Дубай зоопаркында быуар йыланды һәм мысыр бүреһен тамаша ҡылған йәш ҡатын үҙенә хас зирәклек, һалҡын иҫәп һәм стратегик аҡыл менән ошо хәҡиҡәткә төшөнә. Виктор менән үҙенә тапҡыр характеристика бирә: “Ниндәй генә хәлдә лә бахыр ҡуяндай йотолоуға дусар булмаясаҡмын! Тормошҡа яраҡлаша белергә кәрәк. Это закон жизни. – Виктор Николаевичтың әйткәндәрен күңеленән ҡабатлап, уға ҡорбанына ҡарағандай итеп төбәлде ҡыҙ. – Һин быуар йылан булһаң, мин – сүл бүреһе!”
Төп геройҙың башҡаларҙы мыҫҡыллауы, кәмһетеүе, уларҙан үс алыуҙан йыуаныс табып йәшәүе киләһе өҙөктәрҙә асыҡ сағылыш таба: “Теге Ерән ише хаяһыҙ ҡыланһаң, һүҙһеҙ буйһонорға әҙерҙәр” (училищелағы бүлмәләш ҡыҙҙары хаҡында – Г.Ҡ.); “Инспектор ырғытылған татлы һөйәкте һауала уҡ эләктереп алған бурҙайҙай ҡәнәғәт ҡалды”; “Янсығынан меңәрлектәр сығарып, эткә һөйәк ырғытҡандай, Хәлимәнең алдына ташланы”; “Массажсы үтә лә тырыша, әгәр ҡушһа, тәнен ҡулдары менән түгел, теле менән ялап алыр ине”. Хатта хәләл ирен дә эт урынына күреп, уның тамағына Сәлимәкәйҙе ырғытыуҙан тартынмай Наина. Хәлимәнең ҡыҙының атаһы күршеһенең ире икәнен ишеткәс, тантана кисереүе лә – үрҙә әйтелгәндәргә ҡеүәт. Һалҡын аҡыллы, иҫәпсел Наинаның һауалылығы артында бәхетһеҙлек тороуына инандыра был миҫалдар.
Донъялағын донъялыҡта ҡайтарырға тырышҡан ҡатын үҙ юлында осрағандарҙан һалҡын ҡан менән үс ала. Кеше ҡулы менән кеше туҡмау сыл- быры барлыҡҡа килә:
Атаһы, әсәһе, бесәй балаһы, эте Пират, Ғәзим, Хәлимә, Виктор Николаевич, Сәлимә – Наинаның аяуһыҙлығы ҡорбандары.
Нәйлә Иманбаеваның исем-шәрифтәрен Наина Крестенко тип, йәғни крест (тәре) компонентлы фамилияға алмаштырыуы ҡиблаһының үҙгәреүенә килтерә һәм йәненең күктәрҙә лә тыныслыҡ тапмаҫына ишара яһай: “Әҙәм балаһының барыр һуҡмағын, йүнәлер тарафын ата-әсәһе ҡушҡан исем билдәләй. Тормош асҡысы, йәшәү асылы ул балаға ҡушылған исем. – Түңәрәк һаҡал көйләп аят бағышларға тотоноп китте”.
Түшәмдәге тәре һәм боғалаҡҡа тартым шәүлә Наинаның иманһыҙ үлеменә, һуңғы төйәге булыр урыҫ зыяратына һәм ҡәберендә торор тәрегә ишара. “Түшәмдәге гәлсәрҙәр теҙмәһен һалындырған люстра тәҙрә аша төшкән һүрәнке яҡтылыҡтан тәре һәм боғалаҡҡа тартым шәүлә барлыҡҡа килтергән. Шөбһәләнеп көткән бәлә яҡынайғандан-яҡыная. Иртәгәме, әллә унан һуңғараҡмы гонаһы асылыр, мөйөшкә ҡыҫырыҡланыр, бынау түшәмдәге боғалаҡ муйынына һалыныр, тын алырға ирек бирмәҫ”.
Гонаһтарының сәбәпсеһе Хәлимә лә шәүлә образында күҙ алдына баҫа төп геройҙың. “Шәүләләй көн итәм”, – тиеүсе ҡатынға Наина: “Һеҙҙең хәлегеҙгә инә, ғазаптарығыҙҙы еңеләйтә алмайым. Шәүләгә нисек кенә итеп ярҙам итмәк: ул тәнһеҙ, йәнһеҙ...” – тип яуап бирә.
Әҫәрҙең исеме – күп осраҡта әҫәрҙең асылын үҙ эсенә алыусы атама. “Хөкөм” повесының исеме есеменә тап киләме?
“Сығыр саҡта туҡталып, һораулы ҡайырылды:
Сирҙәрҙән дауалаусы, гонаһтарҙы кисереүсе изге урын – әүлиә ҡәберенә юл тотҡанда көндөң боҙолоуы, боролорға мәжбүр булыуы Наинаның иблис булмышына ишара яһай.
Ҡыҙы Сәлимәнең хөкөмө: “Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу иң юғары гонаһ икәнлекте лә беләм, әммә мин ошо юлды һайланым. Бындағы йәшәү тегендәге тамуҡтан ҡурҡынысыраҡ түгелдер әле. Шул тамуҡта йәндәребеҙ осрашҡан хәлдә лә, һине ғәфү итмәйәсәкмен, минән кисереү, ярлыҡау көтмә. Ҡал һәм ыҙаланып йәшә!” Ниһайәт, Хәлимә үҙ-үҙен хөкөм итә: “Аҡса өсөн имандан яҙа, йәнен иблискә һата. Ә уны ғүмер ахырында нимә көткәнлеге билдәле. Аҡылһыҙ әҙәм балаһы тигәнем кем ул? Ул – мин, һин, улар...”
“Хөкөм” повесының төп геройы Наина-Нәйлә – трагик фигура. “Әҙәм балаһы фәрештәнән һәм иблистән ғибәрәт” тип раҫлаусы автор геройы яҙмышы аша ошо идеяны асыҡларға ынтылһа ла, әҫәрҙә Наинаның ҡараңғы булмышы өҫтөнлөк алған – герой үҙен ошондай яҙмышҡа дусар иткән.
Наина – яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовтың һуңғы йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәренең геройҙары галереяһында (“Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең” повесынан Нәфисә, “Шәүлә” хикәйәһенән Гөлнур, “Айһылыу” повесынан Маһинур, “Дусар ителгәндәр” повесынан Гөлсөм һ.б.) иң ҡатмарлы, фажиғәле яҙмышлы, үҙ-үҙенә иң аяуһыҙ героиня.
Наинаның Нәйләгә һөйләгән әкиәте – һөйкәлмә ваҡиға. Төп сюжетҡа тәьҫире булмаһа ла, күпмелер кимәлдә уға ишара яһай. Әкиәт геройының үсле булыуы, ҡотһоҙлоҡто ярлылыҡта күреүе, гәлсәр башмаҡтарын ватыуы һ.б. ваҡиғалар Нәйләнең үҙ яҙмышын төҫмөрләтә. “Һуңғы сиктә ағыу ағасына әүерелгән дә ҡуйған. Уның янына яҡынлаған бар тереклек һәләк була ла ҡуя, ти”. Ағыу ағасы образы яҙыусының “Айһылыу” повесында ла урынлы ҡулланылыш тапҡан: “Ағыу ағасы үлем өләшкән һымаҡ, минең ҡағылыуҙарым да шулайтып фажиғә килтерә башланы...”
Повеста сюжеттан тыш элементтарҙан төш алымының йыш ҡулланылыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Нәйләнең төшөндә үҙе ут төрткән өйҙө уратып ҡаңғырып сығыуы, ярҙамға саҡырырға итеүе – тауышы сыҡмауы, тотош хужалыҡтарын ялмаған,ҡором ҡайыған, ялҡынлы теле асманға олғашҡан янғынды һүндерергә ынтылыуы, әммә булдыра алмауы, ҡул-аяҡтары тышауланыуы ғәжәп бер теүәллек менән тасуирлана. Төп геройҙың был төшө юш килә.
Әсәһенең төшө: “Имеш, йәп-йәш кенә килеш туй табыны артындабыҙ, атайың бармағыма йылҡылдап янған зөбәржәт ҡашлы йөҙөк кейҙерә, беләгемә алтын сәғәт таға”. Был төш тә раҫҡа сыға: Нәйләнең намыҫына алыштырылған сәғәт әсәһенең ҡәберенә төшөп ята...
Нәйлә төшөндә үҙен бесәй балаһы фиғелендә күрә. Был төш – сюжет кульминацияһына кинәйәле ишара яһаусы. “Бына уны кемдер ҡыпһыуырҙай ҡаты ҡулдары менән һәрмәп эләктереп алды ла ҡайҙалыр алып китте, рәхимһеҙ уҫал ҡыланған кешенең буйы Ғәзимдеке һымаҡ килбәтһеҙ, фиғеле Хәлимәнеке ише мәрхәмәтһеҙ. Шул ят йөҙҙәрҙе берләштергән, дөйөмләштергән һөйкөмһөҙ әҙәм эре-эре аҙымлап барҙы-барҙы ла уны текә ярҙан түбәнгә быраҡтырҙы”.
Һандар символикаһы. 13 һаны беркетелгән футболка, Хәлимәнең 13-сө һанлы фатиры, имтихан мәлендә 13-сө һанлы билеттың эләгеүе, йәшәп ятҡан бүлмәһенең ишегенә ҡара буяҡ менән ошо яҙыу яҙылыуы кеүек күренештәр
Ҡасандыр ҡыҙға Ғәлимйәндең осраҡлы ғына ебәргән алмас киҫәге әҙәби деталь юғарылығына күтәрелеп үк бөтмәгән. Араларында булған йылы мөнәсәбәт тейешенсә һүрәтләнеп бөтмәгән, шуға ла егеттең Нәйләнән ҡапыл ситләшеүе лә ышандырып етмәй. Алмас киҫәге Наинаның ҡараңғы көндәрендә яҡтылыҡ осмотон сәсеүсе берҙән-бер нәмә булыуын иҫәпкә алғанда, ҡатындың бәхетһеҙлегенең ҡот осмалы дәүмәлдә булыуын төҫмөрләргә була: “Үрелеп сумочкаһын алып, унан алмасты килтереп сығарҙы ла өҫтәл өҫтөнә ҡуйҙы, уны тәү ҡат күргәндәй иғтибарлап төбәлде. Таштың үҙәгенә энә осондай ғына яҡтылыҡ һеңеп батҡан да тирә-яҡҡа сихри нурҙар һибә. Унда Ғәлимйәндең киләсәккә булған хыялдары, өмөттәре, ынтылыштары яғылып ҡалған микән әллә? Әллә тыуған еренең йәме, асылмаҫ сере йәшеренгәнме унда. Уны Ғәлимйән менән, Өмбәт менән бәйләп тороусы берҙән- бер әйбер”. “Өҫтәлдәге таш киҫәгенең осҡоно ла тоноҡлана барып былт-былт итте лә бөтөнләйгә һүнде...” Хатта ошо алмас киҫәгендә лә йылылыҡ ҡал- дыра алмауы – Нәйлә-Наинаның иң ҙур бәхетһеҙлеге.
Фольклорҙа һәм мифологияла яуызлыҡ һәм үлем хәбәрсеһе булып танылған ҡоҙғон Нәфисәне (“Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең” повесы- нан) гел һағалап һағайтһа, Нәйләнең донъяһына хужа булып ала, күңеленә хәүеф һала: “Ҡоҙғон ауыл ситенә ҡәҙәр оҙата килде”. Әйткәндәй, Хәйҙәр Тапаҡовтың әҫәрҙәрендә был образ йыш осрай. Мәҫәлән, “Яҙылып бөтмәгән портрет” хикәйәһендә лә был ҡош Хәйбулланың әсәһенең үлемен хәбәр итә. Повестың теле халыҡсан. Шәмән фиғелле (аңыш), ормаһарҙа тырышып (дәртләнеп китеп, бер тотонғанда), ҡуҫтарланыу, оздой, ҡумшып, ылдый, ҡарыулы, әбеүләргә ише Һаҡмар һөйләшсәһенә хас диалект һүҙҙәр әҫәр туҡымаһына уңышлы үрелгән.
“Асыҡҡан яман түгел, ҡаныҡҡан яман”, “Ерән дә шул бүреләй ҡаныҡты”, “Ҡанығыу һәм нәфсене көс ярҙамында ғына ауыҙлыҡларға мөмкин”, “Бул- мышы – бүрелер, тирә-яғындағыларҙы тамаҡларға ҡаныҡҡан бүре”, “Инәң үлһә – йылғаң ҡорор, атаң үлһә – таянған тауың ҡорор” ише мәҡәл-әйтемдәр, афоризмдар повеста урынлы ҡулланылған.
Хәйҙәр Тапаҡов геройҙарының теле үткер, уй-фекерҙәрен урын-еренә ет- кереп әйтә улар. Бында йыш ҡына яҙыусыға градация алымы (мәғәнәне көсәйтеү йәки кәметеү – Г.Ҡ.) ярҙамға килә. Мәҫәлән: “Ҡыҫтырырмын да, үҙәгемә үткәргәс, нәһеремде ҡоротҡас. Йәш саҡта һинең уға ҡарамауыңдың үсен әле килеп ҡайтара, яйын табып аҙым һайын бәйләнә, битәрләй, лөғәт һата, ғәйбәт тарата” (“Хөкөм”).
Геройҙарға уҡыусыға мәғлүмәт еткереү вазифаһы кәрәгенән артыҡ йөкмәтелеү күренеше иғтибарҙы тарта. Мәҫәлән, “Бынан ун биш саҡрымдағы Ҡәҙершала ҡартатайың менән ҡартәсәйең көн итә лә бит, уларҙың үҙ көндәре үҙҙәренә саҡ”. Атай кеше ғәҙәти әңгәмәлә ҡыҙына тыуған ауылы нисә саҡрым алыҫлыҡта ятҡанын һөйләп торамы икән.
Һүҙ ыңғайында шуны ла билдәләп үтәйек: яҙыусының тыуған яғындағы Ураҙғол сабынлығы, Ташкисеү, Саптырма таш, Ҡараһаҙ йылғаһы кеүек ер- һыу атамалары повеста уңышлы ҡулланылыш тапҡан. Әйткәндәй, Хәйҙәр Тапаҡов ижадында Һарытай урманындағы һарына соҡоро, Йылалы урман шырлығындағы ояһы (“Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең” повесынан) ише поэтик яңғыраш алған топонимик атамаларҙың ҡулланылышы айырым тикшереүҙе талап иткән мәсьәлә, беҙҙеңсә.
Был мәҡәләлә күренекле прозаик Хәйҙәр Тапаҡовтың ижад донъяһының бер осон ғына күтәреп ҡарарға йөрьәт иттек. Юғарылыҡҡа ынтылған, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева кеүек классик яҙыусылар ижадынан илһам алған, шағирәнә күңелле, егәрле яҙыусы фәлсәфәүи уйланыуҙар менән тулы әҫәрҙәрендә тормош төпкөлөндәге геройҙарҙың ысын булмышын, күңел төбөндәге серҙәрен, выждан ғазаптарын асып һала, алмас киҫәгендәй төрлө яҡтан балҡыта. Һүҙ сәнғәте серҙәрен һәм кешеләрҙе дауалау нескәлектәрен яҡшы белгән автор үҙ әҫәрҙәре менән күңелдәрҙе имләргә ашыға.
Гөлнур ҠАСҠЫНОВА, филология фәндәре кандидаты